Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2018, 01:33

Иң тәү сиратта – дөйөм мәнфәғәттәр

Ауылдарҙың һәм урындағы халыҡтың һулышын асыҡ тойоу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген биреүсе Совет һәм хакимиәт көндәре уҙған аҙнала Ишбирҙе һәм Нуҡай ауыл биләмәләрендә үтте.

Ауылдарҙың һәм урындағы халыҡтың һулышын асыҡ тойоу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген биреүсе Совет һәм хакимиәт көндәре уҙған аҙнала Ишбирҙе һәм Нуҡай ауыл биләмәләрендә үтте.

Ни хәлдәһең, Ҡаран, Сапыҡ, Ишбирҙе?

Иң тәүҙә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендәге делегация Ишбирҙе ауыл биләмәһенә юлланды. Биләмә тик өс ауылдан тора. Бөтәһе 477 кеше теркәлгән, шуның 362-һен өлкәндәр тәшкил итә, 115-е – 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр. Ағымдағы йылда 6 сабый донъяға килгән, 7 кеше вафат булған. Биләмә территорияһында С. Толмачев, Дәүләтбаевтар, П.Верясовтарҙың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Утар” йәмғиәте (А.Айытҡолов) бар. Халыҡ башлыса эре мал аҫрап, баҡса үҫтереп көн итә.


Эшсе төркөмдө беренсе булып ҡабул иткән Сапыҡ ауылы үҙенең ыҡсымлығы, төҙөклөгө менән күңелде арбаны. Ауыл тормошона йән өрөп торорға мәҙәниәт һәм белем усағы, иман йорто ла бар. Клубтарының хәл-торошо ҡәнәғәтләндерерлек, ҡупшы итеп биҙәлгән шыршыһы ла яңы йыл кәйефен тыуҙырҙы. Әммә түбәһен, ишек, тәҙрәләрен алмаштырғанда, бина тағы ла йәмләнеп китер ине, был эште “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында башҡарыу мөмкинлеге барлығын район хакимиәте башлығы ла тәҡдим итте. Форсаттан файҙаланып, 7 йыл мәҙәни ойоштороусы булып эшләгән күп балалы әсә – Дания Сәйетҡолованың да үҙ һөнәренә намыҫлы ҡарауын билдәләп үтке килә.


Ә бына сапыҡтыҡынан һуң Ҡаран ауылы клубы бигерәк шөҡәтһеҙ күренде: емерелергә торған солан, ҡыйшайып ултырған хан заманындағы ултырғыстар... Ҡыҫҡаһы, бинаға капиталь ремонт талап ителә. Ишбирҙе ауылы клубы элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан, ошонда уҡ ФАП һәм почта эшләй. Йылы, иркен, әммә фельдшер юҡ, ишбирҙеләрҙе әле аҙнаһына ике тапҡыр Исемдән килеп Рәзилә Байғазакова хеҙмәтләндерә.

Ауылдар һәм объекттарға “сәйәхәт”тән һуң күсмә кәңәшмәнең төп өлөшө Сапыҡ ауыл мәктәбендә дауам итте (Сапыҡ мәктәбе Мәҡсүт урта мәктәбенең филиалы һанала, бында өс ауылдан бөтәһе 41 бала уҡый).


Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Наил Ибраһимов ағымдағы йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләһе йылға ҡуйылған маҡсаттар, бурыстар менән таныштырҙы. “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында ауылдарҙа балалар өсөн майҙансыҡтар ҡуйылған, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Сапыҡ ауылы урамдары төҙөкләндерелгән. Ғаилә йылы уңайынан июль айында Сапыҡта “Ғаиләм - ҡәлғәм”байрамы үткән, ауылдың төҙөк күренеүе лә – шул байрам һөҙөмтәһе. Әммә оҙаҡҡа һуҙмай хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа байтаҡ. 2012 йылда урынлаштырылған урам фонарҙәре эштән сығып килгәнлектән, яңыларын алыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ. Өҫтә телгә алынған Ҡаран ауыл клубының хәлен “Урындағы башланғыстарға булылыҡ итеү” программаһы ярҙамында ремонтларға ниәтләгәндәрен, тик бының өсөн ауыл кешеләренең үҙҙәренән дә әүҙемлек талап ителгәнлеген иҫкәртеп үтте биләмә башлығы.

Район Советы секретары Руслан Әхмәров һанлы телевидениеға ҡағылышлы һорауҙарҙа аңлатма биреп үтте. Ғайса Янбаев халыҡҡа урмандарҙағы ҡоро-һарыны рөхсәтһеҙ-ниһеҙ ҡулланыу мөмкинлеге барын иҫенә төшөрҙө, тиҙҙән ҡый, йәки ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләйәсәк хаҡтың билдәле буласағын белдерҙе. Район башлығы шулай уҡ Рәсәйҙә көн һайын янғында 700-ләп кешенең һәләк булғанлығын иҫкәртеп, алдағы шыршы байрамдарын бәлә-ҡазаһыҙ, матур үткәреүҙәрен теләне, яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән тәбрикләне.


Әүҙемдәр икән нуҡайҙар!..

Нуҡай ауыл биләмәһенә Нуҡай, Буҫтыбай, 1-се һәм 2-се Түкәт ауылдары инә. Бында бөтәһе 228 йортта 551 кеше теркәлгән. Халыҡтың 416-һы – өлкәндәр, 285-е – хаҡлы ялдағылар, 135-е – 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр. Биләмәлә 13 күп балалы ғаилә, өсәүһендә 4 һәм унан күберәк бала тәрбиәләнә. Ағымдағы йылда 3 сабый донъяға килгән, 5 кеше вафат булған. 3 сауҙа нөктәһе (шәхси эшҡыуарҙар Камила Байғүбәкова менән Фәниә Мырҙабулатова) эшләй. Шәхси эшҡыуар Валерий Күсәпов пилорама тота. Биләмәлә Айытҡолов, Йәнгиров, Сәлихов, Әҙелғужиндарҙың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бар. Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп көн итә. Урамдар буйлап үткәндә ҡупшы йорттарҙың байтаҡ булыуы ла күҙгә салынды, был яҡ халыҡтың йәшәү кимәлен һис насар тип әйтеп булмай.
1-се Түкәт ауылында туҡталған эшсе төркөм иң тәүҙә клубтың торошо менән ҡыҙыҡһынды. Мәҙәни ойоштороусыһы Земфира Собханғолова әйтеүенсә, бында халыҡ әүҙем, байрам саралары нуҡайҙар менән берҙәм ойошторола. Мәҙәниәт усағы матур, яңы йылға шыршылары ла ҡупшы биҙәлгән, әммә һыуыҡ, бина тик конвектор менән йылытыла.


Түкәт ауылы ФАП-ында халыҡты тейешенсә хеҙмәтләндереү өсөн бар шарттар тыуҙырылған. 32 йыл ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған фельдшер – Эльза Илмөхәмәтова оло ихтирамға лайыҡ. Ошо уҡ бинала, элекке мәктәп урынында “Шәмиғол” мәсетенең асылыуын баҫмабыҙҙа яҡтыртҡайныҡ инде, иман йорто булыуы ауыл киләсәгенә өмөт уята. Түкәттә Хөпбулла Бикбаев үрсеткән башҡорт тоҡомло аттарҙы күреү бәхете лә тейҙе. Әлегә уларҙың һаны – 19, ауыл уңғаны йылҡы һанын киләсәктә тағы ла арттырырға ниәтләй.

Нуҡай ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә ФАП, ауыл клубы (мәҙәни ойоштороусыһы Гөлнара Йәғәфәрова), ауыл китапханаһы (Сәйҙә Байғүбәкова) һәм төп дөйөм белем биреү мәктәбе (мөдире Рифат Байғүбәков) урынлашҡан. Бында пленар өлөш башланғансы Ғайса Янбаев халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Етәкселеккә мөрәжәғәт итеүселәр бар ауыл халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып, ҙур ауылдың фельдшерһыҙ ҡалыуына, пай ерҙәренә, бәйләнеш, интернет бәйләнешенә, ағас алыуҙа тыуған ауырлыҡтарға бәйле һәм йылға ярында бурһыҡтар тыуҙырған проблеманы хәл итеүҙәрен үтенде. Хужаһыҙ йөрөгән малдарҙың ихата-баҡсаларға килтергән зыян өсөн, ата-әсәләр белем усағы ябылып ҡуйылмаһын, тип хафаланды.

Дөйөм йыйылышта биләмә башлығы Риф Байғүбәков һүҙ тотто, ул ағымдағы йылға байҡау яһап, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса 1-се Түкәт ауылына балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуйылған, йәйгеһен уҙғарылған ауыл байрамынан һуң, Түкәт тағы ла төҙөкләнеп, матурланып ҡалған. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ауыл клубын баян, музыкаль аппаратура, бильярд өҫтәле, яңы ҡормалар алғандар. Киләһе йылда башҡарылаһы эштәр ҙә байтаҡ. Буҫтыбайҙа “Ауыл көнө”н үткәрергә ниәтләйҙәр, 2-се Түкәт ауылына газ индереү, Буҫтыбай ауылындағы 1-се май урамына асфальт түшәү һәм мәсет төҙөү эшен аҙағына еткереү планлаштырыла.
Полицияның участка уполномоченныйы Марсель Байғүбәков күпселек енәйәт эштәренең уғрылыҡ һәм үлтереү менән янауға бәйле икәнлеген, 15 кешенең профилактик иҫәптә тороуын билдәләп үтте. Районда ялған 5 меңлектәр купюраһы әйләнешкә инеү факты теркәлеүенә бәйле, халыҡты уяуыраҡ булырға өндәне. Нуҡай ауылы кешеләрен ваҡытлыса Эльза Ғилметдин ҡыҙы хеҙмәтләндерәсәк. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рөстәм Хөсәйеновҡа халыҡ дауаханалағы сираттарға, яҙылып барып та тәғәйен ваҡытта белгескә инә алмауҙарына зарланды.

Халыҡты шулай уҡ янғын хәүефе янаған ташландыҡ йорт-ҡуралар мәсьәләһе борсой. Бер уҙамандың “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса мал-тыуарҙы күмер урын эшләргә кәрәк, тигән тәҡдимен етәкселек тә, халыҡ та хупланы. Ғайса Янбаев урында хәл ителә торған мәсьәләләрҙе ауыл биләмәһе башлығына халыҡ менән берлектә сисергә кәрәк, тине.

Ғөмүмән, Нуҡай ауылы биләмәһе халҡы әүҙемлеге менән арбаны. Шәхси талаптарынан өҫтөн булып, дөйөм ауыл мәнфәғәте өсөн көйөп-яныусыларҙың байтаҡ булыуы был төбәктә йәшәүсе кешеләрҙең үҙ ауылдары яҙмышына битараф булмауҙарын иҫбат итте.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат Ғәҙелшин фотолары.

Читайте нас: