Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2019, 18:22

“Өмөтлө ғаилә” өмөттәрҙе аҡланы

Бөрйән һылыуы Линария менән Төпсән егете Венер Фәизовтарҙың ғаилә ҡороуҙарына артыҡ күп тә түгел әле – ни бары бер тиҫтә йыл үткән. Шулай ҙа, ауыл ерендә эш, яҡшы шарттар юҡ тип тормай, тормош ауырлыҡтарын бергә-бергә үткәреп, гөрләтеп донъя көтөп ятҡан был парҙы күптәргә өлгө итеп ҡуйырға булалыр. Һарай тултырып мал аҫрайҙар, йәшелсә-емештең дә ниндәйен генә үҫтермәйҙәр! Бар эшкә лә өлгөр йәштәр нимәгә генә тотонһалар ҙа, ҡарттар әйтмешләй, ҡойоп ҡуялар.

Ҡотло донъяларына йәнә лә ҡот өҫтәп, дүрт балалары үҫеп килә. Дүртенселә уҡыған иң ҙур улдары Илнар тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, ауыл клубында эшләп килгән түңәрәктәргә лә ихлас йөрөй. Был бала ипле, ярҙамсыл булыуы менән һоҡландыра. Икенсе улдары Тимур 1-се класта уҡый, ул да күҙҙәренән осҡон сәсеп торған, шуҡ, етеҙ малай. Әтә-әсәһенә, ағаларына иркәләнеп кенә үҫеп килеүсе Сафия, бәләкәйерәк булһа ла, һис ҡурҡып, ятһынып тормай, байрамдарҙа шиғырҙар ятлап, сәхнәгә сыға. Әлегә сәңгелдәктә талпынып ятыусы Артур ҙа улар һымаҡ булдыҡлы булып үҫер, иншә Аллаһ!
Ир яҡшыһы ил менән, тиҙәр. Венер ҙа ауыл тормошонан айырылмай, әлеге көндә ул ауыл старостаһы вазифаһын башҡара. Ә оло инәйҙәр быға тиклем социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Линарияның декрет ялынан сыҡҡанын түҙемһеҙләнеп көтә.
2012 йылда үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Фәизовтарға “Өмөтлө ғаилә” номинацияһы бирелгәйне, был исемде улар тулыһынса аҡланы. Киләсәктә лә уларға тик бәхеттәр насип булһын!

Резеда АЙЫТҠУЖИНА.

Төпсән ауылы.
Читайте нас: