Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2018, 01:18

“Ҡыш бабай” малай, йәки Яңы йыл күстәнәсе

Яңы йылды ҡаршылау балалар өсөн иң мөһим байрамдарҙың береһе, шуға күрә лә уға бәйле яҡты иҫтәлектәр йылдар дауамында күңелдең түрендә һаҡлана. Ошо байрам яҡынлашҡан мәлдә минең дә үҫмер сағымда булған ваҡиға күҙ алдыма килеп баҫа.

Хәтирә

Яңы йылды ҡаршылау балалар өсөн иң мөһим байрамдарҙың береһе, шуға күрә лә уға бәйле яҡты иҫтәлектәр йылдар дауамында күңелдең түрендә һаҡлана. Ошо байрам яҡынлашҡан мәлдә минең дә үҫмер сағымда булған ваҡиға күҙ алдыма килеп баҫа.
...Гел яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүсе отҡор уҡыусы булғанға күрә, уҡытыусы апай миңә Дауыт-Ҡайып мәктәбендә үткән яңы йыл байрамында Ҡыш бабай булырға ҡушты. Был почетлы эшкә бик етди ҡарап, ныҡ әҙерләндем. Дөрөҫ, Ҡыш бабай һүҙҙәрен ятлап, уға оҡшатып йөрөргә, бүләктәр таратырға өйрәнеү ауыр булмаһа ла, Ҡыш бабай кейемдәрен үҙемә яратып “тәртипкә килтереү” бик ҡыйынға төштө. Ғаилә, һаулыҡ мәсьәләһенә бәйле, ул ваҡытта ҡарт өләсәй ҡулы аҫтында йәшәгән осор ине. Бөтә нимә әҙер, тик бына тоҡ проблемаһы. Өлкән кеше оҙаҡ аптырап торманы, аҡ тоҡсайынан киптерелгән ҡоротон бушатып ҡулыма тотторҙо. Шыршы байрамына оҙатҡанда өләсәйем: “Ҡыш бабай, тоғоңда миңә лә күстәнәс алып ҡайтырға онотма!” – тип ҡалды.

Байрам бик тиҙ һәм бик күңелле үтеп китте. Шартына килтерергә тырыштым. Әммә артыҡ йомарт Ҡыш бабай булып сыҡтыммы, уңлы-һуллы күстәнәс таратып йөрөп, байрам аҙағына тоғомда бер бөртөк тә кәнфит ҡалмағайны. Ҡыш бабай кейемен сисеп бәреп, изгеләрҙән-изге кешемдең ҡорот өсөн генә тотҡан ҡәҙерле тоғон устарыма ҡыҫып, балтаһы һыуға төшкән ҡиәфәттә мәктәп ихатаһына сыҡтым. Ә унда мине уҡытыусы апайым йылмайып көтөп алды һәм ҡулыма ауыр ғына ялтыр тышлы тоҡсай тотторҙо. “Быныһы һиңә яңы йыл күстәнәсе, матур Ҡыш бабай булғаның өсөн”, - тине ул. Их, белһәгеҙ икән, шатлығымдан түбәмдең нисек күккә тейгәнен! Йәшен тиҙлегендә өйгә атылып инеп, яңы йыл күстәнәсен ҡарт өләсәйемә һондом. Самауырҙы выжлатып, тәмлекәстәр менән бергә-бергә сөкөрләшеп сәй эсеүе байрамда алған тәьҫораттарҙан да ҡәҙерлерәк, ҡиммәтерәк тойолдо. Ә тырыш хеҙмәтем өсөн бирелгән Яңы йыл күстәнәсе ғүмеремдә иң татлыһы булып иҫтә ҡалды, уның тәме тел осонда һаман һаҡланғандай...

Илгиз Сәғитов,

Мәҡсүт урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: