Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2018, 18:34

Хоҡуҡ һәм именлек һағында - һәр саҡ сафта

17 ноябрь – участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенә 95 йыл Кемдеңдер ғаиләһендә янъял ҡупҡан, ҡайҙалыр үлтереш, суицид, әһәмиәтле сара, кемдең малын урлағандар, сауҙа нөҡтәһен талағандар; ҡап төн уртаһында шылтыратһындармы, ял көндө ҡара таңда уятһындармы... Ул һәр саҡ хәл-ваҡиға булған ергә, йәиһә мөрәжәғәт иткән кешеләргә ярҙамға ашыға, сөнки ул – участка уполномоченныйы. Һүҙем тынғыһыҙ хеҙмәттә бил бирмәҫ полиция капитаны Марсель Байғүбәков тураһында.

17 ноябрь – участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенә 95 йыл
Кемдеңдер ғаиләһендә янъял ҡупҡан, ҡайҙалыр үлтереш, суицид, әһәмиәтле сара, кемдең малын урлағандар, сауҙа нөҡтәһен талағандар; ҡап төн уртаһында шылтыратһындармы, ял көндө ҡара таңда уятһындармы... Ул һәр саҡ хәл-ваҡиға булған ергә, йәиһә мөрәжәғәт иткән кешеләргә ярҙамға ашыға, сөнки ул – участка уполномоченныйы. Һүҙем тынғыһыҙ хеҙмәттә бил бирмәҫ полиция капитаны Марсель Байғүбәков тураһында.
- Ал-ялһыҙ эш булһа ла, үҙем һайлап алған һөнәремде яратам, халыҡ менән эшләүе бик оҡшай. Мәктәп йылдарында уҡ мундир кейгәндәргә һоҡланып ҡарай торғайным, - ти ул ихластан.
Мораҡ ауылында тыуып-үҫкән егет ашыҡмайынса, яй аҙымдар, ҙур тырышлыҡтар менән үҙ хыялын томошҡа ашыра. Мораҡ башҡорт гимназияһында төп белем алғас, дүрт йыл Күмертау ҡалаһы тау техникумында уҡый, әрмегә ҡәҙәр үк Күгәрсен юл төҙөү һәм ремонтлау станцияһында слесарь булып эшләй. Хабаровск өлкәһендә танк ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәп, психологик һәм физик яҡтан сынығып ҡайтҡан егет 2009 йылда полиция сафындағы хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә ул Күгәрсен ауыл советына участка уполномоченныйы итеп тәғәйенләнә, артабан ышаныслы, яуаплы йәш хеҙмәткәргә Йомағужа ауыл биләмәһен беркетәләр. Күп халыҡлы, “тыныс ауыл” исеменә бик дәғүә итә алмаған участкала апаруҡ эшләү дәүерендә полиция эшсәне халыҡ менән яҡшы мөғәмәлә булдырыуға, хоҡуҡ боҙоуҙы ауыҙлыҡлау юҫығында бай тәжрибә туплауға ирешә.
Ә хәҙер, 2017 йылдың май айынан башлап, Юлдыбай, Нуҡай, Побоище ауыл советтарына ҡараған участкаларҙағы тәртип, унда йәшәүсе халыҡтың именлеге өсөн яуап бирә. Енәйәтселек менән көрәшеү, төрлө ҡатлам кешеләренән килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү һәм ентекле тикшереү, халыҡҡа ярҙам итеү кеүек төп бурыстарҙан тыш, рейдтарға сығыу, хөкөмгә тарттырылғандар, иҫәптә тороусы бәлиғ булмағандар менән профилактик әңгәмәләр үткәреү, ҡарауһыҙ малдарҙың эйәләрен асыҡлау һәм тейешле сараһын күреү, ир менән ҡатын араһындағы низағты “көйләү”, әһәмиәтле сараларҙа мотлаҡ ҡатнашыу һәм тәртип һаҡлау... Ысынлап та, участка уполномоченныйына тау-тау эштәр йөкмәтелгән. Әммә эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнеп, һәр яҡлап сынығыу мәктәбе үткән ҡалын елкәле, төплө белемле, үҙ эшен яратып башҡарыусы Марсель Байғүбәков һис ауырһынмайынса мундир бәҫен ҡыйыу яҡлай, шуға күрә лә уның хеҙмәтенән халыҡ та, етәкселәре лә ҡәнәғәт. Бүлек начальнигы, майор Флүр Лоҡманов та уның хаҡта:”Ғәҙел, яуаплы, намыҫлы эшсән”, - тип, участка уполномоченныйының яҡшы күрһәткестәрен билдәләп үтте.
Һандар һәм факттар: участка уполномоченныйы тарафынан ағымдағы йылдың 19 октябренә тиклем 148 административ хоҡуҡ боҙоу күренеше асыҡланған. 15 енәйәт эше асылһа, уларҙың 4-һе ентекле эҙләнеүҙе, тикшеренеүҙе талап иткән енәйәт эше. Тәүтикшереүсе булараҡ, 3 эште судҡа оҙатҡан. Алкоголь эсемлек менән сауҙа итеүгә бәйле 8 фактты асыҡлаған. Төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итеүселәрҙән 142 ғариза ҡабул ителгән һәм тейешенсә хәл ителгән.
Һөҙөмтәле эш башҡарыр өсөн һинең хеҙмәтеңде аңлаған һәм хөрмәт итә белгән ғаиләң булыуы ла мөһим бит әле. Бәхеткә күрә, хоҡуҡ һаҡсыһының кескәй ҡыҙы, һөйөклө ҡатыны, алсаҡлығы, ябайлығы менән арбаған изгелекле әсәһе һәм хәстәрлекле атаһы – уның рухи терәге.
Эйе, полиция сафында ял һәм байрам көндәре менән иҫәпләшмәйенсә, һәр ваҡыт халыҡтың именлеге, йәмғиәттәге тәртип һағында тороусы капитан Марсель Байғүбәков кеүек тырыш һәм намыҫлы ир-егеттәребеҙ хеҙмәт иткәндә, иртәгәһе көнөбөҙгә лә ышаныс бар. Шуныһы – оло ҡыуаныс.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Розалия Исҡужина фотоһы.
Читайте нас: