Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2018, 14:02

Беҙ һаман да комсомол...

”Беҙ һаман да комсомол...” 1920 йылдың 15 октябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1-се республика Коммунистик Йәштәр Союзының Бөтә башҡорт комсомол съезы асыла. Нәҡ шунда комсомол обкомының беренсе составы һайлана. Ә 1930 йылда бөтә райондарҙа 1-се комсомол конференцияһы үтә. Беҙҙең районда 1-се комсомол ячейкалары 1919-1920 йылдарҙа ойошторола башлай, уның беренсе секретаре итеп Муса Ғөбәйҙуллин һайлана. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, пионер һәм комсомол ойошмалары бөтөрөлөп, тотош Совет дәүеренә бысраҡ атыу менән мауығып кителһә лә, тарихи факттарҙы бер нисек тә инҡар итеп булмай. Нәҡ комсомол ойошмаһы ауыр хеҙмәттән ҡурҡмаҫ Корчагин тоҡомон, оло яуҙа фашистарға ҡаршы торорлоҡ баһадирҙай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы ил батырҙарын, Ватан һаҡсыларын тәрбиәләгән. Нәҡ комсомолдар йәмғиәттәге тәртипһеҙлек менән көрәшкән, емерек хужалыҡтарҙы төҙөкләндереүгә көс һалған, ябай халыҡ араһында киң мәҙәни эш алып барған, комсомол отрядтары ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашҡан. Бөгөн мәҡәләбеҙҙең геройы ла комсомол рухында тәрбиәләнеп, аҙаҡ был өлкәлә ҙур эштәр башҡарыусы, районыбыҙға хеҙмәт һөйөүсе илһөйәрҙәр тәрбиәләүгә тиңһеҙ өлөш индергән Мораҡ ауылында йәшәүсе Динә Фәтҡуллина хаҡында.

”Беҙ һаман да комсомол...”
1920 йылдың 15 октябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1-се республика Коммунистик Йәштәр Союзының Бөтә башҡорт комсомол съезы асыла. Нәҡ шунда комсомол обкомының беренсе составы һайлана. Ә 1930 йылда бөтә райондарҙа 1-се комсомол конференцияһы үтә. Беҙҙең районда 1-се комсомол ячейкалары 1919-1920 йылдарҙа ойошторола башлай, уның беренсе секретаре итеп Муса Ғөбәйҙуллин һайлана. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, пионер һәм комсомол ойошмалары бөтөрөлөп, тотош Совет дәүеренә бысраҡ атыу менән мауығып кителһә лә, тарихи факттарҙы бер нисек тә инҡар итеп булмай. Нәҡ комсомол ойошмаһы ауыр хеҙмәттән ҡурҡмаҫ Корчагин тоҡомон, оло яуҙа фашистарға ҡаршы торорлоҡ баһадирҙай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы ил батырҙарын, Ватан һаҡсыларын тәрбиәләгән. Нәҡ комсомолдар йәмғиәттәге тәртипһеҙлек менән көрәшкән, емерек хужалыҡтарҙы төҙөкләндереүгә көс һалған, ябай халыҡ араһында киң мәҙәни эш алып барған, комсомол отрядтары ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашҡан.
Бөгөн мәҡәләбеҙҙең геройы ла комсомол рухында тәрбиәләнеп, аҙаҡ был өлкәлә ҙур эштәр башҡарыусы, районыбыҙға хеҙмәт һөйөүсе илһөйәрҙәр тәрбиәләүгә тиңһеҙ өлөш индергән Мораҡ ауылында йәшәүсе Динә Фәтҡуллина хаҡында.
Илһөйәрлек тойғоһо, күтәренке рух – уның ҡанында. Ул утлы 1943 йылда Литва, Көньяҡ Пруссияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашып, ҡаһарманлығы менән Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ил батыры – Садиҡ Сәлмән улының ҡыҙы. 1952 йылдың көҙөндә Горький өлкәһе Володар районында 1232-се хәрби базаһында тыуа ул. Атаһы 1955 йылда Ҡыҙыл Армия сафынан сыҡҡас, ғаиләһен тыуып-үҫкән Күгәрсен районына алып ҡайта. Башланғыс белемде Йомағужа 1-се мәктәбендә ала. Фәтҡуллиндар ғаиләһе район үҙәгенә күскәс, уҡыуын Мораҡ 1-се урта мәктәбендә дауам итә. Бәләкәстән теремек, төплө фекерләү һәләтенә эйә ҡыҙ уҡыған осоронда гел алдынғылар рәтендә була, ә комсомол сафына ингәс үҙен тағы ла бер башҡа үҫкәндәй тоя.
- Комсомолға инеүем бөгөнгөләй хәтеремдә. Хәҙерге суд бинаһында ВЛКСМ-дың район комитеты 1-се секретары Ғилметдин Яппаровтың кабинеты ине. Тәүҙә БЮРО ағзалары төрлө һорауҙар бирҙе, уставты һөйләтте, ниндәй йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнгәнде төпсөндө, һынауҙарҙы уңышлы үткәс, тантаналы рәүештә беҙгә Яппаров комсомол билеты тапшырҙы, - тип, хәтирәләре менән уртаҡлашты ул. – Мәктәптә тормош ҡайнап торҙо: тимур командалары ойоштороп берҙәм файҙалы эштәр башҡарыу, мохтаждарға ярҙам итеү, металлолом, макулатура йыйыу, комсомол йыйылыштарында өлгәшелгән уңыштарҙы барлау һәм тәртипһеҙерәк булған, насарыраҡ уҡығандар менән аңлатыу эштәре алып барыуҙар... Уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрҙөк, үҙ бурыстарын яҡшы белгән комсомолдар менән уҡытыусыларға ла күпкә еңелерәк булғандыр.
Ике юғары белемле, хәрби училище һәм ауыл хужалығы институтын бөткән, намыҫлы атаһы Динә өсөн ҙур ғорурлыҡ була, ғәзиз кешеһе кеүек ауыл хужалығы буйынса уҡырға теләй, әммә әсәһе ҡаршы төшкәс, БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә. Мәктәпте бер “4”ле менән генә тамамлаған алдынғы уҡыусы юғары уҡыу йортонда ла үҙен таныта. Аралашыусан һәм белемле ҡыҙҙың иңенә төркөмдә профсоюз эшен йөкмәтәләр, үҙе йәшәгән дөйөм ятаҡта староста итеп һайлайҙар. Комсомол рухында тәрбиәләнгән Динә дөйөм ятаҡта тәртип, таҙалыҡ булдырыу менән төркөмдә студенттарҙың мәнфәғәтен, хоҡуғын яҡлау буйынса әүҙем эш алып бара.
Оло хеҙмәт юлын ул Сәйетҡол урта мәктәбендә уҡытыусы булараҡ башлай. Бәхетенә күрә, уға бында Роберт Собханғолов кеүек ғәҙел, кешелекле директорҙың ҡул аҫтында эшләргә насип була. Күп тә үтмәй, 1977 йылда ойоштороу һәләтенә эйә йәш ҡыҙҙы ВЛКСМ-дың район комитетының 2-се секретары, ә артабан 1-се секретары итеп һайлайҙар.
- 1-се секретарь Скороваров, хәҙер ул Мәләүез элеваторы директоры, Гөлсөм Тазова менән берҙәм команда булып матур эшләнек, - тип ул данлыҡлы дәүерҙе иҫкә алды Динә Садиҡ ҡыҙы. – Мәктәптәрҙә пионер һәм комсомол ойошмаларының эшен күҙәтеү аҫтында тотоу, дөрөҫ йүнәлеш биреү, комсомол сафына илһөйәр йәш көстәрҙе тәрбиәләү - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып торҙо. Һәр йыл 19 майҙа майҙанда шау-гөр килеп пионер сборҙары үтте, унда алдынғы уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Ноябрь, май байрамдарында ҙур демонстрациялар, өмәләр, Рәил Әҡсәнов етәкселегендә төрлө спорт саралары, айырыуса ҙур күләмдә “Зарница” уйындары, “Илебеҙгә- миллион”тәрбиәүи программаһы буйынса кемуҙарҙан металлолом йыйыу, макулатура тапшырыу ойошторолдо. Кем күберәк тапшырған, йәки алдынғылар рәтенән төшмәгән, шуларға “Артек”ка, йәки “Орлёнок”ка барып ял итеү мөмкинлеге бирелде. “Агитпоезд” эшләй торғайны, агитбригада менән зернотокка, фермаларға барып хужалыҡ эшсәндәре өсөн концерттар ҡуйылды. Шул уҡ яҙғы сәсеү, көҙөн уңыш йыйыу ваҡытында баҫыуҙарға сығып иң алдынғы игенсенең техникаһына “йондоҙ” йәбештерелә, алдынғы бригада, һауынсыларға вымпел тапшырыла торғайны. Элек милицияға комсомол билеты, беҙҙән путёвка менән генә эшкә инә алалар ине.
Үҙе 1-се секретарь булып ҡалғас, байтаҡ кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен ҡарап, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә, мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша ул. Ата-әсәләр һәм мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнештә булып, килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү традицияға инә. Бына, комсомол һүҙенең ниндәй көскә эйә икәнлегенә, комсомолдарҙың берҙәмлегенә тағы бер миҫал.
...Урып-йыйыу осоро яҡынлашып килә, ә “Сеятель”колхозының зернотогына асфальт талап ителә. Оҙаҡ хәл ителмәгән проблемаға Динә Садиҡ ҡыҙы үҙе тотона, Салауат ҡалаһының комсомол ойошмаһына ярҙам һорап өндәшә. Тиҙ арала мәсьәлә хәл ителә. Ул заманда колхоз рәйесе вазифаһын башҡарған Әхәт Әлибаев Фәтҡуллинаға оло рәхмәтен еткереп:”Обком не смог, а комсомол смог. Перед комсомолом снимаю шляпу!” – ти.
1982-1988 йылдарҙа Динә Фәтҡуллина Күгәрсен район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1988-1991 йылдарҙа КПСС-тың район комитетының политпросвещение кабинеты етәксеһе, пропаганда һәм агитация бүлеге етәксеһе урынбаҫары вазифаларын башҡара.
- 90-сы йылдар башы тарихтың өҫтөн аҫҡа килтереп, комсомол, партияны төбө-тамыры менән йолҡоп ырғыттылар. Һеҙ был күренеште нисек кисерҙегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынам мәҡәләм геройынан.
- Йән әрнене, ныҡ ауыр булды, хатта ярты йыл эшкә сыҡмай торҙом. Нисә йылдар күпме күмәк көс менән төҙөгәнде күҙ асып йомған арала юҡҡа сығарҙылар, емереп ташланылар, ә уның урынына алмашҡа бер нимә лә бирмәнеләр. Нисек кенә ялған мөһөрҙәр һуғырға тырышмаһындар, беҙ – комсомолдар, партия ағзалары ихлас күңелдән эшләнек, - тип көрһөнөп яуап бирҙе кисәге комсомол. – Совет дәүерендә кадрҙар әҙерләү системаһы көслө булды, махсус курстар үттеләр, осраҡлы кешеләр, етәксе вазифаһына тап килмәгәндәр, ойоштороусанлыҡ һәләте булмағандар барыбер өҫкә үрләмәне, нәҡ комсомол ойошмаһы оло тормошҡа “путевка”бирҙе. Халыҡта берҙәмлек хисе көслө булды, иҫәпләшмәйенсә эшләнеләр, мәрхәмәтлек күрһәттеләр.
Динә Садиҡ ҡыҙы әрнеү-ғазаптарын эсенә йотоп, был хәлдәрҙән һуң да ең һыҙғанып эш күрһәтеп өлгөрә әле ул. Халыҡ телендә “татар мәктәбе”тип даны ҡалған Мораҡ урта мәктәбен асыу өҫтөндә тир түгеп, 2003 йылға ҡәҙәр үҙе директор вазифаһын намыҫлы башҡара.
Йән аямай хеҙмәт иткәне өсөн ул ВЛКСМ-дың Үҙәк комитетының Маҡтау грамоталары, БР-ҙың Мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була. Ә хаҡлы ялда ла әүҙем эш алып барыуы тураһында (ул хәҙер район ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары) БР Хәрби комиссариатынан килгән Рәхмәт хаты һөйләй. Әлеге ваҡытта Динә Фәтҡуллина район хакимиәтенән хуплау алып, “Халыҡ университеты” программаһы буйынса пенсионерҙар өсөн һауыҡтырыу гимнастикаһын үткәреүҙе ойоштороу менән мәшғүл. Мораҡ халҡына ул уңған хужабикә, киң танылған баҡсасы, сәскә үҫтереүсе булараҡ яҡшы таныш. Етенсе тиҫтәне ҡыуалағанда ла йөрәге менән йәш ҡалған, әүҙемлеге, тынғыһыҙлығы менән хайран иткән Динә Садиҡ ҡыҙына ҡарап, ысынлап та, комсомол тоҡомонан булғандарҙың ни ҡәҙәр көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы икәнлегенә тағы ла бер ҡат инанаһың.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: