Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2018, 01:08

Ул – тере хазина һаҡсыһы

Республикабыҙҙың милли һәм тәбиғәт парктары тураһында халҡыбыҙ яҡшы белә, сөнки улар даими рәүештә киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла һәм унда төркөм-төркөм туристар ҙа йөрөй. Ә бына заказникта, йәғни ҡурсаулыҡта (тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында һунар итеү, ағас ҡырҡыу тыйылған урын) тормоштоң нисек ҡайнағанын бөтәһе лә белеп бөтмәйҙер. Беҙ иһә хөрмәтле гәзит уҡыусылар иғтибарына “Эйек” дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм уның инспекторы Сергей Максимов тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Республикабыҙҙың милли һәм тәбиғәт парктары тураһында халҡыбыҙ яҡшы белә, сөнки улар даими рәүештә киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла һәм унда төркөм-төркөм туристар ҙа йөрөй. Ә бына заказникта, йәғни ҡурсаулыҡта (тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында һунар итеү, ағас ҡырҡыу тыйылған урын) тормоштоң нисек ҡайнағанын бөтәһе лә белеп бөтмәйҙер. Беҙ иһә хөрмәтле гәзит уҡыусылар иғтибарына “Эйек” дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм уның инспекторы Сергей Максимов тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.
Районыбыҙҙың көнсығыш өлөшөндә Көньяҡ Уралдың тәпәш тауында Оло һәм Кесе Эйек йылғалары араһында урынлашҡан “Эйек” ҡурсаулығы махсус һаҡланған тәбиғәт мөйөштәре ҡараған 232 объект иҫәбенә инә. Ул һәр яҡлап ҡиммәтле һәм әһәмиәтле һаналған ерҙе, ундағы ҡырағай йәнлек-ҡоштарҙы һаҡлау, һанын арттырыу, тәбиғи төркөмдәрҙең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1972 йылда асылған.

Йәйгеһен бында йүкәләр шау сәскәгә күмелә, йылға ярҙарында еректәр талғын елгә тирбәлә, түбәләре күккә олғашҡан мәғрур ҡарағайҙар, шыршы һәм ҡарағастар был мөғжизәгә бай төбәктең тоғро һаҡсылары кеүек ултыра. Ҡуйы урмандар уйһыулыҡ, тау далалары менән сиратлаша. Ошо ерҙәрҙе мышы, ҡабан, айыу, ҡоралай, һыуһар, һеләүһен, шәшке, ҡуян, бурһыҡ кеүек йәнлектәр төбәк иткән. Инспектор яҙмаларында бөтәһе 40 төрлө һөтимәрҙәр барлығы теркәлгән. Ҡоштарҙың 122 төрөн осратырға була, уларҙың 30-ы һунарсылар һөжүменә дусар булыусылар рәтенән. Бирелә һоро ағуна (куропатка), һоро торна, ҡама, бөркөт, ябалаҡ һәм башҡа “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ҡош-йәнлектәр бар.
Был ҡәҙәр тере хазина, әлбиттә, ныҡлы һаҡлау һәм яҡлауға мохтаж. Шуның өсөн дә заказникта тиҫтәләп кеше эшләй, улар махсус территорияға даими мониторинг үткәреп тора. Шул намыҫлы эшсәндәрҙең, үҙ эшен яратып башҡарыусыларҙың береһе – инспектор Сергей Максимов. Тәүҙә ул Күгәрсен урман пунктында эшләй, 2015 йылдан “Эйек” ҡурсаулығына күсә. Йөрәгең һәм йәнең ҡушыуы буйынса башҡарған хеҙмәтеңдән генә илһам, бөтмәҫ дәрт алаһың. Сергей Максимов та шулай. Тыуған яҡ тәбиғәтенә булған тәрән һөйөүе, тереклеккә ихтирамы, миһирбанлылығы уға арымай-талмай, йәнен аямай хеҙмәт итергә көс бирә. Ул – ысын урман кешеһе, һәр саҡ тәбиғәт ҡосағында. Ҡышҡылыҡҡа йәнлектәргә оператив рәүештә миндек, бесәнен әҙерләһенме, ағас үҫентеләрен ултыртһынмы, йәш, үҫеп килеүсе быуынға экологик тәрбиә биреү менән шөғөлләнһенме... Уның кеүек һөнәр эйәләре тураһында “үҙ урынын тапҡан”тиҙәр. Уны йәнлек-ҡоштар ҙа танып торғандай, инспекторҙан һис өркмәйҙәр, “объектив”ҡа тура ҡарап, фотоға төшәләр (һүрәттә). Ә Максимов үҙенең фотоларын интернетҡа һалып, дуҫтары менән дә уртаҡлаша. Шулай уҡ фотоһүрәттәр фаунаның ни тиклем бай һәм күп яҡлы икәнлеген төшөнөргә ярҙамлаша.
Ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек осоронда Сергей Павлович 20 тоҙ һалыу урынын, 18 туҡланыу майҙансығын әҙерләне. Уның тарафынан 3 тонна иген ҡалдығы, 2 тонна тоҙ, етәрлек бесән әҙерләнде. 30 ҡарағай үҫентеһе ултыртылды, Побоище мәктәбе уҡыусылары менән заказник территорияһында бер нисә тапҡыр өмә ойошторолдо. Үәт, инспектор хеҙмәте шулай ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, йөкмәткеле һәм ауыр, яуаплы эш. Тик уны Максимов кеүек тәбиғәткә һәм эшенә мөкиббән кеше генә булдыра ала.
Арағыҙҙа, саф һауала һәм тәбиғәт ҡосағында йөрөүе үҙе рәхәт тә баһа, тип әйтеүселәр ҙә табылыр, моғайын. Әммә тау-таш араһында, ҡуйы урман эсендә, йәғни ҡырағай шарттарҙа йөрөп эшләү ҡурҡаҡ йәндәр һәм йомшаҡ йөрәклеләр өсөн түгел. Һәр аҙымда йәшәүгә хәүеф янарға мөмкин, әммә ҡағиҙәләрҙән тайпылырға ярамай – үҙең менән һалҡын ҡорал алыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Бына шуға күрә лә яҙмабыҙҙың геройын батыр йөрәкле тип әйтергә була!
Һүҙемде йомғаҡлап, “Эйек” ҡурсаулығының популяр туристик зона икәнен дә иҫегеҙгә төшөрөп үтке килә. Әгәр беҙҙең бай тәбиғәт мөйөшөн килеп күргегеҙ килһә, ҡыйыу рәүештә Сергей Павловичҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һис шикһеҙ, уның менән тәбиғәткә сыҡҡан осраҡта, сәйәхәтегеҙ күңелле һәм иҫтәлекле буласаҡ, сөнки ул – был территорияны үҙенең биш бармағылай яҡшы белеүсе һәм изгелекле, алсаҡ, ярҙамсыл кеше!

Гөлназ ТУЙМӨХӘМӘТОВА,

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы методисы.
Читайте нас: