Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 17:25

Һөнәре уның ябай. Һауынсы!

Мәҡәләбеҙҙең геройы – Исем ауылында йәшәүсе ябай ауыл ҡатыны, һауынсы, өҫтәүенә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусы биш бала әсәһе Миңниса Дәүләтҡолова. Тәүҙәрәк “Ергән МТС”-ына, хәҙер инде “Тәүәкән” йәмғиәтенә ҡараған Исем ауылындағы һөтсөлөк фермаһында ул 2014 йылдан башлап эшләй.

Таң уята айҙы, ай уята уны,

Һәм уята мине аҡыллым,

Көн дә иртән йүгерә,

Йүгерә-йүгерә Зөһрә

Һыйырҙарын һауа аппағым...
Бала саҡтан хәтергә уйылып ҡалған йыр һүҙҙәре һаман әле күңелдәрҙә илаһи бер моң булып тирбәлгәндәй. Ул ваҡытта һауынсы иң ауыр һәм абруйлы һөнәрҙәр исемлегендә ине. Колхоз уңғандарының, айырыуса һауынсыларҙың фотоһүрәттәре район гәзитенең беренсе битендә, үҙҙәренең дә урыны сәхнә түрендә булды. Көҙгө уңыштар йыйып алынғас, ауыл хужалығы байрамдарының гөрләп үтеүе, аҙаҡ мәктәп уҡыусыларының һөтсөлөк фермаһына барып, “музыкаль күстәнәс”менән ферма эшсәндәре алдында сығыш яһауҙары!.. Әсәләре һауынсы булып эшләгән балалар өсөн был шатлыҡлы ваҡиға айырыуса оло мәртәбә ине...
Замандар үҙгәрҙе. Һауынсыларға бағышланған йырҙар ҙа йыш яңғырамай, ябай хеҙмәт эйәләренә хөрмәт тә элеккесә кеүек үк түгел. Әммә бар әле, бар, эш хаҡының маҡтанырлыҡ түгеллегенә лә һис зарланмайынса, татлы йоҡоһонан бүленеп таңғы 5-тән һыйыр һауырға ашыҡҡан ауыл уңғандары!..
Мәҡәләбеҙҙең геройы ла – Исем ауылында йәшәүсе ябай ауыл ҡатыны, һауынсы, өҫтәүенә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусы биш бала әсәһе. Тик исеме йырҙағыса Зөһрә түгел, ә Миңниса Дәүләтҡолова.
Тәүҙәрәк “Ергән МТС”-ына, хәҙер инде “Тәүәкән” йәмғиәтенә ҡараған Исем ауылындағы һөтсөлөк фермаһында ул 2014 йылдан башлап эшләй.

- Ауыл ерендә эшле булыу – үҙе үк оло бәхет инде. Үҫмер саҡтан ҡул менән һыйыр һауып өйрәнгәс, артыҡ ауырлығын тоймайым, - ти ул ихласлап. – Беҙ бөтәһе 3 һауынсы, иртәле-кисле 100-ҙән артыҡ һыйырҙы икәүләп һауабыҙ, бер-беребеҙҙе алмаштырып торабыҙ. 6 көн эшләп, 3 көн ял иткәс уңайлы. Шөкөр, хәҙер һыйырҙарҙы аппарат менән һауабыҙ, тәүҙәрәк “родильный”ҙа эшләгәндә яңы быҙаулаған һыйырҙарҙы ҡул менән һауырға тура килә ине. Эшебеҙ бар тип һөйөнөп йөрөйбөҙ, Санъяптан Исем ауылына 2013 йылда күсеп килеүебеҙҙең дә төп сәбәптәре шул булды – ҙур ауылда эш табып булыр, балаларыбыҙ матур мәктәптә уҡыр, тинек.
Тормош иптәше – Мирас Хәкимйән улы ла шул уҡ фермала малсы булып эшләй. Улар үҙҙәре лә мал ҡарап, баҡса үҫтереп йәшәй, балалары өсөн тырыша. Ә биш баланың әле икәүһе генә үҙ һөнәрҙәрен, үҙ юлын тапҡан. “Ауыл ерендә әлдә баҡса бар, картуф үҫтермәйенсә йәшәү мөмкин түгел, аҙыҡ-түлегенә лә хаҡтары артып тора”, - ти ата-әсә.
Ябай эшсәндәр ғаиләһендә ғәҙәттә балалар ҙа артыҡ иркәләнеп, наҙланып үҫмәйҙәр. Беҙ уларға иртә таң менән барыуға ҡарамаҫтан (өҫтәүенә ул көн һыуыҡ ине! –авт.), улдары – Фариз һарай яғында мал аҫтын таҙартып, тиреҫ түгеп йөрөй ине. Тәрбиәле икәнлеге күренеп тора: ысын егеттәрсә килеп һаулыҡ һорашырға ла өлгөрҙө. Ул – ғаиләлә өсөнсө бала, Ишембай ҡалаһындағы кадет мәктәбендә 8-се класта уҡый, әле ауылға каникулға ҡайтҡан мәле. Үҫмерҙең хыялдары ҙур – киләсәктә йәмғиәткә файҙа килтерерҙәй һөнәр алыу. Ата-әсәһенең ябай эштә, хәләл көс менән генә донъя көткәндәрен күреп үҫкәндәр тормошта көслөрәк булыусан бит, 6-сы кластан инде һалдат режимына күнеккән, унда белем алыуҙың ауырлығына иғтибар итмәйенсә ҙур теләк менән уҡыған кадеттан, бәлки, ҡыйыу хәрби кеше, йәки ғәҙел хоҡуҡ һаҡсыһы сығыр. Дүртенсеһе - Дилара, Исем мәктәбендә 7-се класта уҡый, спорт яғынан әүәҫ, саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмай, бишенсеһе – 4-се класта уҡыған Диләфрүз дә теремек күренә. Һеңлеләр ағай кешенән өлгө алыусан, ҡул аҫтына кереп барған ҡыҙҙары ла Фариз ағалары кеүек ата-әсәһенә ярҙамсы ла, ныҡлы терәк тә булыр әле.
- Һаулыҡ - ҙур байлыҡ, балаларҙы башлы-күҙле иткәнсе сәләмәтлек бирһен Хоҙай! Быйыл пенсияға сығып өлгөрһәм дә, эшемдән һис баш тартҡым килмәй, көсөбөҙ еткәнсә тырышырға ине иҫәп, - ти һауынсы.
Һауынсы һөнәрен данлаған замандар кире ҡайтмаҫ инде, әммә, күреүебеҙсә, ауылдарҙа был хеҙмәтте үҙ итеп, яратып башҡарыусылар осрай. Аҙына ла шөкөр итә белгәндәргә, хәләл тир тамсыһы менән йәшәгәндәргә, изгелекле әсәләргә яҙмыш рәхимлелек күрһәтә, тиҙәр. Тормош ауырлығын күп татып, хеҙмәткә, йәшәүгә булған һөйөүҙәрен һүрелтмәгән ябай эшсән - булдыҡлы һауынсының ҙур һәм матур ғаиләһе күге лә гел салт аяҙ булһын ине!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: