Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2019, 13:39

Ситтән урап үтмәҫ әле Беҙҙе бәхетле ҡартлыҡ...

Беҙ – тәбиғәт балалары. Тәбиғәт тә миҙгелдәрҙән торған кеүек кеше ғүмере лә миҙгелдәрҙән тора. Ана шул Хоҙай биргән миҙгелдәрҙе - мөхәббәтле яҙҙарҙан алып көҙ мәлдәренә тиклем бергә тигеҙ-татыу йәшәгәндәргә мин гел һоҡланып бағам. Тормоштоң матур мәлдәрен генә түгел, түҙә алмаҫлыҡ ауыр саҡтарын, барын-юғын, ағын-ҡараһын, яҡшы-яманын – барыһын да сабыр үткәрә белгәндәр генә бергә йәшәй алалыр. Сабырлыҡтан ғына торһа икән дә был тормош. Иң беренсе бер-береңә оло һөйөү, ихтирам, телең иң ҡысытҡанда ла тыйыла белеү, берең ауырығанда икенсең өтәләнеп йүгереү – ошондай ваҡлыҡтарҙан үреләлер инде бына 60 йыл бергә донъя йөгөн тартыусы Фәриҙә һәм Ирек Ишмәтовтарҙың да ғүмер юлдары.

Беҙ – тәбиғәт балалары. Тәбиғәт тә миҙгелдәрҙән торған кеүек кеше ғүмере лә миҙгелдәрҙән тора. Ана шул Хоҙай биргән миҙгелдәрҙе - мөхәббәтле яҙҙарҙан алып көҙ мәлдәренә тиклем бергә тигеҙ-татыу йәшәгәндәргә мин гел һоҡланып бағам. Тормоштоң матур мәлдәрен генә түгел, түҙә алмаҫлыҡ ауыр саҡтарын, барын-юғын, ағын-ҡараһын, яҡшы-яманын – барыһын да сабыр үткәрә белгәндәр генә бергә йәшәй алалыр. Сабырлыҡтан ғына торһа икән дә был тормош. Иң беренсе бер-береңә оло һөйөү, ихтирам, телең иң ҡысытҡанда ла тыйыла белеү, берең ауырығанда икенсең өтәләнеп йүгереү – ошондай ваҡлыҡтарҙан үреләлер инде бына 60 йыл бергә донъя йөгөн тартыусы Фәриҙә һәм Ирек Ишмәтовтарҙың да ғүмер юлдары.
1958 йылдың 31 декабрендә яҙмыштарын бергә бәйләп, ғүмергә бергә булырға, ғүмергә тоғролоҡ һаҡларға тигән уйҙары менән ҡоролған ғаилә, шөкөр, ныҡ була. Тормош һуҡмағынан иңгә-иң терәп, етәкләшгеп ғүмер тауының иң бейек нөктәһенә етеп тә һаман алға бара улар.
Ситтән ҡарағанда бик үк күҙгә лә салынып бармайҙар. Ғәҙәти, яп-ябай ғаилә. Әле лә өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан тулы ҡанлы тормош алып баралар. Ошо көнгә тиклем малын да тоталар, ҡош-ҡортон да аҫрайҙар. Яйлап ҡына, бер кемгә лә яфа, хафа һалмаҫҡа тырышып йөрөп ятҡан көндәре.
Элегерәк уларға эш буйынса инеп сыға инем, хәҙер хәл белергә юл төшә. Шөкөр, элекке кеүек үк өҫтәлдә китап-дәфтәр, ручка- ҡәләм. Әле яңыраҡ ҡына хәл белер тиеп йәнә Ишмәтовтарҙың ишеген ҡаҡтым. Ирек ағай нимәлер уҡый-яҙа, Фәриҙә апай аш-һыу тирәһендә булыша...
Һуғыш осоро балаларына төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә татыған, йәп-йәш көйө генә эшкә егелеп үҫкән Фәриҙә менән Ирек Ишмәтовтар тормош юлында һынатмайҙар. Ун бала араһынан етенсе бала булып донъяға килгән Ирек абзый атай нигеҙен ташламай. Уның ҡотон һаҡлап йәшәй. Ғаилә ҡорғас та 17 йыл улар атай, әсәй менән бергә тора. Уларҙы ҡарт көндәрендә лә бер ҙә ҡыйынһынмайынса ҡарап, тәрбиәләп, һуңғы юлдарына оҙаталар. Ә ҡарттар йәштәргә бөтә яҡлап терәк була – ҡайҙа кәңәш менән ярҙам итә, балаларына ла күҙ-ҡолаҡ була. Донъя түңәрәк, ҡасандыр ата-әсәһенә хөрмәт-ихтирам күрһәткән парҙы хәҙер балалары ҡәҙерләй. Улар Фәриҙә апай менән Ирек ағай янына аҙна һайын ғына түгел, ә башҡа көндәрҙә лә ҡайтып, хәл белешеп, ярҙамлашып торалар.
Тормош бер төрлө генә бармай шул. Яҙмыш көтмәгәндә Ишмәтовтар ғаиләһенә оло һынау ебәрә, ейәндәре фажиғәле вафат була. “Азатыбыҙ менән Мәҙинә киленебеҙҙең Фәрит улдары фажиғәле вафат булды, ейәнебеҙҙе бөтөнләйгә юғалтыу ҡайғыһы бик бөтөрҙө беҙҙе. 4 кенә йәшлек ҡыҙы, килен яңғыҙ тороп ҡалды. Ул бала һаман атаһын көтә, ана шул бигерәк йөрәкте әрнетә, бәғерҙәрҙе өҙә,” -ти Фәриҙә апай һүҙгә ҡушылып.
Шул арала Фәриҙә апайҙың бер туған һылыуы Хәлиҙә апай килеп инде. “Ҡуй, сәйләп алайыҡ,”- тип хужабикә ихласлап беҙҙе сәй табынына әйҙәне. Килгән һәр кемгә хужаларҙың ишеге һәр саҡ шулай асыҡ, йөҙҙәре яҡты, һыйҙары – табында. Һуң, йылыға йылан да эйәләгәс, йорттарынан кеше аяғы өҙөлмәүе аңлашылып тора инде. Үҙҙәрен яратмаҫлыҡ та түгел шул, инде лә ихластар, көләкәстәр, аралашыуҙа ябайҙар. Улар менән һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер. Артабан да шулай парлашып, тигеҙ оҙон ғүмер юлын үтергә яҙһын уларға. Ирек ағай үҙе бер шиғырында яҙғанса:
Муйыл сәскәләре матур тиеп
Уның ботағынан ҡайырма.
Эй, хоҙайым, мине ҡарт көнөмдә
Тормош иптәшемдән айырма...
Фәриҙә апай менән Ирек ағай ғүмере буйы балаларға белем-тәрбиә бирҙе. Ирек ағайҙың дөйөм эш стажы 46 йыл булһа, уның 38 йылы уҡытыусылыҡ эшенә бәйле. Фәриҙә апай белем биреү өлкәһендә 30 йыл эшләне, балаларға аң-белем бирҙе. Ишмәтовтарҙың икеһе лә тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙҙарына, Ирек ағай “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, Фәриҙә апай “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булғандар.

Ә Ирек ағай гармунда нисек оҫта итеп һыҙҙыра, мандолина ҡылдарында сиртә бит әле. Ауылдаштары уны иҙән таҡталарын дер һелкетеп бейегән оҫта бейеүсе, моңло тауышлы йырсы булараҡ та белә. Гәзит уҡыусыларға ла Ирек Ишмәтовтың исеме күптән таныш. 2015 йылда Ирек ағайҙың төрлө йылдарҙа периодик баҫмаларҙа баҫылған мәҡәләләре, шиғырҙары тупланған “Беҙ үткән юлдар” исемле китабы донъя күрҙе. Был китабында автор йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә лә байҡау яһаған, күңелен өйкәгәндәрҙе фәлсәфәүи күҙлектән сығып йә шиғыр юлына теҙгән, йә хикәйә итеп тасуирлаған.

Эйе, ғүмерҙәре заяға үтмәгән Ишмәтовтарҙың. Бергә атлаған 60 йыл бик емешле, бик һоҡланғыс булған. Ата-әсә үрнәгендә үҫкән өс балалары ла юғары белемгә эйә булып, матур ғаиләләр ҡороп, инде үҙҙәре балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләй. Ошо түгелме бәхеттең иң ҙуры, шатлыҡтың иң олоһо...
Ирек Ишмәтов
Машинаға бер ултырғас,
Туҡтамай барһа ине.
Хоҙай оҙон ғүмер биреп
Йәшәргә яҙһа ине.
Донъя имен булһын тиеп,
Көнө-төнө теләйек.
Ғүмер ҡыҫҡа, шуның өсөн
Ҡәҙерҙәрен беләйек.
Етмеш-һикһән йәшкә етеү –
Ул бит үҙе ҙур шатлыҡ.
Ситтән урап үтмәҫ әле
Беҙҙе бәхетле ҡартлыҡ.

Рәсимә ЗӘЙЕТОВА.

Фото редакция һәм ғаилә архивтарынан.
Читайте нас: