Район мәҙәниәт һарайында Мораҡ ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса дөйөм йыйылыш уҙҙы. Унда район үҙәгенең бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмағандар ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, был программа буйынса урындарҙа теге йәки социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика бюджетынан аҡса бүленә, уның бер ни тиклем өлөшөн халыҡ (15%), бағыусылар (15 %), урындағы бюджет (15%) күтәрә.
Район үҙәгендә лә социаль мәсьәләләр байтаҡ, әлбиттә. Әммә уларҙың ҡайһыһын тәүҙә хәл итеүҙе халыҡ хәл итә. Ауыл биләмәһе башлығы Азат Ишбулдин уҙған йылда мосолман зыяраты ҡоймаларын яңыртылыуы хаҡында хәбәр итеп, был изге эштән ситтә ҡалмағандарға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уның әйтеүенсә, һәр биҫтәлә йыйылыштар уҙғарылған, халыҡ үҙ һүҙен әйткән.
Йыйылышта һүҙ тотоусылар күп булды.
Мораҡ ауыл биләмәһе депутаты Марат Исҡужин үҙ һайлаусыларының төньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан элекке баҙар урынында спорт майҙансығы төҙөү хаҡындағы тәҡдимен яңғыратты.
- Был майҙансыҡ ГТО нормаларын тапшырырға әҙерләнеүселәр өсөн дә, һаулығын нығытырға, ваҡытын файҙалы уҙғарырға теләүселәр өсөн дә бик ҡулай буласаҡ, - тине ул.
Хаҡлы ялдағы уҙаман “Бөркөт” стадионында шөғөлләнеүселәрҙең һәр миҙгелдә лә күп булыуын иҫәпкә алып, юлдарҙы даими таҙартырға, ҡараңғы мәлдә яҡтыртырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Икенсе берәү өҫтә телгә алынған төнъяҡ биҫтәһендә элекке баҙар урынына боҙ майҙансығы ҡуйылғанда, шул тирәлә йәшәүсе балаларға уйнарға урын булыр ине тигән теләген әйтте. Яуаптан күренеүенсә, былэште атҡарып сығырға әлегә матди мөмкинселек юҡ, шулай ҙа шыуыу өсөн тау өйөү мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Совхоз биҫтәһе үҙәктән ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡан, унда йәшәүсе балаларға уйнарға, күңел асырға урындар юҡ, шуға ла улар өсөн уйын майҙансығы төҙөү бик тә урынлы булыр ине. Был тәҡдимде еткергән З.Биишева мәктәбе директоры И.Арыҫланбаев “иртәнсәк иң тәү сиратта балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә илкән юлдарҙы ҡарҙан таҙартһалар, яҡшыраҡ булыр ине” тигән үтенес тә белдерҙе.
“Балалар, йәштәр хаҡында хәстәрлек күреү кәрәк, әлбиттә, әммә ололарҙы ла онотмаһағыҙ ине”, - тигән ханым үҙәк район дауаханаһына илткән З.Биишева йәки Хоҙайбирҙин урамдары буйлап тротуарҙар эшләргә саҡырҙы. "Сауҡалыҡ" биҫтәһендә йәшәгәндәр юлдарҙың насар торошта булыуына һәм таксистарҙың икеләтә тиерлек хаҡ алыуына зарланды.
Фекер алышыу ҡыҙыу барҙы, тәҡдимдәр ҙә төрлө-төрлдө булды. Шулай ҙа уртаҡ бер фекергә киленде: “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында төньяҡ биҫтәһендә спорт майҙансығы төҙөләсәк. Был мәсьәләгә иң күп тауыш бирелде. Совхоз биҫтәһендә балалар майҙансығын төҙөүҙө иһә “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында башҡарып сығып булыр тип күҙаллана.
Программаны тормошҡа ашырыу буйынса комиссия төҙөлдө һәм уның рәйесе итеп Марат Исҡужин, ағзалары итеп Ольга Каштанова, Зәки Нафиҡов, Илшат Арыҫланбаев, Татьяна Леонтьева, Вадим Әлмөхәмәтов һайланды.