Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2018, 18:08

“Комсомолдан айырылмайым, Мәңге йәш булып ҡалам!”

29 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзының 100 йыллығы айҡанлы үткән сара алтын көҙҙөң иң сағыу байрамдарының береһенә әүерелде.

29 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзының 100 йыллығы айҡанлы үткән сара алтын көҙҙөң иң сағыу байрамдарының береһенә әүерелде.
Байрам сәхнә түренә ҡыҙыл байраҡтарҙы мендереүҙән башланып китте. Юҡ, ябай түгел, тотош быуат ил тарихында йәш көстәрҙе ҙур эштәргә әйҙәгән, илаһи көс менән һуғарылған, Советтар Союзында күпме милләт халҡын берләштергән, оло яуҙа еңеү шатлығын килтереп, хатта рейхстаг түбәһенә эленгән данлы байраҡтар! Был көндө пионер һәм комсомол сафтарында тәрбиәләнгән һәр кем ураҡ менән сүкеш, бөйөк юлбашсыбыҙҙың фоторәсеме уйылған байраҡтар алдында:”Бөйөк эштәргә, тыуған илебеҙгә тоғро хеҙмәт итергә беҙ һәр ваҡыт әҙер!”- тип ант иткән минуттарын һағынып иҫкә алғандыр.

ВЛКСМ-дың район комитеты 1-се секретары булып эшләгән Николай Гаврилов та үҙ сығышында октябрят, пионер һәм комсомолдың йәш быуындың аңына Тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек, эшһөйәрлек, мәрхәмәтлелек тойғолары кеүек кешелек донъяһы өсөн мәңгелек ҡиммәттәрҙе һалыуына булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, районыбыҙҙың һәр яҡлап үҫешенә тиңһеҙ өлөш индереүсе комсомолдарҙы телгә алып үтте.
“Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһенең идеология буйынса секретары Фәнүр Мәжитов коммунистар партияһының республика комитеты поручениеһы буйынса бөтә быуын комсомолдарын байрамдары уңайынан тәбрикләп, әүҙемлеге менән бөгөн дә сафта ҡалған Әсҡәт Шәфәғәтов, Әлфиә Ишдәүләтова, Гөлсөм Тазова, Фәрит Тимербаев һәм башҡаларҙы КПСС-тың үҙәк комитетың почетлы ордендарын тапшырҙы. Был орденға лайыҡ булған Мәрүәт Айбасов: “Ошо иҫтәлекле көн беҙҙе йәшлек иленә алып ҡайтты, комсомолда бергә тәрбиәләнгән дуҫ-иптәштәр менән осраштырып, йылы хәтирәләрҙе барларға мөмкинлек бирҙе”, - тине.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тыуған төбәге, ил яҙмышы өсөн йәнен аямайынса ҙур эштәр башҡарған, иң мөһиме – хеҙмәттән ҡурҡмаған, берҙәм, күтәренке рухлы йәш көстәрҙе тәрбиәләүгә тиңһеҙ өлөш индергән Насрулла Рәхмәтуллин, Рәшит Абдуллин, Ғилметдин Яппаров, Николай Скороваров, Динә Фәтҡуллина, Николай Гаврилов, Рәмилә Сабитова, Юнир Итҡолов, Владимир Попов һәм башҡа ВЛКСМ-дың район комитеты беренсе секретарҙарын телгә алып үтте.

- Ринат Йәнбәтов, Рәсүл Мачтаков (Исем), Юнир Ҡотлоғужин (“Октябрь”колхозы), Рим Мәүлитов (“Искра” совхозы), Рәфҡәт Рәхмәтуллин (14-се һөнәрселек училищеһы), Владимир Храповицкий (Чапаев исемендәге колхоз), Винер Псянчин (М.Горький исемендәге колхоз), Надежда Курмышева (район элемтә үҙәге), Рәфис Байғазаков (Эске эштәр бүлеге), Ҡәҙриә Теүәлбаева (МСО), Фәриғә Һөйөшева (көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты), Екатерина Чижкова (район ҡулланыусылар йәмғиәте), Надежда Сементеева (район ҡулланыусылар йәмғиәте), Әлмира Сабанчина (Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз), Ғәлиән Сәлихов (“Сеятель” колхозы), Рәфҡәт Табулдин, Әхмәткирәй Усманов, Илдар Нафиков (Күгәрсен совхозы) кеүек ауыл хужалығы ғына түгел, районыбыҙ үҫешенә булышлыҡ иткән беренсел комсомол ойошмалары секретарҙарының хеҙмәте оло хөрмәткә лайыҡ, - тине ул. – Иҫтәлекле көндө беҙҙең менән билдәләй алмаған комсомол вожактары: Валентина Пудовкина, Нәфисә Байымова, Михаил Иванов, Сергей Суняйкин, Александр Сысоев, Әхмәт Хәбибназаров, Мөхтәр Шәрипов, Әмир Сәхибгәрәевтарҙың исемдәрен телгә алып үтмәү мөмкин түгел. Комсомол ветерандары иҫән саҡта йәш быуынға өлгө һәм тәжрибә алыу мөмкинлеге бар.

Сара барышында комсомолға бәйле тарихи факттар, данлы, рухлы осорҙоң яҡты биттәре телгә алынды. Бар яҡлап сынығыу мәктәбе булған йәштәр ойошмаһының илебеҙ һәм район тарихында тотҡан урыны билдәләнде, ҡаҙаныштары барланды. Наҙанлыҡ менән көрәштә, иген баҫыуҙарында тир түккән, яу ҡырында дошман менән батырҙарса алышҡан, ә һуғыштан һуң ауыл хужалыҡтарын, ҡалаларҙы тергеҙеүҙә һәм төҙөүҙә, ҡарауһыҙ ятҡан сиҙәм ерҙәрҙе күтәреүҙә – һәр ерҙә комсомолдар алдынғы рәттә булған. Нәҡ Мәләүездең күп профилле колледжының Мораҡ филиалы коллективы үҙ сығышында комсомолдың яңы эштәргә һәр саҡ әҙер булыуын яҡтыртһа, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусылары “Косилка-молотилка” йыры аҫтында хеҙмәт яланында йән аямай эшләргә, йырлап-бейеп күңел асырға ла ваҡыт тапҡан комсомолдарҙың ялҡынлы рухын, диңгеҙҙәй ташҡан йәшәү дәртен уңышлы һүрәтләне. Комсомол сафына инеү тәртибен сәхнәләштергән Мораҡ 1-се урта мәктәбе коллективы сығышын ҡарап, кисәге комсомолдар үҙҙәренең йәшлек хәтирәләренә ҡайтып урағандыр.
Совет дәүерендә популяр булған йырҙарҙың яңғырауы: Ғәлим Кинйәбулатов башҡарыуында “Мой адрес – Советский Союз”,Тәлғәт Ишемғолов етәкселегендәге ветерандар хоры башҡарыуында “Песня о тревожной молодости”, район мәҙәниәт һарайы артистары көйләгән “Не расстанусь с комсомолом”һәм башҡа йыр-моңдар - байрам сараһының мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.

Күтәренке пафос, ялҡынлы хистәр менән һуғарылған сара комсомол ветерандары өсөн дәртле йәшлеккә, ябай тамашасылар, йәштәр өсөн илебеҙҙең данлы тарихи үткәненә фәһемле сәйәхәт булды. Күркәм байрам һәм фойела “Комсомолға – 100 йыл” уңайынан ойошторолған бай күргәҙмә халыҡ хәтеренең мәңгелек икәнлеген иҫбатланы.

Байрамда совет рухында тәрбиәләнгәндәрҙән хәҙерге Рәсәй йәштәр союзына, волонтерҙар ойошмаларына үҙҙәренең эш алымдарында нәҡ ошо көндә 100 йылын билдәләүсе, көслө, берләшкән, ныҡ нигеҙле комсомол йәштәр ойошмаһын өлгө итеп алырға кәрәклеге тураһында фекерҙәр яңғыраны. Ысын комсомолдарҙың һүҙҙәре хаҡ түгел тип ҡайһығыҙ әйтә алыр?!.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор һәм А.Казаков фотолары.
Читайте нас: