Районда йәнә күсмә кәңәшмәләр – Совет һәм хакимиәт көндәре башланды. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкләгән һәм уның урынбаҫарҙарынан, төрлө учреждение, предприятие һәм ойошмалар етәкселәренән торған делегацияны беренсе булып Волостновка ауыл биләмәһе ҡабул итте.
Бындай саралар урындағы халыҡ менән яҡындан аралашырға, уларҙың нисек йәшәүен һәм ниндәй уй-хәстәрҙәр менән яныуын белергә мөмкинлек бирә. Төркөм иң тәүҙә социаль өлкәгә ҡараған учреждениелар торошо һәм эше, Волостновка мәктәбендә барған капиталь ремонт барышы менән танышты.
Ҡабул итеүгә яҙылғандар артыҡ күп булманы. Халыҡ Әлимғол ауылына газ үткәреү, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе ҡуртымға алыу, Ҡалдар ауылында урынлашҡан ферма бинаһын һатып алыу, янғындан зыян күргән ғаиләгә матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен күтәрҙе. Белгестәр барлыҡ һорауҙарға аңлатма бирҙе.
Ғайса Ғилметдин улы билдәләүенсә, бәләкәй ауылдарҙы тәбиғи газ менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. Һалған тырышлыҡҡа ҡарамаҫтан, уларҙы, айырыуса айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә урынлашҡандарын, дәүләт программаһына индереү һәм аҡса алыу бик ауыр.
Ер булған осраҡта, үҙенең ауыл хужалығы ерҙәрен киңәйтергә теләгәндәр өсөн ҡаршылыҡтар юҡ. Бер генә талап – ерҙе ваҡытында һәм сифатлы эшкәртеү.
Кәңәшмәнең Ҡалдар ауыл клубында үткән пленар өлөшөндә Волостновка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Данил Хәсәнов төп доклад менән сығыш яһаны.
Данил Дамир улы һүҙҙәренә ҡарағанда, биләмәлә 33 күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙың 16-һында 4 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнә. Демографик хәл тотороҡло килеш ҡала: йыл башынан алып 14 бала тыуған, 9 кеше донъя ҡуйған. Әлбиттә, башҡа ауыл биләмәләрендәге кеүек үк, бында ла хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ.
- Биләмәнең “Зил-130” янғын һүндереү машинаһы һәм мискәле, мотопомпалы “МТЗ-80” тракторы бар. Йылытылған бина (гараж) булмау сәбәпле, ҡотҡарыусылар автомобиле ҡышҡыһын консервация хәлендә ҡала. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн бюджеттан кәмендә 500 мең һум аҡса талап ителә. Ағымдағы йылдың 10 айында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса 90 мең һумлыҡ уйын майҙансығы ҡуйылды, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проектына ярашлы, Волостновкала Советтар Союзы Геройы Н.Ежовтың һәйкәленә реконструкция башланды, яҙ-көҙ айҙарында халыҡ ҡатнашлығында ҙур өмәләр уҙҙы, ауылдар, йылға-шишмә буйҙары ҡый-һайҙан таҙартылды. Һәр ауылда ҡыйлыҡ урындары күмелде һәм тыңҡысландырылды. Йәйге осорҙа территорияла үҫкән үләндәр сабылды. Халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырған бейек ағастар ҡырҡылды, - тине сығыш яһаусы. – Ҡалдарҙағы һыу үткәргескә ремонт яһалды, ауыл биләмәһендәге һыу үткәргес торбалары таҙартылды. Түләбай ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды. Халыҡ был сарала әүҙем, иң мөһиме - ҙур теләк менән ҡатнашты. Һәр кем байрамға үҙ өлөшөн индерҙе, йорт, кәртә-ҡура тирәләре рәткә килтерелде, ҡый үләндәре сабылды, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған обелиск, зыярат рәшәткәһе буялды, ауылға ингән ерҙәге стелла, электр линияһы бағаналары алмаштырылды, юлдар төҙәтелде, балалар майҙансығы ҡуйылды, клуб һәм ФАП-тың ҡыйығы алмаштырылды, амбулатория бинаһы реконструкцияланды.
Киләһе йылда Ҡаҙирҙа ла байрам уҙғарырға ниәтләйҙәр икән, тимәк, был ауыл да сынъяһау төҫ аласаҡ. Ниәтләнелгән эштәр: Р.Ғарипов һәм Мәктәп урамдарында соҡор-саҡырҙарҙы тигеҙләү, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, зыярат ҡоймаһын йүнәтеү, ветерандарға бағышлап обелиск, балалар майҙансығы төҙөү, мәсет өсөн һыу скважинаһы быраулау.
Әлимғол ауылына газ үткәреү, Ҡалдарҙа электр линияһын алмаштырыу һәм зыяратты кәртәләү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә. Әлимғолда Урман, Ҡаҙирҙа Р.Ғарипов урамдарын өҫтәмә яҡтыртыу планлаштырыла. Пай ерҙәре хужаларын йыйып, ҡуртым өсөн яңы килешеү төҙөргә кәрәк.
Шулай уҡ кәңәшмәлә янғын хәүефһеҙлеге, киләһе йылдың ғинуарынан һанлы телевидениеға күсеү, сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Урындағы халыҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән адресатҡа туранан-тура мөрәжәғәт итә алды. Мәҫәлән, Түләбай ауылы старостаһы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Харис Юлдашевты һәм уның ауылдаштарын электр бағаналарының ҡыйшайыуы борсой. Бер бағана ауғандан зыян күргән кеше лә бар. Шулай уҡ күптәрҙе 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы яңы тәртип буйынса йыйыу мәсьәләһе лә борсой. Был өлкәләге яңылыҡтар хаҡында “Эко-сити” компанияһы вәкиле Раушан Ҡадиров бәйән итте. Аҙ һыйҙырышлы сүп-сар йыйыу машиналары һәр ауылдан ҡый-һайҙы алып китәсәк. Шулай уҡ урындағы ташыусылар ҙа буласаҡ, килешеү төҙөмәгән һәм түләмәгән өсөн штраф һалынасаҡ. Ҡый-һай өсөн түләү хаҡы электр энергияһы өсөн килгән квитанцияла яҙыласаҡ.
84-се янғын часы начальнигы Юрий Спиваков әйтеүенсә, ауыл биләмәһе территорияһында 5 янғын булған. Был һан уҙған йыл менән сағыштырғанда күберәк. Ирекле янғын һүндереү командаһы һәм профилактик төркөм төҙөлгән. Әммә асыҡланыуынса, расчет тиҙ килеп еткән осраҡта ла, уларҙың электр утын һүндереү ҡорамалдары юҡ. Юрий Михайлович был һорауҙы хәл итеүҙә һәм янғын һүндереү командаһы ағзаларын өйрәтеүҙә ярҙам итергә һүҙ бирҙе.
Бөгөнгө көндә күптәр социаль ярҙамға мохтаж. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвера Фәйрушина әйтеүенсә, республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында социаль ярҙам саралары буйынса онлайн-консультация алырға була.