Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 17:45

Берҙәм булғанда ғына эш ырай

Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа күсмә кәңәшмәләр үтте.

Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа күсмә кәңәшмәләр үтте.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендәге делегация иң тәүҙә Кузминовка ауылына туҡталды. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында йыйылыусылар араһында эргәләге Ҡортйылға утарында йәшәүселәр ҙә бар ине. Бында йәшәүсе халыҡты иң борсоғаны – фельдшер юҡлығына бәйле һорау булды. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рөстәм Хөсәйенов тарафынан был мәсьәлә урында ваҡытлыса хәл ителде. Ташландыҡ йорттар, уларҙың тирә-яғында ҡоторған ҡый үләндәренең янғын хәүефен тыуҙырыуы, урамдарҙың тулыһынса яҡтыртылмауы, ауыл эсендәге юлдарҙың насарлығы, берәҙәк эттәр... – күп ауылдарҙың көнүҙәк проблемаларына әүерелгән борсоулы һорауҙар Кузминовка ауылы халҡын да уйға һала. Район үҙәгенә яҡын булһа ла, бында, баҡтиһәң, интернет та юҡ,кәрәҙле бәйләнеш тә насар. Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы: “Бер ай эсендә урамдарҙы төнгө яҡтылыҡ менән тейешенсә тәьмин итеү хәл ителәсәк, былай ҙа хәбәр ителгән осраҡта килеп йүнәтеп китәбеҙ, яҙғы-йәйге осорға проблемалы юлдарҙы ҡырсын менән түшәргә планлаштырабыҙ”, - тине.

Был төбәк кешеләренең именлеге өсөн яуаплы участка уполномоченныйы Данил Нурмөхәмәтов халыҡты, алдаҡ юл менән аҡса эшләүселәрҙән һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртте, әйләнешкә ялған 5 меңлектәрҙең инеүен иҫтәренә төшөрөп, аҡса менән эш иткәндә иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы. Полиция эшсәне әйтеүе буйынса, аңлы йәмәғәтселектең теңкәһенә тейеүсе “йәшел йылан” менән сауҙа итеү кеүек “сир” был төбәккә хас түгел (бына кемдәргә “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашырға кәрәк булған икән, был осраҡта еңеүсе исемен ғәҙел рәүештә яуларҙар ине!-авт.).
Икенсе туҡталыш – Солтанғол ауылы. Етәкселек һәм эшсе төркөм тәүҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктының хәле менән танышты. Пункт һалҡын, дәртләнеп эшләрлек ыңғай шарттар булмаһа ла, шөкөр, яҡындағы Васильевка утары менән был ауыл халҡының күҙ төбәп торған медицина хеҙмәткәре бар, фельдшерҙың эшенән улар ҡәнәғәт. Әйткәндәй, яратҡан һөнәре буйынса уҡып диплом алғас, Әлфир Аҡкилдин үҙенең хеҙмәт юлын ашығыс ярҙам хеҙмәтендә башлаған (1996-2000), артабан бер нисә йыл үҙе тыуып-үҫкән Әлмәс ауылында эшләгән, ә 2008 йылдан бирле Солтанғол һәм Васильевка халҡын хеҙмәтләндерә. Апаруҡ хеҙмәт йылдарын был төбәккә бағышлаған эшсән ауыл кешеләрен дә яҡшы белә, хөрмәт итә.
- Был ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ изгелекле, тыныс. Бөтәһе 117 кеше булһа, шуларҙың 66-һы – ир-ат, 51-е – ҡатын-ҡыҙ. 18 йәшкә тиклемге - 26 бала һәм үҫмер, 1 йәшкә тиклемге 1 сабый бар, йөклө ҡатындар әлегә юҡ. 6 хеҙмәт ветераны йәшәй: Иван Лавриков, Зилә Сәйетғәлиева, Сәмиға Мостафина, Сәүиә һәм Сания Ҡотлоғужиналар, Гәүһәр Илғыуатова, бер хәрби-интернационалист - Сулпан Һөйөшев. Венер Яугилдин, Зәйтүнгөл менән Сулпан Һөйөшевтар, Зилә менән Салауат Сәйетғәлиевтар кеүек күпләп мал тотоп, Мораҡҡа һөтөн тапшырып булһа ла килем индерергә тырышып донъя көткән ғаиләләр бар. Халыҡ сәләмәтлеген дә хәстәрләргә тырыша: грипҡа ҡаршы прививка эшләтеүҙә, диспансеризация үтеүҙә лә әүҙемлек күрһәттеләр, - тип ауыл халҡы тураһында мәғлүмәт биреп үтте ул.
Район үҙәгендә йәшәүсе фельдшерға төнгө шылтыратыуҙар булғанда, ваҡыт менән һынашмайынса, халыҡҡа ярҙамға ашығырға, өлкәнерәк кешеләргә өйҙәренә барып укол ҡаҙарға, һауыҡтырыу курстарын үткәрергә тура килә. Ауылдарыбыҙ фельдшерҙарға ҡытлыҡ кисергән заманда медицина өлкәһен үҙ эшен яратып башҡарыусы ир-аттар тулыландыра икән, быға һөйөнөргә генә кәрәктер...

Солтанғол ауылы клубына байтаҡ халыҡ йыйылғайны. “Үткән кәңәшмәлә күтәргән һорауҙар, мәсьәләләр һауала ғына эленеп ҡалды”, - тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерһәләр ҙә, үҙҙәре әүҙем килгән бит әле, тимәк, халыҡтың етәкселеккә өмөт-ышанысы һүнмәгән. Үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы ҡат-ҡат тәфсирләп, тағы ла өмөт тулы күңелдәр менән ҡалды улар. Үтенестәре лә әллә ни ҙурҙан түгел: янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләү маҡсатында “һыу ҡотоғо” булдырыу, былтыр вәғәҙәләгән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә обелискты “рәтләү”, ауылдың ҡотон ебәреп ултырған эйәһеҙ кирбес бинаға “хужа табыу”, ярым-йорто янған төнгө уттарҙы йүнәтеү... – бөтәһе лә дөйөм ауыл хәлен яҡшыртыу ниәтенән тыуған. Урындағы биләмә башлығы Азат Фазылйән улы тәҡдим иткәнсә, бәлки, йәйгеһен ауыл байрамы үткәрергә ризалыҡ бирергә кәрәк булғандыр бындағы халыҡҡа. Тырыштар үҙ донъяһын, йорт-ҡураһын ипкә-һапҡа килтерһә, Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте лә буласаҡ байрам уңайынан ҡуҙғалыр, төбәкте төҙөкләндереүгә һәм халыҡ күтәргән мәсьәләләрҙе сисеүгә етдиерәк ҡарар, көсө етмәҫтәйгә етәкселек тә ярҙам ҡулы һуҙыр ине... Тап кәңәшмә башланыр алдынан ғына староста булып һайланылған ир-уҙаман да өмөтлө күренде, бәлки, ауылдаштары һәм биләмә башлығы менән уртаҡ фекерҙәргә килеп, ул боҙҙо ҡуҙғатыр.

Ҡанаҡас ауылы халҡы етәкселек һәм эшсе төркөмдө һыуыҡ клубта ҡаршы алды. Тәүҙә ғинуар айында ғына был территорияға тәғәйенләнгән участка уполномоченныйы Альберт Хәнипов ауыл халҡы өсөн мутлашыусылар, ялған аҡсаға бәйле, алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡарата закондарҙың ҡәтғиләштерелеүе тураһында фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе.Ҡанаҡастарҙы пай ерҙәренә ҡағылышлы, зыярат яғына юл юҡлығына, электр утының көсө етмәүенә, иҫке электр бағаналарының, 28 метр бейеклектәге ағастың тирә-яҡҡа хәүеф янауына, фельдшер-акушерлыҡ пунктының “оҙайлы ял”да булыуына бәйле һорауҙар борсоно. Ауылда сауҙа нөктәһенең булмауы ла, ә автолавканың хаҡтары тешләшеүе, “Уфанет” хеҙмәтенән файҙаланыуҙан мәхрүм булыуҙары, Мораҡ ауыл советының эшенә яуаплы ҡарамауы ла ҡанаҡастарҙың эсен бошорғанлығы асыҡланды.

Яңы Николаевский ауылы халҡы бик ҡәнәғәтһеҙлек белдермәне. Балҡып торған яңы, йылы мәҙәни усаҡҡа эйә булғас, әлбиттә, кешеләрҙең дә кәйефе көр. Улар Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына ҡуйылған обелискыны клуб эргәһенә күсереп ултыртыуҙы, юл буйына ауылдарҙың исемен асыҡ күрһәтеүсе билдәләр ҡуйыуҙы, зыяратты кәртәләү эшен тамамларға кәрәклеген, башҡаларҙы ла борсоған “сүп-сар реформаһы”на асыҡлыҡ индереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.
Ниһайәт, һуңғы туҡталыш – Яҡшембәт ауылы. Ҡасан ғына гөрләп торған ҙур мәктәптә хәҙер тик башланғыс класс балалары (бөтәһе 16 уҡыусы) белем ала. Бында урынлашҡан балалар баҡсаһына 18 сабый йөрөй, икенсе йылға уларҙың 3-һе 1 класҡа барасаҡ.
Шул уҡ бинала ФАП урынлашҡан. Новопокровка һәм Яҡшембәт ауылдары халҡын (бөтәһе 307 кеше, 18 йәшкә тиклем – 66 бала, 1 йәшкә тиклем – 2 сабый, 2 йөклө ҡатын бар) Рәсимә Аллағыуатова хеҙмәтләндерә. Намыҫлы эшсәндең йәшенең дә, ҡартының да уң ҡулына әүерелеп, халыҡҡа шәфҡәт нуры өләшеүенә 30 йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Тыйнаҡлыҡ һаҡлап, шарттарға зарланмаһа ла, пункттың һыуыҡ икәнлеген, косметик ремонт талап иткәнлеген шәйләп алыу ауыр булманы.
Башҡа ауылдарҙы борсоған һорауҙар, үтенестәр бында ла яңғыраны: яҙғы-көҙгө осорҙа юлдарҙың насарлығы, кистәрен быҫҡып ҡына янған электр уты, ҡараңғы урамдар, берәҙәк эттәр, ташландыҡ йорттар, һүтеп алынған объекттарҙан ҡалған өйөм-өйөм ҡый-һый...

“Эко-Сити” төбәк операторы вәкиле Сергей Салтыков һәм район етәкселеге һәр ауыл халҡына ҡый реформаһына ҡағылышлы һорауҙарҙы асыҡлап үтте. Район Советы секретары Руслан Әхмәров телевидениеға бәйле үҙгәрештәрҙе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина әсә-аталарҙы бәлиғ булмаған балаларына ҡарата иғтибарҙы арттырыу кәрәклеген, киске 10-дан һуң урамда йөрөү тыйылғанын иҫкәртте. Бөтә ауылдарҙы борсоған интернет юҡлығы, йәки кәрәҙле бәйләнешкә бәйле мәсьәләне киләсәктә хәл итергә тырышырбыҙ, тип белдерҙе Ғайса Янбаев. Шулай уҡ проблемаларҙың күпселеген Мораҡ ауыл биләмәһенең сисергә мөмкинлеге барлығын, ә ҡайһы берҙәрен ауыл кешеләре старосталар менән бергәләп йырып сыға алыуын да билдәләп үтте.

Эйе, район үҙәгенән артыҡ алыҫ булмаған ауылдарҙа халыҡтың әүҙемлеге, үҙ төбәгенә битарафһыҙлығы һоҡландырҙы, тик бына проблемалар ҙа быуа быуырлыҡ шул. Яуаплы урын биләгәндәр ябай кешеләрҙең әйткәненә ҡолаҡ һалһын, мөрәжәғәт иткәндә – ярҙам ҡулы һуҙһын ине. Эшләгәнгә эш ҡарышмай, әммә эште ыратыу өсөн халыҡтың һәм силсәүиттең берҙәм булыуы ла талап ителгәнлеген яҡшы беләбеҙ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: