Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2018, 18:14

Ышаныс йәштәр иңендә

Әнүр – Мораҡ ауылы егете. Уларҙың татыу һәмэшһөйәр ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрбәләкәстән үҙаллылыҡҡа, эшкә өйрәнеп, артабан булдыҡлылығы, кеселеклелеге,ябайлығы менән был тормошта айырылып тороусандар.

Мәҡәләбеҙҙең геройы - 2017 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлегендә оператив дежурный ярҙамсыһы булып хеҙмәт итеүсе Әнүр Баймырҙин.
Әнүр – Мораҡ ауылы егете. Уларҙың татыу һәм эшһөйәр ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр бәләкәстән үҙаллылыҡҡа, эшкә өйрәнеп, артабан булдыҡлылығы, кеселеклелеге, ябайлығы менән был тормошта айырылып тороусандар. Әнүр Әмир улы ла тап шундай. Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) педагогия-психология бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, үҙен ысын ир-егеттәр һөнәрендә һынап ҡарау һәм матди яҡтан нығыныу теләге менән Себер тарафтарында быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Ә хәрби комиссариаттан ҡулына повестка алғас, 2015 йылда ҙур теләк менән әрме сафына баҫа. Тәүҙә ракета ғәскәрҙәренә эләгә. Хабаровск өлкәһендә бер ай “учебка” үткәс, хеҙмәтен Краснореченск янында урынлашҡан хәрби частың радиация, химик һәм биологик һаҡ подразделениеһында дауам итә. Һалдат тормошон белгәндәр яҡшы аңлай: бында хеҙмәт итеүе еңелдән түгел.
Отделение командиры булараҡ, хеҙмәттәштәрем өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тойҙом, - тип кисәге һалдат хеҙмәтенең әһәмиәтен аңлатты, әрме сафын иҫкә алып үтте. – Армия мине күпкә өйрәтте. Һалҡын ҡорал менән ҡулланырға, коллективта үҙеңде нисек тоторға, дуҫтарҙың, туғандарҙың ҡәҙерен белергә... Иң мөһиме – психологик һәм физик яҡтан сыныҡтырҙы. Нәҡ армияла алған күп яҡлы тәжрибә хәҙер полиция сафында миңә тик файҙаға ғына.
Эйе, район эске эштәр бүлегендә йөкмәгән вазифаһы ла егеттән кеше менән дөрөҫ мөғәмәлә итеүҙе, психик һәм физик яҡтан ныҡлыҡты талап итә. Беҙҙең өсөн ябай күренгән хеҙмәт артында күпме йоҡоһоҙ һәм тынғыһыҙ төндәр, төрлө ҡатлам кешеләренән мөрәжәғәттәр ҡабул итеү, аралашыу, етәкселегеңә “отчет” биреү, етди һөйләшеүҙәр... Юғарынан тикшереү килеп төшкәндә лә иң тәүҙә дежур бүлектә ултырғандарҙың нисек баштарынан “һыйпағандарын” зәңгәр экрандарҙан ҡарап, күреп-белеп тә торабыҙ. Тик армия сафында ауырлыҡтарға өйрәнгән, киң күңелле, тормошҡа һәм тирә-яҡҡа яҡты ҡарашлы, коллегаларын һәм етәкселәрен ысынлап хөрмәт иткән Баймырҙин эшенең ҡыйынлығына һис зарланмай, киреһенсә: “Эшем оҡшай, полиция хеҙмәте – абруйлы, яуаплы, тынғыһыҙ, әммә мауыҡтырғыс”, - ти (был һөнәргә ихтирам егеткә атаһынан да бирелгән, Әмир ағайҙы тирә-яҡта эске эштәр бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләүсе һәләтле водитель булараҡ яҡшы беләләр). Өҫтәүенә, егеттең үҙенең ғаиләһе Стәрлебашта булғанға күрә, уға йөрөп эшләргә тура килә, кәләше Эльнараға һәм һөйөклө ике сабыйына тейешенсә иғтибар бүлергә кәрәк. Ғаиләһенең именлеген, матди яғын ҡайғыртыусы хәстәрлекле ир һәм атай ҙа ул, Мораҡта йәшәүсе ата-әсәһенең һөйөклө улы, кескәй туғандарына йөрәк йылыһын бүлергә өлгөрөүсе өлгөлө ағай ҙа.
Ни һөйләһәң дә, Әнүр Баймырҙин кеүек тормош ауырлығынан ҡурҡмаған илһөйәр һәм эшһөйәр, алсаҡ йөҙө һәм донъяға киң ҡарашы менән күңелде арбаусы дәртле йәштәребеҙ бар әле арабыҙҙа, тимәк, йәмғиәтебеҙҙә бөтәһе лә юғалтылмаған, яҡты һәм имен киләсәгебеҙгә ҙур ышаныс менән өмөт бағларға ла була!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: