Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2018, 19:50

Әсә йөрәгенә һыя бар донъя

Тәбиғәт тарафынан бары тик ҡатын-ҡыҙҙарға ғына бирелгән иң ҙур бәхет ул – балаларға ғүмер биреү... Әсә булыу сикһеҙ бәхет тә, шул уҡ мәлдә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур яуаплылыҡ та... Сабыйын ҡулына алған мәлдән алып гүзәл зат үҙе өсөн генә йәшәүҙән туҡтай, бынан кире инде уның бар уйы, бар йәшәү мәғәнәһе балаһына барып тоташа.

Тәбиғәт тарафынан бары тик ҡатын-ҡыҙҙарға ғына бирелгән иң ҙур бәхет ул – балаларға ғүмер биреү... Әсә булыу сикһеҙ бәхет тә, шул уҡ мәлдә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур яуаплылыҡ та... Сабыйын ҡулына алған мәлдән алып гүзәл зат үҙе өсөн генә йәшәүҙән туҡтай, бынан кире инде уның бар уйы, бар йәшәү мәғәнәһе балаһына барып тоташа.
Мораҡта йәшәүсе Гөлнара Иҙрисованы, дөрөҫөн генә әйткәндә, биш бала әсәһе тип уйларлыҡ та түгел. Был ханымдың үтә йәш күренеүе уның һомғол буйлы, етеҙ хәрәкәтле, һөйкөмлө булыуында ғына түгел, әлбиттә. Төп сәбәп, күрәһең, шунда - бәхетле әсә һәм һөйөклө тормош иптәше булыу уның йөҙөндә нур булып сағыла һәм уны йәш тә, матур ҙа күрһәтә.
Ата-әсәһенең яңғыҙ ғына ҡыҙы булған Гөлнара бала саҡтан ишле ғаилә хаҡында хыяллана. Тормош иптәше Зөфәр Сәфәрғәли улы ла уның был хыялына ҡаршы килмәй. Бөгөнгө көндә уларҙың бер улдары, дүрт ҡыҙҙары бар. Иң өлкәндәре Динарға 15 йәш, Өфө ҡалаһының 107-се лицейында белем ала, инглиз телен төптән өйрәнә. Бәләкәйҙән скрипкала уйнарға өйрәнгән һәләтле үҫмер яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба – оркестрға йөрөй. Иделия Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 3-сө, Ильдана 1-се класында уҡый. Ҡыҙҙарҙың тәүгеһе Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә өҫтәмә белем алһа, 5 йәштән скрипкала уйнаған һәм бейергә өйрәнгән Ильдана район мәҙәниәт һарайында бейеү менән шөғөллә. Илларияға әлегә 4 йәш кенә булһа ла, ағай- апайҙарына эйәреп уҡырға-яҙырға өйрәнгән, инглизсә апаруҡ һүҙҙәрҙең тәржемәһен дә белә. Оя төбө – Исминәгә 2 йәш, теле иртә сыҡҡан сабый үҙ аллы булыуы менән хайран ҡалдырҙы.
- Нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, һәр бала – шәхес, уның үҙ уйҙары, хыялдары, тормошҡа үҙ ҡарашы бар. Үҙ көсөнә ышанып, маҡсатлы, тәүәккәл булып үҫһендәр өсөн беҙ уларға ҡарата тыйыуҙар ҡулланмайбыҙ, бары тик тура юл күрһәтеп кенә ебәрәбеҙ. Үҙ һәләттәрен үҫтерһендәр өсөн уйынсыҡтарға, кәрәкле материалдарға аҡса йәлләмәйбеҙ. Өйҙә булған ваҡыттарында улар һәр ваҡыт һүрәт төшөрә, пластилиндан төрлө һындар әүәләй һ.б. Обойҙарҙағы “һүрәттәр” күҙегеҙгә салынғандыр, улар – Иллария менән Исминәнең ижад емештәре, - ти Гөлнара Миңлевар ҡыҙы.
Бәхетле бала саҡ нигеҙе – ата-әсәле булыуҙа. Иҙрисовтар ул-ҡыҙҙарының бала сағы бәхетле үтһен өсөн ваҡыт йәлләмәй, йәйгеһен һәр ял һайын райондың теге йәки был еренә сәйәхәткә сығалар, ҡышын бергәләп саңғы шыуалар. Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алыу зарур - был ғаиләлә һаулыҡҡа иғтибар ҙур, спорттан тыш, дөрөҫ туҡланыуға ла ҙур әһәмиәт бирәләр – иртәләре төрлө файҙалы бутҡалар менән башлана һәм артабан да өҫтәлдә күберәк тәбиғи ризыҡтар урын ала.
- Бер килке һаулығым ҡаҡшап алғандан һуң, әсәнең һау-сәләмәт, көр күңелле булыуы ғаилә өсөн ни тиклем дә мөһим икәнлеген аңланым, - ти көн һайын кәмендә 1 сәғәт самаһы ваҡытын спорт менән шөғөлләнеүгә бүлгән әсә.
Өлгөр кеше өлгөр инде - ваҡыты ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Гөлнара шәхес булараҡ үҫергә лә яйын таба, визаж буйынса махсус курстар үтеп, күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнә – район ҡатын-ҡыҙҙарына тағы ла матурыраҡ, һөйкөмлөрәк булырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, әсә исемен ғорур йөрөткән, үҙенең тәбиғәттән бирелгән бурысын лайыҡлы үтәгән Гөлнара Миңлевар ҡыҙы көҙҙөң тәүге айында “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: