Мораҙым
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2019, 18:00

Бәхетле һәм матур ғаилә ул - Вәлишиндар

Ҡасандыр, гүзәл йәшлек яҙҙарында, алсаҡ йөҙлө, киң күңелле был ҡыҙ менән осрашып танышыу бәхете тейгәйне. Дөрөҫөрәге, бер ҡаҙанда ҡайнап, шатлыҡ-көйөнөстәрҙе уртаҡ итеп, татыу эшләргә насип булды. Ул заманда, 2000 йылдар башында, Әлмәс ауылы мәктәбенең гөрләп торған сағы. Теләүембәт ауылы ҡыҙы - Гөлсәсәк Шәфәғәтова, яңы ғына Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған белгес, хеҙмәтенең беренсе көндәренән үк үҙен төплө белемле, талапсан һәм бала йәнле, һәләтле уҡытыусы итеп күрһәтте. Донъяға оптимистик ҡарашлы, ғәҙел, йор һүҙле булыуы, икейөҙлөлөктө яратмауы менән уҡыусылар һәм уҡытыусылар күңелен арбаны ул. Үҙе уҡытҡан фәнгә етди ҡарап, ҡыҫҡа ваҡыт арауығында балалар күңелендә башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, туған телебеҙгә ҡарата уларҙа тәрән ихтирам-хөрмәт тәрбиәләне.

Тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үткәс, юлдарыбыҙ тағы киҫеште. Ул һаман да алсаҡ, ни уйлағаныңды күҙ ҡарашыңдан аңлап, кәрәгенсә һүҙен табып күңел һағыштарын таратыу һәләтенә эйә нескә психолог, үҙ һөнәренә тоғро булған һәм мөкиббән киткән мәғариф эшсәне... Иң мөһиме – өс балаға ғүмер бүләк иткән изгелекле әсә, ғаиләһе, тормош иптәше өсөн йән атып тороусы хәстәрлекле ҡатын.

...Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбендә бер йыл хеҙмәт тәжрибәһе туплағас, әрме хеҙмәтенә оҙатып унан көтөп алған Федоровка районы егетенә кейәүгә сыға. Күрше район мәктәбендә 2002 йылдан алып 2010 йылға тиклем башҡорт һәм рус телдәрен уҡыта, директорҙың тәрбиәүи эштәр, артабан уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Хеҙмәттә йән аямай эшләргә ғәҙәтләнгән эшсән ата-әсәләрҙең, балаларҙың ихтирамын яулаһа ла, сит ерҙәргә бер нисек тә күнегә алмай. Йәне менән үҙе белем алған мәктәбенә, тыуып-үҫкән Теләүембәтенә тартыла. Ниһайәт, 2010 йылда йөрьәт итеп, Теләүембәт ауылы урта мәктәбенә ҡайтып эшкә урынлаша. Әлеге ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу менән бергә директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары йөкләмәһен дә уңышлы алып бара. Уҡытыусыларҙың эше йылдан-йыл ҡатмарлаша барыуын күптәрҙән ишетергә тура килә. Үҙ-үҙенә талапсан эшсәндең дә күп төндәре йоҡоһоҙ үтһә лә: дәрестәргә әҙерләнеү, ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәрҙе тикшереү, документ ҡағыҙҙарын тултырыу, яуаплы кеше булараҡ уҡыусыларҙың тәртибе өсөн яуап биреү, һәр байрам сараһы тейешле кимәлдә үтһен өсөн тырышыу – ул бер ваҡытта яратҡан эшенә зарланмай. Бәлки, эргәһендә хеҙмәтен аңлап, кәрәккәндә иңен ҡуйыусы ышаныслы ир-уҙаман булғанға күрәлер ҙә...
Тәүҙә сит-ят ерҙә йәшәү йәмен табып булырмы тип икеләнгән тормош иптәше Ришат, ауылда йорт алып, үҙаллы донъяларын матурлап алғас, гүзәл күгәрсен еренә ысынтылап ерегә. Ул һөнәре буйынса ветфельдшер. Әле “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең урындағы филиалында слесарь булып эшләй. Ишле мал ҡарағас, бесәнен дә күпләп әҙерләргә, хөкүмәт һәм хужалыҡ эштәре араһында балаларға ла айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Бар яҡлап та өлгөрә, ғаиләнең ныҡлы терәге лә, донъя тотҡаһы ла, өлгөлө атай ҙа ул Ришат.
Ауыл ере булғас, ҡыҙҙарын да үҙаллылыҡҡа, эшкә өйрәтеп үҫтерә Вәлишиндар. Йорт эсендә, хужалыҡта һәр ҡайһыһы нимәлер өсөн яуаплы. Иң ҙур ҡыҙҙары Гөлназға 15 йәш, 9-сы класс уҡыусыһы уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, ул - район хакимиәте башлығы стипендиаты. Үткән йылда Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәненән республика олимпиадаһының призеры булған. Яҙгөлгә 11 йәш, 6-сы класта уҡый, әсәһенә ярҙам итеүҙә һәм уҡыуҙа ла апаһынан һис ҡалышмаҫҡа иҫәбе. Ә иң кесеһе – 4 йәшлек Айһылыу балалар баҡсаһына йөрөй, теремек ҡыҙға ата-әсә ҙур өмөттәр бағлай.
- Уҡытыусы булыу теләге мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ тыуҙы. Әсәйем бар ғүмерен биология фәнен уҡытыуға бағышланы, лайыҡлы һөнәр, юғары белем алырға этәргес биргән ҡәҙерле кешеләремә мең рәхмәтлемен. Эшем һәм ғаиләмдә - бар йәшәү мәғәнәһе, икеһенән дә уңдым, икеһенән дә бәхетем бар, - ти һәләтле уҡытыусы һәм изгелекле әсә.
Ә бит Гөлсәсәктең тормош юлдарына ла яҙмыш гел аллы-гөллө келәм түшәп торманы. Тик мәҡәләбеҙ геройы һәр һынауҙы сабырлыҡ һәм аҡыл менән үтеп, лайыҡлы кисерә белде, үҙендә әсә һөтө менән һалынған күркәм кешелек сифаттарын йылдар дауамында юймайынса, был донъяға, тормошҡа, хеҙмәткә тәрән һөйөүе һәм тырышлығын төп ҡорал итеп алып, маҡсатына ҡыйыу юл ярҙы... һәм бәхеткә иреште! Теләүембәт ауылына йәм бөркөп тороусы, сәскәләй генә ҡыҙҙары менән нурлы йортҡа, ҙур һәм татыу ғаиләгә яңы йылда тағы ла бәрәкәт һәм бәхет өҫтәлһен ине, сөнки эшһөйәр һәм изгелекле Вәлишиндар ысынлап та быға лайыҡ!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

А. КАЗАКОВ фотоһы.
Читайте нас: