Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2018, 00:39

Хужалыҡ ҡаралтыларына һалым түләргәме?

Исем ауыл биләмәһендә Совет һәм хакимиәт көнө үткәндә Исем ауылында йәшәүсе, 2019 йылдан хужалыҡ ҡаралтылары өсөн һалым түләргә кәрәк буласаҡмы, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Уға Федераль һалым хеҙмәтенең 25-се һалым инспекцияһы бүлеге начальнигы Татьяна КОРЫСТОВА яуап бирә.

Исем ауыл биләмәһендә Совет һәм хакимиәт көнө үткәндә Исем ауылында йәшәүсе, 2019 йылдан хужалыҡ ҡаралтылары өсөн һалым түләргә кәрәк буласаҡмы, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Уға Федераль һалым хеҙмәтенең 25-се һалым инспекцияһы бүлеге начальнигы Татьяна КОРЫСТОВА яуап бирә.

- Хужалыҡ ҡаралтыларына һалым 2017 йыл өсөн үк иҫәпләнде. Рәсәй Финанстар министрлығында аңлатыуҙарынса, физик шәхестәрҙең һалым һалынған хужалыҡ ҡаралтыларына шәхси, баҡса хужалығын алып барыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн бирелгән ер участкаларындағы күсемһеҙ милек объекттары инә. Һүҙ граждандарҙың көнкүреш һәм башҡа ихтыяждары өсөн төҙөлгән көнкүреш ҡаралтылары, биналар тураһында бара. Йорт, йәшәү өсөн төҙөлгән биналар һәм гараждар хужалыҡ ҡаралтыларына инмәй.
Әгәр хужалыҡ ҡаралтыларының майҙаны 50 кв. метрҙан артмаһа һәм йорт хужаһы һалым органына шул льгота буйынса мөрәжәғәт итһә генә, уның өсөн һалым иҫәпләнмәй. Ул ваҡытта һалым эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә ҡулланылмаған бер генә хужалыҡ ҡаралтыһы өсөн иҫәпләнә (илдең ҡайһы төбәгендә урынлашыуан ҡарамаҫтан).
Муниципаль берләшмәләрҙең вәкәләтле органдары льготаларҙың шарттарын киңәйтеү хоҡуғына эйә (мәҫәлән, муниципалитет сиктәрендә хужалыҡ ҡаралтыларының сикләнмәгән һаны, йәки хужалыҡ ҡаралтыларының майҙаны 50 кв. метрҙан ашыу). Һалым льготалары менән «Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам» сервисында танышырға була.
Льготаларға эләкмәгән, шул иҫәптән майҙаны 50 кв. метрҙан артҡан ҡаралтылар өсөн һалым дөйөм тәртип буйынса объекттарға физик шәхестәрҙең хоҡуғын теркәү (Росреестр, нотариус) тураһындағы мәғлүмәт буйынса иҫәпләнә. Берҙәм дәүләт реестрында теркәлмәгән ҡаралтылар ( теплица, хужалыҡ блоктары, япма, ваҡытлыса ҡуйылған ҡаралтылар һ.б.) һалым объектына инмәй.
Читайте нас: