Мораҙым
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2018, 21:06

Һәр ауылдың үҙ хәстәре

Ауылдыңсоциаль-иҡтисади хәле, унда йәшәгән халыҡтың көнкүреше менән танышыу, уларға ҡағылышлыпроблемаларҙы асыҡлау маҡсатынан ойошторолған Совет көндәрен Ибрай ауылбиләмәһе дауам итте.

Ауылдың социаль-иҡтисади хәле, унда йәшәгән халыҡтың көнкүреше менән танышыу, уларға ҡағылышлы проблемаларҙы асыҡлау маҡсатынан ойошторолған Совет көндәрен Ибрай ауыл биләмәһе дауам итте.
Ауыл биләмәһе Әлмәс, Иҫке Әлмәс, Ибрай, Игебай, Иртөбәк, Ураҡай, Һикһәнбай, Ғәзиз ауылдарын берләштерә. 330 йортта 961 кеше йәшәй, уларҙың 422-һе - өлкәндәр, 210-ы - балалар, 167-һе – пенсия йәшендәгеләр.
2018 йылда 3 сабый тыуған, 12 кеше үлгән.
Район етәкселеге ауыл биләмәһе менән танышыуҙы Әлмәстән - китапхана менән клубты берләштергән бинаны ҡарауҙан башланы.

Халыҡты төрлө сараларға йыйыр, осраштырыр урындың бинаһы иҫке, матурлауға күпме генә көс һалып ҡараһаң да һалҡын булғас, унда оҙаҡ торғо килмәй. Объектты ремонтлау өсөн күп сығымдар кәрәк буласаҡ, ә беҙҙең район мәҙәниәт объекттары менән 200 процентҡа тәьмин ителгән, республика бюджетынан уны ремонтлауға аҡса алып булмаясаҡ, тине етәкселәр.

Тимәк, башҡа варианттар эҙләргә кәрәк, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”программаһы буйынса һәм спонсорҙар ярҙамында ремонт үткәрергә йәки мәктәптең спорт залын тамашалар залы итеп йыһазландырып, ауылда бер урында социаль үҙәк булдырырға, тигән фекергә килделәр.

Башҡорт гимназияһының филиалы булған Әлмәс төп дөйөм бөлөм биреү мәктәбендә бөтәһе 35 бала белем ала, юғары кластарҙан 6,9 класстар ғына бар. Икенсе йылға беренсе класҡа 8 бала килергә тейеш тип көтәләр. Был, әлбиттә,ҡыуаныслы хәл, ауылда балаларҙың әҙ булыуы мәктәптәрҙең ябылыуына килтергән төп факторҙарҙың береһе бит. Шуға ла район етәкселеге ауыл халҡы менән был юҫыҡта эш алып барырға кәңәш итте, ауылда мәктәп була тороп балаларҙы ситкә ебәреү, күрәләтә уны ябылыуға дусар итеү – урындағы халыҡ шуны онотмаһын ине.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты ла мәктәптең бер кабинетында урынлашҡан. Йылы, таҙа кабинетта хәҙер эшләүе үҙе бер кинәнес, ти һаулыҡ һаҡсыһы. 2 бала һәм 2 ауырлы ҡатын иҫәптә тора. Мәҙәни усаҡ һәм мәктәпкә йыйылған халыҡ етәкселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы ла бирҙе. Мәҫәлән, күп балалы әсә һыйыр алыуға һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға документтарын тапшырған, тик нишләптер һаман яуап юҡ тип борсолдо, был мәсьәлә урында уҡ асыҡлап кителде: имен булмаған ғаилә булараҡ иҫәптә торған ғаиләләргә 6 ай дауамында башҡа тәртип боҙоу осраҡтары булмағанда ғына ундай программаларҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирелә икән. Тимәк, нимәлер талап итер алдынан үҙеңдең тәртип тураһында уйларға ла кәрәк. Тағы яҙ көнө оло юлдан һыу төшөп, ихатаны һыу баҫыу, Мораҡ-Әлмәс юлын ремонтлау, ауылға газ үткәндә тороп ҡалған урамға газ үткәреү, Иҫке Әлмәс зыяратын төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәреп сыҡтылар.

Ураҡай ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫке генә бинала урынлашҡан. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бригадаһында фельдшер булып эшләгән Илгис Һөйәрғолов бында ҡайһы бер көндәрҙә генә килеп халыҡты ҡабул итә. Клуб бинаһы, ФАП-тыҡы менән сағыштырғанда, ярайһы ғына булһа ла, ямғыр ваҡытында, яҙ көндәре ҡар ирегән ваҡыттарҙа ҡыйығынан һыу үтеп аптырата икән. Иртөбәк ауылының берҙән-бер социаль объекты булған мәҙәниәт усағы бөтәһендә лә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мәҙәни ойоштороусы Оксана Сәфиуллиның үҙ эшен яратып башҡарыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Ибрай ауылының фельдшер-акушерыҡ пункты мәктәптең бер яғындағы бүлмәлә урынлашҡан. Ибрай, Игебай, Ғәзиз ауылдарын хеҙмәтләндереүсе фельдшер Земфира Бүкәнбаева һүҙҙәренсә 1 йәшкә тиклем 3 бала, 2 ауырлы иҫәптә тора.

Район башлығына ҡабул итеүгә килгән халыҡты серегән бағаналарҙы алмаштырыу, яһалма ҡаршылыҡтар булған урынға билдә (знак) ҡуйыу, өйгә документтарҙы рәсмиләштереү, мәсет төҙөү һорауҙары менән мөрәжәғәт иттеләр.


Кәңәшмәнең Ибрай ауыл клубында үткән пленар өлөшөндә Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөлфәт Аҡкилдин төп доклад менән сығыш яһаны.
Яҙ, көҙ айҙарында халыҡ ҡатнашлығында ҙур өмәләр үткәрелде, ауылдар, йылға, шишмә буйҙары сүп-сарҙан таҙартылды, һәр ауылда тиерлек ҡыйлыҡ урындары күмелде һәм тыңҡысландырылды. Йәйгеһен биләмә территориһында ҡый үләндәре сабылды. Халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырған бейек ағастар ҡырҡылды. Быйыл Ибрай ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды. Халыҡ был сарала әүҙем һәм ҙур теләк менән ҡатнашты. Һәр кем байрамға үҙ өлөшөн индерҙе: йорт-ихатаһын рәткә килтерҙе, халыҡ менән бергәләп өмәгә сығып, зыярат кәртәләүен ремонтлап, буяуын яңырттыҡ, юлдарҙы төҙөкләндерҙек, - тине ул.
Киләһе йылда Әлмәс ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрергә ниәтләйҙәр. “”Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Әлмәс ауылына балалар майҙансығы эшләргә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Әлмәс ауылындағы зыяратты яңынан кәртәләргә, Ғәзиздәге зыяраттың ҡоймаһын ремонтларға, Әлмәс ауылының аркаһын алмаштырырға планлаштыралар.
Шулай уҡ кәңәшмәлә киләһе йылдың ғинуарынан сүп-сар йыйыу буйынса яңы системаға, һанлы телевидениеға күсеү, диспансеризация үтеү кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН ФОТОЛАРЫ.
Читайте нас: