Күгәрсен ауыл биләмәһенә һигеҙ ауыл ҡарай, 569 йортта 1538 кеше йәшәй. Шуның 1172-һе оло йәштәгеләр, 18 йәшкә тиклемге балалар һаны – 366 кеше. килгән. Халыҡ һаны үткән йылдарға ҡарағанда (1620-нән ашыуыраҡ ине быға тиклем) бер аҙ кәмегән. Быйыл 21 кеше вафат булһа, 5 бала донъяға килгән. Ауыл биләмәһе территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Уларға алмашҡа 19 тыл ветераны ғына ҡалған. Ауыл биләмәһендә күп балалы ғаиләләр ҙә байтаҡ.
Халыҡты туғыҙ сауҙа нөктәһе - “Лилиә”, “Йәйғор”, “Нурислам”, “Нурсолтан”, “Гүзәл”, “Хәйерле көн” магазиндары, “Гүзәл”, “Гномик”, “Бомбей” киоскылары хеҙмәтләндерә. Магазиндарҙа халыҡҡа кәрәкле көнкүреш әйберҙәрҙең, аҙыҡ-түлектең бөтәһе лә тиерлек бар, хаҡтар ҙа артыҡ тешләшмәй.
Ауыл биләмәһендә ике мәктәп бар. Сирбайҙа балалар туғыҙынсы класҡа тиклем белем алһа, Күгәрсендә ун берҙе бөтөү мөмкинлеге лә бар. Балалар баҡсаһы Күгәрсен ауылында ғына бар. “Ләйсән”дә бөгөн ҡырҡҡа яҡын бала тәрбиәләнә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты өс ауылда урынлашҡан, дүрт ауыл клубы, ике китапхана, Күгәрсендә ауыл мәҙәниәт йорто, Фәрүәз Вәлитов исемендәге музей, почта бүлексәһе эшләй. Быйыл йыл башынан Үрге Сирбай ауылында Вадим Маннанов автосервис та асып ебәргән.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла уңышлы ғына эшләп килә. Кәримов И. Н, Хәлитов Р.Ф, Фәхретдинов И. С. Крәҫтиән (фермерлыҡ) хужалығын алып барһа, Хәлитов Р. М., Фәхретдинов Ф. Я., Әбйәлилов Р.Ф. ерҙе шәхси эшҡыуар булараҡ эшкәртә. Пай ерҙәре майҙаны буйынса 4686 гектар тәшкил итһә, пайсылар 426 кеше иҫәпләнә.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин әйтеүенсә, халыҡ бында берҙәм генә.
- Күгәрсендәр - берҙәм халыҡ. Кемдә ҡунаҡ, кемдә туй, кемдә өмә –ярҙамға атлығып ҡына торалар. Ниндәй генә йәмәғәт башланғыстары булмаһын, дәррәү күтәреп алырға ғына торалар. Яҙҙан ауылды төҙөкләндереү эштәрен башлап ебәрҙек, йорт-ҡураларҙы ипкә килтереп, буяп, сәскәләр ултыртҡас, ауылыбыҙ тағы ла йәмләнеп китте.
Яңы йорттар төҙөлә, ауылда эш булмаһа ла, беҙ ер кешеһе бит инде, йәштәр ҙә ауылда төпләнергә тырышалар, береһенән- береһе уҙҙырып бейек-бейек өйҙәр һалып инәләр. Һәр ишек алды һайын еңел машина, бесән әҙерләү өсөн кәрәкле техника ла бар. Тырыштар әмәлен таба инде.
Бынан биш йыл элек “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнаштыҡ. Бөтә яҡлап та өлгөлө ауыл тип әйтеп булмай, эскән ғаиләләр бар, элегерәк “көмөшкәселәр” ҙә була торғайны, хәҙер кеше балаларын уйлап, уларҙың киләсәге өсөн һағайып, был бысраҡ бик эшкә тотонмайҙар.
Башлыҡтың уң ҡулы ул староста
Беҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы менән һөйләшеп ултырғанда ипле генә ишек ҡағып бер ағай килеп инде. Йәмәғәт йомошо менән йөрөгән уҙаман ауыл старостаһы Фәхретдин Ибрай улы Ваһапов булып сыҡты. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, кәрәк кешебеҙ үҙе килеп ҡапты. Фәхретдин ағай менән ауыл тормошо тураһында гәп ҡорҙоҡ.
- Староста булып яңыраҡ ҡына эшләй башланым, бер йыл булдымы- юҡмы тигәндәй. Халыҡ бик әүҙем, егәрле бында, шуға әйткәнде әллә ни көтөп тә тормайҙар, һәр башланғысты күтәреп алып, әйҙәләп, дәррәү генә эшләп ташлайҙар. Яҙ башынан ауыл урамдарын, эргә-тирәһен таҙаланыҡ, шишмә кәртәләнек. Зыяратты ла тәртипкә килтерҙек.- Эш тураһында тартынып ҡына, баҫалҡы ғына һөйләп ултырған ағайҙы Рафаэль Хәйбулла улы бүлдерә:
- Бөтә эште эшләйҙәр. Миңә тынғылыҡ юҡ инде былай старостанан. “Шул кәрәк, был кәрәк, техникаһы кәрәк” һәм башҡа йомоштар менән ошолай көн дә тиерлек инеп, һорашып, кәңәшләшеп тора. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ауыл старостаһы элек-электән башлыҡтарҙың уң ҡулы булған. Уның халыҡ араһында абруйы ҙур булған, һүҙе үткән. Фәхретдин ағайҙы ауыл халҡы хөрмәт итә. Эште дөрөҫ итеп ойоштора белә, еренә еткереп эшләй, эшләтә, - ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
- Халыҡ әрһеҙ бит беҙҙә. Әле бына ҡар яуғансы тип зыяратты таҙаланыҡ. Мәсет эргәһенә 150 төп ағас ултырттыҡ. Һынмаһын өсөн штакетник менән кәртәләп, ҡышҡылыҡҡа ла әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ауыл халҡы, уҡыусылар ныҡ ярҙам итте. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, берҙәмлек менән алдырабыҙ.
Ниндәй эш бар – башлыҡ әйтә һәм беҙ йыйылып, кәңәшләшеп яйын, ваҡытын табып атҡарып сығабыҙ, - тип дауам итә староста.
- Халыҡты нисек, ҡасан, ҡайҙа йыяһығыҙ? Аҙнаһына берме, айына берме тигәндәй...
- Беҙ мәсеткә йөрөйбөҙ. Аҙна һайын йомала егермеләгән ир-ат шунда осрашабыҙ, һөйләшәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ. Ҡатындарҙан да бер егермеләгән кеше килә, улар ҙа йома намаҙына йөрөй. Йәштәр ҙә, балалар ҙа килә. Бына шул йыйылған ваҡытта дөйөм эштәр тураһында һөйләшәбеҙ, хәл ителеүҙе көткән йәмәғәт мәсьәләләрен уртаға һалып, нимәләр эшләргә кәрәк икәнлеген килешәбеҙ.
- Шулай һөйләшеп килешкәндән генә халыҡты күмәк эшкә еңел генә сығарып буламы?
- Сыға. - Ҡыҫҡа һәм ҡәтғи генә яңғыратты яуабын хакимиәт башлығы.- Өмәме, нимәме планлаштырылғанда кешеләр күмәк йөрөгән ергә афиша, иғлан яҙып эләбеҙ. Ир-ат та, ҡыҙ-ҡырҡын да, бала-сағаһы ла сыға эшкә. Бына миҫал өсөн генә әйтәм: зыяратты рәтләгәндә халыҡ шығырым тулы булды. - Ситтә йәшәгәндәр генә ҡайта алманы, уларҙыҡын да үҙебеҙ таҙарттыҡ. Ҡәбер өҫтөнә үҫкән ҡыу үләнде ураҡ менән урып, тәртипкә килтерҙек.
- Старостаның эше өмәләргә генә ҡайтып ҡалмай бит инде, тағы ла нимәләр эшләйһегеҙ?
- Халыҡты борсоған нәмәләр күберәк шул экологик өмәләргә, көтөүлектәр,шишмәләрҙең торошона, ауыл тирәһенең таҙалығына барып тоташалыр ҙа инде. Үҙебеҙҙең йәшәгән ерҙе үҙебеҙ тәртиптә тотмаһаҡ, уны беҙгә Өфөнәнме, Мәскәүҙәнме килеп эшләп бирмәҫтәр. Әйтеп үткәнемсә, Күгәрсен ауылы халҡы бик ныҡ әүҙем, берҙәм, татыу, дуҫ. Шуға улар менән эшләүе әллә ниндәй ауырлыҡтар тыуҙырмай. Киреһенсә, әйҙә шуны эшләйек, быны эшләйек тип кенә торалар. Артабан да ошо йүнәлештә матур ғына эшләргә насип булһын инде. Бына оҙаҡламай сүп-сар сығарыу буйынса ла үҙгәрештәр булырға тора, был тәңгәлдә лә ауыл йәмәғәтселеге ниндәйҙер эш алыр барырға тейештер тип иҫәпләйем, - ти Фәхретдин ағай.
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙың көнкүрешен яҡшыртыуға тырышһа ла ауыл хакимиәте, үҙҙәренең дә проблемалары юҡ түгел.
- Беҙ ултырған бинаның яртыһынан күбе буш тора. Идаралыҡ урынлашҡан ике бүлмәгә ҡуртым хаҡы һигеҙ меңгә барып баҫа, йылылыҡ өсөн дә байтаҡ сыға. Китапхананы шунлыҡтан клубҡа күсерҙеләр. Бинаның теге яғы йылытылмай, аҫта дым. Таш та бит дымға бирешә. Беҙ ҙә күсер инек тә ул икенсе ергә, урын юҡ. Ауыл уртаһында ташландыҡ хәлдә торғоҙоп ҡалдырып та булмай быныһын. Былай ҙа теге яҡтағы ишекте емереп бөтөп баралар,- тип көйөнә Рафаэль Хәйбулла улы. Сүп-сар реформаһын нисек ҡабул итеүҙәре тураһында ла ҡыҙыҡһынабыҙ.
- Беҙгә еңелерәк була инде. Халыҡ өйрәнә ул яйлап. Ана бит, батарейка, лампалар өсөн һауыт ҡуйған саҡта тәүге мәлдәрҙә халыҡ рыя ғына ҡарай ине, хәҙер үҙҙәре лә өйрәнеп бөттө, һауыттың тулғанын һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Әлбиттә, түләү яғынан ҡатмарлыраҡ инде халыҡҡа. Әгәр сүп-сарҙы үҙҙәре айырһалар, түләү хаҡы ла арзанға төшә, тиҙәр.
Күгәрсендең һаулыҡ һағында торған шәфҡәт туташы Марина Ҡорбанаева бында һигеҙ йыл самаһы ғына эшләй. Салауат медицина колледжын тамамлаған белгес күп тә уйлап тормай ошонда эшкә килә. Үҙе ул күрше Сирбай ауылынан.
- Беҙгә фельдшер кәрәк инде. Быға тиклем икәү инек, март айында ул эштән киткәс, бер үҙем ҡалдым. Медколледжда уҡып йөрөгән студенттар менән дә һөйләшеп торам, бәлки, берәйһе ҡайтырға риза булыр тип. Тик ауыл еренә бик ҡайтҡылары килмәй йәштәрҙең.
Ауылда халыҡ та әҙәйҙе ул. Ҡыҙыл ярҙа, мәҫәлән, утыҙлап ҡына кеше ҡалды. Беҙҙә ике генә ауырлы ҡатын иҫәптә тора, бер йәшкә тиклемге балалар өсәү генә. Балалар баҡсаһына тотош биләмә буйынса ҡырҡлап бала йөрөй йөрөүен, мәктәптә лә 118 бала белем ала, - ти Марина Анатольевна эше тураһында бәйән итеп.
Фельдшер-акушерлыҡ урынлашҡан бүлмәләр былай таҙа ла, яҡты ла ине. Мебель-йыһаздар ғына етмешенсе йылдарҙан (элек фельдшер булып эшләгән Рәфҡәт ағай Ғүмәров заманынан) яңыртылмаған. Бүлмә һалҡыныраҡ булһа ла, нисектер, ҡот уйнап торғандай унда.
Эшһеҙлек – бында ла төп проблема
Эшһеҙлектең иң ҙур иҡдисади проблемаларҙың береһе, ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәлә икәнлеген һөйләп тороуы ла артыҡ, быны һәр кем беләлер. Бөтә ил был юҫыҡтағы ҡатмарлыҡтарҙан сығыу юлын эҙләй, яңы эш урындары булдырыу маҡсаты менән төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелә. Шулай ҙа, ауылдарҙа эшһеҙлек мәсьәләһе - халыҡтың иң ауыртҡан урыны. Күгәрсен ауылы ла был бәләнән азат түгел. Типһә тимер өҙөрлөк ир-уҙамандарыбыҙ ҡорған ғаиләләренән ситләшеп, балаларын ҡарайым, ашатайым, кейендерәйем тип себер тарафтарына юллана. Күгәрсендән генә Себергә китеп эшләүселәр бөгөн һикһәндән артыҡ. Ғаян ағай Ҡотлогилдин да ауыл халҡына эш булмауына зарлана. Әле ул хаҡлы ялда, үҙ хужалығында ишле итеп мал аҫрай, утыҙлап баш бал ҡорто тота. Быйыл алтмыш йәшен тултырған уҙаман үҙе өсөн түгел, йәштәр өсөн көйөнә.
- “Октябрь” совхозында идарасы, ферма мөдире булып эшләнем, баш зоотехник та булдым. Мәскәү инвесторҙары килгәс, беҙҙең һымаҡ ябай ауыл эшселәренә урын ҡалманы. Йәнәһе, беҙ компьютерҙы белмәйбеҙ. Ҡайҙа беҙгә ундай мөмкинлектәр? Ғүмер буйы ҡул эше, көс эшендә йөрөгән кешеләр бит беҙ.
Ярай, йәнлек фермаһы астылар. Тик унан төлкө-шәшкеләр ҡасып, тирә-яҡта үрсешеп китте, хәҙер ауыл халҡының ҡош-ҡортон ҡыра. Элек гөрләп торған хужалыҡ ине, мал да, техника ла, халыҡҡа эш тә бар ине, - ти Ғаян ағай. – Эшһеҙлек, әлбиттә, бөгөн генә хәл ителә торған проблема түгел. Шулай ҙа, йән биргәнгә йүн биргән, көрәп үк аҡса эшләү форсаты булмаһа ла, ғаиләне генә тәьмин итерлек матди килемде төпләнгән ерҙә лә табырға булалыр. Был осраҡта халыҡҡа ярҙамға эшҡыуарлыҡ килә. Күптәр ҡош-ҡорт үрсетә, бал ҡорто тотоп балын һата, күпләп мал-тыуар аҫрап, итен тапшыра, бер нисә баҡса картуф үҫтереп, мул уңыш йыйып һата, шәхси магазиндар асып ауыл халҡын көн-күреш кәрәк-ярағы менән тәьмин итә.
Ә балта оҫталары иһә ағастан төрлө әйберҙәр эшләп кинәнә.
Миңлебай Тажислам улы Джангучуков ағас эшенә бала саҡтан мөкиббән. Беҙ барғанда ла ул үҙе ҡулайлаштырып алған оҫтаханаһында нимәлер һыҙа, үлсәй, быса ине. Әҙер өҫтәл-ултырғыстары ла һатып алыусыларҙы көтөп, һикелә теҙелешеп тора.
- Минең атайым ағас эшенә оҫта ине. Ауылда Әхмәт тигән бабай ҙа ағас эшенә бик маһир ине. Атайым да карауат, өҫтәл, ултырғыс кеүек өйгә кәрәк-яраҡ йыһаздар эшләй торғайны. Ул эшләгән шкаф әле булһа, ана, өйҙә тора.
Минең әле бик иркенләп эшләгән дә юҡ, пилорамда эшләйем, бушаған арала ғына тотонам. Заказдар күп, ауылдан шуны-шуны эшләп бирсәле тип һорап ҡына торалар. Ҡазандан да, Стәрленән дә килеп алғандар бар, - ти балта оҫтаһы.
- Ә ниндәй ағас ҡулланаһығыҙ?
- Йүкә йомшаҡ була, биҙәк һалып эшләүгә ҡулай. Ҡарағай ҙа һәйбәт, күберәк шул ағастан эшләйем инде.
Бер ултырғанда бер пар ултырғыс эшләйем. Һыҙып, үлсәп, биҙәк урынын билдәләп алғас, елемгә ултыртам, шунан ныҡ булһын өсөн шөрөп менән бороп та ҡуям. Ағас эше шәп нәмә ул. Оҫтаханаға инеп киттеңме – донъяң онотола. Ҡарағай еҫе генә аңҡып тора бит. Баш ауыртып торғанда, кәйеф юғыраҡ саҡта тотонһаң, сир-сырхауың да һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Биҙәк һала башлаһаң инде, бигерәк тә ҡомарланып, тиҙерәк тамамлағы килеп тора. Ҡатындың сәй эсергә ин тип ҡысҡырғанын да ишетмәй, онотолоп китәм.
- Үҙегеҙ оҫта булғас, өйгә мебель-йыһаз да һатып алырға кәрәкмәй инде, үҙегеҙ эшләйһегеҙ ҙә ҡуяһығыҙ, - тием әңгәмәсемә.
- Уныһы шулай инде. Кәрәк-ярағын етештереп торорға тырышһам да, ҡатын “анауындай өҫтәлде миңә һаман эшләп бирмәйһең” тип шелтәләгән була (көлә).
- Был эш һеҙгә килем өсөнмө, күңел өсөнмө?
- Байыр өсөн түгел инде, әллә ни килем алырға ынтылмайым. Күберәк күңел өсөн, үҙем өсөн инде. Пенсияға сыҡҡас, бәлки, ныҡлап та тотонорға мөмкин булыр,-ти Миңлебай ағай яратҡан шөғөлө тураһында тәфсирләп.
Мәҙәниәт усаҡтары - ауыл ҡото ул
Ауыл халҡының тын алышын мәҙәни усаҡтарҙың, китапханаларҙың торошонан да самаларға була.
Ауыл клубы матур бинала урынлашҡан, заманса йыһазландырылған, йылы, таҙа, яҡты. Китапхана ла ошонда. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире – Зәйҙә Хәйбуллина. Ул бында 18 йылдан ашыу эшләй.
Халыҡ мәҙәни сараларға ғына түгел, клуб ойошторған түңәрәктәргә лә әүҙем йөрөй,ти ул.
Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә “Хужабикә” ҡатын-ҡыҙҙар клубы ла эшләй. Кис йорт тирәһендәге ваҡ-төйәк эштәр тамамланып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡураға ябылғас, ҡатын-ҡыҙҙар ауыл мәҙәниәт йортона йыйыла: күп йылдар дауамында туплаған үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаша, хеҙмәт тәрбиәһе сабый саҡтан бирелергә тейеш тигән хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, йәштәрҙе тәү ҡарашҡа ябай ғына, әммә көн дә кәрәкле ҡул эштәренә, сигеү, тегеү, бәйләү серҙәренә өйрәтәләр. Буласаҡ хужабикәләргә киләсәктә был һөнәрҙәр, ысынлап та, кәрәк буласаҡ. Шулай итеп, Күгәрсендә быуындар күсәгилешлеге лә ныҡлы, тотороҡло һаҡланған тиергә була. “Хужабикә”ләр тик ҡул эштәре менән генә шөғөлләнмәй. Улар халҡыбыҙҙың йыр-моңона, дәртле бейеүҙәренә лә битараф түгелдәр. Төрлө яңы йырҙар отоп, бер-береһенә йырлап ишеттереп, байрам сараларына күмәкләп өйрәнеүҙәр ҙә матур традицияға әүерелгән.
- Ҡыҙ-ҡырҡын аҙнаһына бер тапҡыр – кесаҙна кис йыйыла. Унда беҙ оҫта ҡуллы апай-инәйҙәрҙән бәйләү, сигеү, тегеү серҙәренә өйрәнәбеҙ. Ауылда йәшәгән кешенең эше бер ҡасан да бөтмәй, шулай ҙа ошолайтып булһа ла, осрашып күрешеп, донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп, кәңәшләшеп алырға ваҡыт табырға тырышабыҙ. Ҡул эштәренән аҙаҡ байрамдарҙа матур күргәҙмәләр ҙә ҡуябыҙ. Беҙҙең халыҡ театры яҡын-тирә ауылдарға спектаклдәр ҙә алып сыға. Әле тағы яңы әҫәр буйынса тамаша әҙерләй башланыҡ. Әсәйҙәр көнөнә “Зәңгәр шәл”дән өҙөк тә әҙерләнек, - тип һөйләй клуб етәксеһе.
- Балалар инде китапхана алып барған “Һоҡланыу” тигән ижади оҫтаханала йыйыла. Унда улар төрлө уйындар уйнай, викториналарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша, ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөү эштәренә өйрәнә, яҙыусылар ижады менән таныша, иҫкереп туҙған китаптарҙы ла ошо оҫтаханаға йөрөүселәр ремонтлай. Бөтәһе 12 бала шөғөлләнә, - тип әңгәмәгә ҡушыла китапханасы Фәрҙәнә Ғәбитова. – Халыҡ күп йөрөй, шуныһы шатландыра. Ҡасим ағай Исҡужин, Фаягөл Рәжәпова, Руфина Якиева, Линар Ҡорбанаев, туҡһан йәшлек Наилә инәй Хәлитовалар даими уҡыусыларыбыҙ.
Бер ыңғайға почтаға ла инеп, гәзиткә яҙылыу барышы менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
Бында “Мораҙым” гәзитен күберәк алдыралар. “Хаҡтар артыңҡырап китһә лә, халыҡ мөмкинлегенә ҡарап, яҙылырға тырыша. Тик бына ҡайһы бер уҡытыусылар (хатта күрше ауылдағы мәктәп директоры ла) гәзит-журналға яҙылмай.
Почта аша ҡиммәтһенһәләр тип, альтернатив яҙылыуҙы ла тәҡдим иттек. Был осраҡта гәзит ярайһы уҡ арзанға төшәсәк, тик гәзитте сыҡҡан көнөндә алыр өсөн Мораҡҡа килергә кәрәк була. Былай халыҡ аҙнаһына бер булһа ла, алып тороуға риза, район үҙәгенә көн дә булмаһа ла, аҙнаһына бер мотлаҡ йөрөп тороусылар аша алдырмаҡсылар. Был тәжрибәне, әгәр халыҡ риза булһа, башҡа биләмәләргә лә үҙләштерергә булалыр.