Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 19:11

Ветеранға – оло хөрмәт

Ошо сыуаҡ көҙҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм педагогик хеҙмәт ветераны, районыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе Хәсән Барлыбай улы Мәжитов күркәм юбилейын – 95 йәшен билдәләне.

Был әһәмиәтле көндә уны оло байрамы менән тәбрикләргә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин, район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары Михаил Чижков һәм Эльвера Фәйрушина, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, мәғариф эшсәндәренең профсоюз етәксеһе Шамил Хәсәнов килде, ветеранға тәрән ихтирам-хөрмәт менән һуғарылған ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
Сәскә гөлләмәләренә күмелгән хөрмәтле ветерандың һәр ваҡыттағыса йөҙө алсаҡ, кәйефе шәп. Етәкселәргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәре өсөн әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре лә ихлас яңғыраны.
Утлы яу юлдары кискән яугирға шатланмаҫлыҡмы ни? Уның адресына ҡотлау һүҙҙәре иртә таңдан яуа башлаған. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, яҡташыбыҙ, республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтан килгән Ҡотлау телеграммаларында: “Һеҙҙең тормош – йән ҡыҙғанмай Тыуған илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүҙең яҡты өлгөһө. Һеҙ фронтта батырҙарса көрәштегеҙ, тыныс тормошта намыҫ менән хеҙмәт иттегеҙ. Һеҙҙең патриот, ҡаһарман булыуығыҙ, маҡтаулы хеҙмәтегеҙ тәрән ихтирамға лайыҡ”, - тиелә.
Эйе, хөрмәтле ветеран юбилей көнөндә йылы һүҙҙәргә, сәскәләргә күмелде. Ошо – үҙе үк уның тормош һәм хеҙмәт юлына оло баһа, оло бәхет түгелме!?
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Мораҡ ауылы, Күгәрсен районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: