Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2018, 19:12

Көндәлек тормошта ла батырлыҡҡа урын бар

Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбендә үткән тантаналы линейкала район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев 5-се класс уҡыусыһы Азамат Араповты ҡотланы. Йәш геройҙың батырлығы – йәй көнө һыуға батыусы ҡыҙҙы ҡотҡарыуы хаҡында беҙ гәзитебеҙ биттәрендә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Үҫмер быға тиклем Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашҡайны инде.

Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбендә үткән тантаналы линейкала район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев 5-се класс уҡыусыһы Азамат Араповты ҡотланы.
Йәш геройҙың батырлығы – йәй көнө һыуға батыусы ҡыҙҙы ҡотҡарыуы хаҡында беҙ гәзитебеҙ биттәрендә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Үҫмер быға тиклем Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашҡайны инде.

- Беҙҙең арала үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға ярҙам итергә әҙер тороусы ҡыйыу кешеләр булыуы ҡыуандыра. Әммә бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн, ҡәҙерле балалар, һеҙгә ял иткәндә мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәк, - тине Ғайса Ғилметдин улы.

Ул Азаматҡа ҡиммәтле бүләк һәм үҫмерҙең Башҡортостан Башлығы менән иҫтәлеккә төшкән фотоһүрәттәрен тапшырҙы.

Байрам алдынан беҙ уның әсәһе Эльза Арапова менән әңгәмәләштек. Иң тәүҙә уның үҙе хаҡында һөйләп китеү кәрәктер.
Эльза Кинйәбай ҡыҙы Түбәнге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән. Арҙат мәктәбенә йөрөп уҡыған. Баймаҡ совхоз-техникумында ситтән тороп бухгалтер һөнәрен үҙләштергән, аҙаҡ Мәскәү дәүләт университетының Мәләүез филиалында юғары белем алған. Әлеге көндә ул - ауыл биләмәләренең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы хеҙмәткәре. Был өлкәлә 27 йыл эшләү дәүерендә, үҙ һөнәренең бар нескәлектәрен яҡшы төшөнгән. Тормош иптәше Юлай Ғабдрахман улы менән ныҡлы ғаилә ҡороуҙарына 13 йыл ваҡыт үткән.
- Улым киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә теләй. Бәлки, киләһе йыл кадет мәктәбенә уҡырға инер. Тормош иптәшем - физкультура уҡытыусыһы, йәш сағында һабантуйҙарҙағы спорт сараларында ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайны. Балаларҙы физик яҡтан сыныҡтырыуға ҙур иғтибар бирә. Үҙем әсәйҙән иртә йәтим ҡалғас, балаларыма бар күңел наҙымды артығы менән бирергә тырышам, - ти Эльза Кинйәбай ҡыҙы.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор һәм Регина ТОҠОМБӘТОВА фотолары.
Читайте нас: