Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2018, 12:43

Арыҫлан ағайыбыҙ

Халҡыбыҙҙа “Атайлы бала - арҡалы, әсәйле бала – иркәле”,тиҙәр. Ә мин “Ағайлы бала – терәкле” тип өҫтәр инем. Эйе, ғорурланырлыҡ ағайымбар минең. Ул – Арыҫлан Хөсәйенов. Беҙҙең ғаиләләге өс малайҙың иң ҙуры. Әлеуға ни бары 15 кенә йәш. Йәше йәш булһа ла, күптәргә өлгө булырлыҡ ул. Яҙмышһынауҙарына бирешеп, атайым беҙҙе ҡалдырып китһә лә, уны алмаштырырлыҡ кеше улағайым. Һәр эштә иң алдынғы, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Бәләкәймен типторманы, 13 кенә йәшлек сағында ихатабыҙҙы уратып бағана ултыртып, таҡталарҙыкәрәкле үлсәмгә еткергәнсе бензобысҡы менән бысып, үҙе кәртәләп ҡуйҙы.

Халҡыбыҙҙа “Атайлы бала - арҡалы, әсәйле бала – иркәле”, тиҙәр. Ә мин “Ағайлы бала – терәкле” тип өҫтәр инем. Эйе, ғорурланырлыҡ ағайым бар минең. Ул – Арыҫлан Хөсәйенов. Беҙҙең ғаиләләге өс малайҙың иң ҙуры. Әле уға ни бары 15 кенә йәш. Йәше йәш булһа ла, күптәргә өлгө булырлыҡ ул. Яҙмыш һынауҙарына бирешеп, атайым беҙҙе ҡалдырып китһә лә, уны алмаштырырлыҡ кеше ул ағайым. Һәр эштә иң алдынғы, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Бәләкәймен тип торманы, 13 кенә йәшлек сағында ихатабыҙҙы уратып бағана ултыртып, таҡталарҙы кәрәкле үлсәмгә еткергәнсе бензобысҡы менән бысып, үҙе кәртәләп ҡуйҙы. 14 йәшендә инде ҙур эштәргә тотонорға батырсылыҡ итте. Бер йәй эсендә төҙөүселәр араһында ҡайнап йөрөп, шлакоблоктан һарай эшләтте. Һарайҙы бүлкәттәргә үҙе генә бүлде, оҫта ғына итеп арҡан ишеп һыйырҙарҙың һәр береһенә урын да билдәләп ҡуйҙы. Шул уҡ йылда көҙ мунса төҙөргә лә уйлай башланы. Бураһын ғына бер ағайҙан эшләтеп алды ла, ҡалған яғын Арыҫлан ағайым үҙе урынына еткерҙе. Эштәрен көндөҙ уҡыуҙан һуң башҡарғас, көҙгө көн ҡыҫҡа булғас, иҙән – түбәлек, эләүкә, һикелек таҡталарын төндә лә йышырға тура килде уға. Ҡышҡа тиклем өлгөртәйем тип ныҡ тырышып эшләне ул . Хатта ишектәрен дә үҙе һипләп эшләне. Әле ир ҡорона ла инмәгән үҫмер эшләһә лә, дан булып сыҡты мунсабыҙ, Иртә торғандың - эше, һуң торғандың бите бешә. Ағайым иртә таңдан аяҡ өҫтөндә. Әле ҡараһаң - картуф утап йөрөй, икенсегә күҙ һалһаң- ҡош-ҡорт ҡарай.


“Малһыҙ донъя — һанһыҙ” ти ул. Ишле мал аҫырау яғында ул Арыҫлан ағайым. Мал ҡәҙерен белә. Биш һыйырҙың аҫтын таҙартып, һыу эсереүе, бағыу-ҡарауы еңе эш түгел тип тормай, бер һүҙһеҙ ең һыҙғанып эшләй. Ул хатта әсәйемә һыйыр ҙа һауыша. Ә көтөү көтөү, бесән эшләү инде ике йыл тик уның ғына иңендә. Әсәйемә ярҙам булһын тип ялланып көтөү ҙә көтөп ала. Кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел таба ағайым. Шуға күрә бесәнде лә тиҙ генә саптырып, ташытып, ваҡытында өйҙөрөп тә ҡуя.
Эшкә генә баҫылып йөрөмәй ул, уҡырға ла өлгәрә. 12 йәшлек сағында “Йәншишмә” гәзите республика күләмендә үткәргән “Иң күп китап уҡыусы” конкурсында еңеү яуланы; ҡыуҙа айырыуса тырышлыҡ күрһәткәне өсөн район хакимиәте башлығы стипендияһына ла лайыҡ булды; ике йыл рәттән тарих буйынса район күләмендәге олимпиадала ла еңеүсе булды; туғыҙынсы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамланы; ауылыбыҙҙағы спорт- һауыҡтырыу комплексына бассейнға ла йөрөп өлгөрә, районда ғына түгел республика күләмендә лә йөҙөү буйынса беренселекте йыш алып тора.


Йәш кенә булһа ла, фанилыҡ менән мәңгелекте төплө аңлай. Әле етенсе йыл биш намаҙын ҡалдырмай уҡый. Оло кешәләргә лә ҙур һынау булып торған ураҙаны ла бер көнөн ҡалдырмай етенсе йыл тотто инде.
Беҙгә – ике ҡустыһына -һәр яҡлап өлгө булып тора ул ағайыбыҙ. Беҙ ҙә уға ярҙамлашырға әҙер генә торабыҙ. Әсәйем дә: “Эшләгәнегеҙ минең өсөн булһа ла, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн”,- тип әйтеп кенә тора. Әсәйемдең төп кәңәшсеһе, беҙҙең терәгебеҙ ул Арыҫлан ағайыбыҙ. Нурсолтан ҡустым менән мин бар яҡлап уға оҡшарға тырышабыҙ. Беҙ ағайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Батырхан ХӨСӘЙЕНОВ,

Тәүәкән урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: