10 ноябрь- Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре көнө
Был ауыр һәм тынғыһыҙ хеҙмәттә беҙ күпселек ир-егеттәрҙе, тыуған ил алдында үҙ бурысын тоғро үтәгән ысын Ватан һаҡсыларын күреп ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бына беҙҙең районда полиция сафын белемле, маҡсатлы гүзәл заттар ҙа тулыландыра.
Һеҙ фотола күргән башҡорт һылыуы – Дилә Яҡшыбаева ла үҙ эшенә яуаплы ҡараған намыҫлы хоҡуҡ һаҡсыһы. Полиция лейтенанты, 2016 йылдың октябренән генә Рәсәй эске эштәр бүлегенең Күгәрсен районы буйынса бүлегендә дознание бүлексәһе тәүтикшереүсеһе булып эш башлауына ҡарамаҫтан, етәкселек һәм коллегалары араһында ихтирам яулап өлгөргән, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Атап әйткәндә, ағымдағы йылдың 10 айында 41 енәйәт эшен судҡа оҙатҡан, был юҫыҡта ул – алдынғылар рәтендә.
Дилә Әсҡәт ҡыҙы Ейәнсура районының Самаҙы ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ уны был һөнәр ҡыҙыҡһындыра, мундирҙағы кешеләргә ул айырым ихтирам менән ҡарай. Тик әсә-атаһы: “МВД мәктәбендә уҡыу ауыр булыр ул, ир-аттар һөнәре бит”, - тип киҫәтә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, хәҙерге замандың юридик яҡтан ныҡлы белемде талап итеүен аңлаған ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының Сибай ҡалаһындағы филиалына юридик факультетҡа уҡырға инә. Ә студент осоронда хеҙмәт практикаһын 4 йыл үҙенең тыуған районында эске эштәр бүлегенең дознание бүлексәһендә үтә. 2016 йылда университетты уңышлы тамамлап, беҙҙең районға эшкә килә.
- Эшебеҙ еңел түгел, әммә был һөнәрҙе һайлағанға һис үкенмәйем. Тикшереү органдары кеүек үк беҙгә лә енәйәт эшен ҡуҙғатыу, тикшереү, судҡа оҙатыу бурысы йөкмәтелә, тик ауыр булмаған һәм урта ауырлыҡтағы енәйәттәрҙе тикшерәбеҙ, төрлө хәл-ваҡиғаларға сығырға, тәүлеккә дежур итергә тура килә, - тип төп эшен ҡылыҡһырлап үтте лейтенант. - Минең үҙемә эште тәфтишләү процесы оҡшай. Дөрөҫ, был һинән ваҡыт менән һанлашмайынса үҙеңде аямай эшләүҙе, түҙемлелекте талап итә һәм “иртәгә” һүҙен һис ғәфү итмәй, бөгөнгө эште аҙаҡҡа ҡалдырһаң, һуңынан үҙеңә икеләтә ауыр буласаҡ. Уҡыған осорҙа күберәк теорияны өйрәнәһең, ятлап алып та һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, ә бына практикала, ғәмәлдә күпкә ауырыраҡ, коллективта бергә эшләгән кешеләрҙән дә күп нәмә тора. Бәхеткә күрә, мин был яҡтан уңдым, дознание бүлексәһендә коллектив берҙәм. Тәүге осорҙа эштең айышына төшөнөргә коллегаларым ныҡ ярҙам итте, һаман да уларҙың һәм етәкселегебеҙҙең терәк-ярҙамын тоям.
- Киләсәктә полиция сафына баҫырға теләгән ҡыҙҙарға, бәлки, әйтер һүҙең, кәңәшең барҙыр?
- Әгәр ҙә был һөнәр һеҙгә оҡшай, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайһығыҙ икән, маҡсатығыҙға ҡыйыуыраҡ атлағыҙ, тиер инем. Полиция хеҙмәтенә әҙерлекте мәктәп осоронан башлаһағыҙ, үҙегеҙгә еңелерәк булыр, мәктәптә алған белем дә, айырыуса физик яҡтан сынығыу киләсәктә тик файҙаға була. Мин үҙем бәләкәстән спорт менән шөғөлләндем, спорт ул кешенең характерын формалаштырыуға, сыҙамлылыҡ, түҙемлелек сифаттарын тәрбиәләүгә ныҡ булышлыҡ итә. Полицияға эшкә ингәнсе Өфөлә башланғыс әҙерлек мәктәбен үтәһең, унда мәктәптән алынған физик ныҡлыҡҡа, ҡорал менән эш итә белеүгә күберәк иғтибар бүленә. Был һөнәрҙе һайлағанда иң мөһиме - “Был-минеке” тигән эске тойомлау булырға тейеш.
Ысын башҡорт ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлығы, тормошҡа, эшенә етди ҡарашы менән арбаусы Дилә Яҡшыбаева өҫтәүенә йырға әүәҫ. Ул ике йыл рәттән Эске эштәр бүлеге органдары хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән 18 –се һәм 19-сы “Щит и лира” үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивалдәренең лауреаты исеменә лайыҡ булған. Килешәһегеҙҙер, районыбыҙҙа полиция сафында шундай һәләтле, маҡсатлы һәм төплө белемле, йәш гүзәл заттарыбыҙҙың хеҙмәт итеүе ифрат һоҡланғыс күренеш.