Донъяға һәр бала бәхет өсөн ярала. Үҙ йөрәге аҫтында йөрөткән нур йомғағына бер әсә лә насарлыҡ теләмәй, сабыйының был ергә дүрт һаны теүәл булып һәм аҡылы-тәүфиғе менән тыуыуын теләп оҙон төндәрен керпек ҡаҡмай сыға. Тик бөтәһе лә беҙ теләгәнсә генә булһа икән был донъяла! Әллә яңылыш, әллә тәҡдирҙәргә шулай яҙылған, бәлки, ысынлап та көслөләрҙе һынармын тигән Хоҙай... – ғаиләгә мөмкинлеге сикләнгән сабый тыуа. Уны нисек бар шулай ярата алған, уға бар күңел наҙын биреп, киләсәктә йәмғиәттә үҙен тулы хоҡуҡлы кеше итеп тойор өсөн балаһын һәр яҡлап үҫтереүгә, сәләмәтлеген яҡшыртыуға йәнен аямайса бар көсөн һалған ата-әсәләр тәрән ихтирамға лайыҡ. Мәҡәләбеҙҙең геройҙары – Рәлиә менән Илдус Нурмөхәмәтовтар ҙа тап ана шундайҙарҙан. Үҙенсәлекле бала тәрбиәләнгән ғаиләгә юл төшкәндә ғәҙәттә аңлайышһыҙ хис-тойғолар солғанышында ҡалаһың: нисегерәк ҡабул итерҙәр, күңелдәрен китмәҫ өсөн ниндәйерәк һорауҙан әңгәмә башларға? Нурмөхәмәтовтар йортона беренсегә юл төшһә лә, артыҡ көйәләнмәнем, быға элек район инвалидтар йәмғиәтен етәкләгән Әнисә Демченконың: “Эдуард иҫ киткес алсаҡ бала ул, ҡояштай яҡты йөҙлө”, - тиеүе лә сәбәпсе булды. Ҡояштай баланың әсәһе лә киң күңелле, оло йөрәкле булырға тейештер тип фаразлауым ысынлап та ғәмәлгә тап килде. Эдик мине күптәнге танышын күргәндәй ҡолас йәйеп ҡаршы алды, ә әсәһе мөләйемлеге, ихласлығы менән күңелде арбаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы эштә, вахтала ине.
Рәлиә – Мораҡ ауылы ҡыҙы. Уның атаһы Ғәйнулла иҫ киткес алсаҡ, аралашыусан кеше була, әммә яҡты донъяларҙан фәжиғәле рәүештә бик иртә китә. Һөйөклө, ғәзиз кешеһен юғалтҡанда 7-се класта ғына уҡыған ҡыҙ үҫмер осоронан ауырлыҡтарға һығылып төшмәҫкә, үҙаллылыҡҡа өйрәнеп, матур тормош өсөн киләсәктә лайыҡлы һөнәр эйәһе булырға кәрәклеген дә аңлап үҫә. Төп маҡсатын ул үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм бәләкәс аҙымдары менән бойомға ашыра. Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы класын тамамлағас, Йоматау аграр техникумына уҡырға инә, артабан Башҡорт дәүләт аграр университетының бухгалтер учеты һәм иҡтисад, аудит бүлегендә дауам итә. Әммә үҙе теләгән һөнәр буйынса дипломды ҡулына эләктергәнсе, уға әллә күпме тормош кәртәләрен үтергә тура килә.
2002 йылда Рәлиә һөйгән йәре - ошо уҡ ауыл егете Илдус Вәлиулла улы менән ҡауыша. Тәүге мөхәббәт емештәре – Эдуардты ҡарынында йөрөткән саҡта, университетта уҡыған дәүерендә имтихандарға әҙерләнеп, уларҙы уңышлы тапшырам тип тә кәрәгенән тыш тулҡынланырға тура килә, өҫтәүенә уҡыу йортонда грипп эпидемияһы башлана. Көсөргәнешле сессия, яман ауырыу менән зарарланыу эҙһеҙ үтмәй. Сабыйы донъяға бик ашығып, алты айлыҡ булып тыуа. Өфөлә республика дауаханаһында бәпесте 3 ай дауамында махсус бүлмәлә медицина күҙәтеүе аҫтында тоталар. Ә ике йәшендә сабыйҙың церребраль паралич диагнозлы икәнлеге асыҡлана. Әйтеүе генә анһат, Рәлиәгә, йәш әсә булараҡ, заманында күпме күҙ йәшен түгергә, балаһының сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында күпме көрәш юлын үтергә тура килә. Ярай ҙа эргәһендә һөйөклөһө, яҡын туғандары уға терәк-таяныс була.
Эдуард илебеҙҙә терәк-хәрәкәт функциялары зарарланған балалар шөғөлләнгән иң көслө мәктәптәрҙең береһе – Өфө ҡалаһының 13-сө коррекцион мәктәп-интернатында 7 йыл белем ала. Ынтылышлы бала тиҙ арала компьютерҙы үҙләштерә. Уның тырышлығы хаҡында төрлө йылдарҙа республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында призлы урындар яулағаны өсөн алынған грамота, дипломдары һөйләй. Фотоконкурс, фото-күргәҙмәләрҙең призерын ғаиләһе менән уңайһыҙланып ҡына фотоға төшөрҙөм (алдымда бит тәжрибәле белгес!-авт.), бәхеткә күрә, “фотосессиянан” ул бик ҡәнәғәт ҡалды. Ике йыл элек үҫмер етди операция кисергән, хәҙер уның ярҙамһыҙ-терәкһеҙ, йәғни үҙаллы кинәнеп атлап йөрөүенә ата-әсәһе ҡыуанып бөтә алмай. Операциянан һуң артыҡ йөкләмәнең зыянлы булыуынан ҡурсалап, уға тыуған өйөндә дистанцион рәүештә белем алырға тәҡдим иткәндәр. Коррекцион мәктәп тейешенсә уҡыр өсөн үҙе үк бушлай аппаратураһын биргән, аҙаҡ уныһы иҫтәлеккә, бүләккә ҡала. Эдуард хәҙер инде 9-сы класс уҡыусыһы, ижади булмышлы, компьютер эшен биш бармағы кеүек белгән егетте киләсәктә эш менән тәьмин итәсәктәренә ышанғы килә. Эш тигәндән, егет тулы ҡанлы тормош алып бара, бер минут тик тормаҫ ҡустыһы - 2012 йылғы Рифат менән ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ышаныслы ярҙамсылар улар. Йәйгеһен ҡаҙын-өйрәген ҡарайҙар, ҡуян аҫрайҙар.
Үткән йылда йорттарына килгән көтөлмәгән “ҡыҙыл ҡунаҡ” та ғаиләне тағы бер тапҡыр ныҡлыҡҡа, түҙемлеккә һынай. Яҡындары, ышаныслы дуҫтары, ут күршеләре бәләгә тарыған ғаиләне яңғыҙын ҡалдырмай. “Аптека мөдире Земфира Сәғитова, класташым Олеся Петрова, Марина Максимова, үҙем эшләгән район үҙәк дауаханаһындағы коллегаларым, мәғариф эшсәндәре Рита менән Вадим Ғүмәровтар, күршеләрем – Мальковтар, Аллағужиндар, пенсия фондынан Наташа Емельянова, шәхси эшҡыуарҙар – Кочемировтар, Лилиә менән Ринат Сәғитовтар, Азамат Сәйфетдинов һәм бик күп башҡалар аҡсалата йәиһә әйберләтә, төҙөлөш материалдары менән ныҡ ярҙам иттеләр, - ти Рәлиә. – Изге кешеләрҙең донъяла күплегенә ышаныу артабан йәшәргә көс өҫтәне”.
Рәлиә үҙе лә тәбиғәте менән көслө зат шул. Район үҙәк дауаханаһында бухгалтер эшен дә намыҫлы башҡара, ике улына ел-ямғыр тейҙермәйенсә, йылы наҙы, тәрән һөйөүе менән уларға ҡанат ҡуя белә, ә тормош иптәше Илдус өсөн ул – хәстәрлекле һәм тоғро ҡатын. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып та, яҙмышына үпкә һаҡламауы, донъяға яҡты ҡарашы һәм кешелеккә сикһеҙ һөйөүе менән гүзәл дә, бөйөк тә Әсә ул. Бары тик Хоҙай тырыш, көслө, изге күңелле Нурмөхәмәтовтарҙы артабан бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай күрһен, матур һәм татыу ғаиләнең күгендә һәр саҡ яҙғы ҡояш балҡыһын!