18 декабрь – ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө
Былтырғыға ҡарағанда тыуыу кимәле лә бер аҙ артҡан: 290 тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылған, былтырғынан унауға артыҡ. Йәш ғаиләләләр ҙә бер нисәүгә күбәйгән, әлеге мәлгә 145 ғаилә барлыҡҡа килһә, йыл аҙағына тиклем тағы 8 никах теркәлеүен көтәләр.
- Ғаилә йылында никахтарҙың күберәк теркәлеүе ҡыуандырҙы. Айырылышыу кимәле былтырғыса ҡала – 81 ғаилә тарҡалды. Быйыл шулай уҡ 50, 60 йыл бергә йәшәгән 25 пар ғаиләне лә тәбрикләнек. Араларында күберәк йәшәгәндәр ҙә бар ине, сөнки элек рәсми теркәлеү, ғәҙәттә, һуңыраҡ булған. Кемдер тәүге балалары донъяға килгәс кенә никах таныҡлығы алған, кемдер башҡа сәбәптәр арҡаһында оҙаҡлаған. Киләһе йылда ла бергә-бергә, татыулыҡта-хөрмәттә йәшәгән оло инәй-олатайҙарыбыҙҙы тәбрикләйәсәкбеҙ. 50, 60, 70, 75, бәлки, унан да күберәк бергә йәшәгән парҙар булһа, ғаризалар көтөп ҡалабыҙ.
Эш мәлендә лә төрлө хәл-ваҡиғаларға ла юлығып торабыҙ. Хәтеремдә шулай бер урта йәштәрҙәге ҡатын ҡәтғи хис-тойғоларға бирелеп, ҡыҙы менән кейәүен айырыуҙарын талап итә. Йәшәй алмайҙар, айырығыҙ тиҙ ҙә ҡуя. Баҡтиһәң, кейәүе даими эшкә урынлаша алмай, шунлыҡтан ғаиләһе матди мохтажлыҡ кисерә икән. Әсә кеше ҡыҙын йәлләп, бәлки, уға икенсе хәллерәк кеше тура килер тип, айыртырға теләй. Ипләп кенә һорашам үҙегеҙ тормоштамы, ирегеҙ эшләйме тип. Ире бар, әммә уның да даими эш урыны юҡ, ҡыҙынан башҡа ике өлкән улы булып сыҡты. Етмәһә, улары бер ҡайҙа ла эшләмәй икән.
Бына шул яҡтарын яйлап ҡына асып һала башлағайным, аҡлана башланы. Ейәнен күрәләтә атай тәрбиәһенән мәхрүм итәсәген дә аңлаттым. Башҡаса килмәне ул апай,- ти ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Сафина. - Берәүгә лә тормош алһыу гөлдәр тотоп ҡына юлдаш булмай. Ауырлыҡтар ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа булып тора, әммә мөхәббәт, һөйөү менән яралған ғаиләне һауыт-һаба шылтыраған һайын тарҡатырға тырышыу дөрөҫ түгел. Тормош һынауҙарын бергә үткән парҙар ғына киләсәктә ныҡлы ғаиләләре менән өлгө булып тора. Шуға күрә йәштәргә лә әйтер инем: ниндәй генә ҡатмарлыҡтар булһа ла, айырылышырға ашыҡмағыҙ. Ғаиләлә хис-тойғолар менән генә түгел, аҡыл менән дә эш итә белеү мөһим.