Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар 2019, 16:46

Башҡортостанда эшләмәгән хаҡлы ялдағылар пенсияға өҫтәмә ала: ул күпме тәшкил итә

Ғинуарҙа Башҡортостанда 98,6 мең эшләмәгән пенсионерҙың пенсияһына өҫтәмә түләнә. Страховка пенсияһын индексациялау 7,05% тәшкил итә, ләкин һәр кемдең өҫтәмәһе үҙенең пенсияһы күләменә бәйле индивидуаль була. Стаж, эш хаҡы, страховка взностары, пенсия коэффициенттары һаны ни тиклем юғарыраҡ, страховка пенсияһы, шуға күрә индексациянан һуң уға өҫтәмә суммаһы ла шунса күберәк. Арттырылған күләмдәге пенсияны сентябрҙә йәки унан алдараҡ хаҡлы ялға сыҡҡандар ала.

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.
Ғинуарҙа Башҡортостанда 98,6 мең эшләмәгән пенсионерҙың пенсияһына өҫтәмә түләнә. Страховка пенсияһын индексациялау 7,05% тәшкил итә, ләкин һәр кемдең өҫтәмәһе үҙенең пенсияһы күләменә бәйле индивидуаль була. Стаж, эш хаҡы, страховка взностары, пенсия коэффициенттары һаны ни тиклем юғарыраҡ, страховка пенсияһы, шуға күрә индексациянан һуң уға өҫтәмә суммаһы ла шунса күберәк. Арттырылған күләмдәге пенсияны сентябрҙә йәки унан алдараҡ хаҡлы ялға сыҡҡандар ала.
2019 йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһының күпмегә артыуын белеү өсөн эшләмәгән пенсионерға әлеге пенсияһынң күләмен 0,0705 ҡабатларға кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә.
1-се миҫал. Инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыусы. Пенсияның күләме — 9137 һум. 1 ғинуар индексацияһынан һуң пенсия күләме 644,16 һумға артып, 9781,16 һум тәшкил итә.
2-се миҫал. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыусы. Пенсия күләме — 13 817 һум. 1 ғинуар индексацияһынан һуң пенсия күләме 974,1 һумға артып, 14 791,1 һум тәшкил итә.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең ҡыҙыу элемтәһе: 8(347) 229-71-36.
Читайте нас: