Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 19:33

Һәләтле бәләкәстәр күңелдәргә матурлыҡ өҫтәнеләр

Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмдәре араһында "Тыуған яҡ” темаһына арналған йәш шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе булып үтте.

Балалар баҡсаһы мөдире Фаягөл Фәйезова билдәләүенсә, был бәйгенең төп маҡсаты балаларҙың эстетик зауығын тәрбиәләү, телмәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәргә, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, балаларҙа тасуири уҡыу күнекмәләрен, сәхнә оҫталығын үҫтереү булды.
Сығыштар өс йәш төркөмөндә баһаланды. Балалар баҡсаһы, китапхана һәм редакция хеҙмәткәрҙәренән торған жюри ағзаларына һәр сығышты интонация, дөрөҫ әйтелеш, сәхнә оҫталығы кеүек критерийҙар буйынса баһалау еңелдән булманы. Сөнки кескәй генә һүҙ оҫталарының һәр береһе тырышып шиғыр һөйләне, ҡайһы берҙәренең образға тап килтереп кейенеүе, шиғырҙарының үҙенсәлекле, нәҡ үҙҙәренә генә тап килтереп һайланыуы күңелдәргә үтеп инде.
Бәйгенең иң йәш ҡатнашыусылары, әле яңы ғына 4 һәм 5 йәштәре тулған кескәйҙәр, күп өндәрҙе әйтә белмәһәләр ҙә ҙур публика алдында бер ҙә ҡаушап ҡалманы, үҙҙәренең һәләтле икәнен күрһәтеп, тәрбиәсе апайҙары өйрәткәнсә шиғырҙарын оҫта итеп һөйләп барыһын да хайран ҡалдырҙы. Улар араһында 1-се урынды Амелия Исмәғилева менән Стас Васильев яуланы, 2-се урынды Камила Бикбулатова алһа, 3-сөлә Миләүшә Ғөбәйҙуллина булды.
5-6 йәшлектәр тыуған ергә, илгә, ғаиләгә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарҙы дәртләнеп тә, ғорурланып та, тасуири итеп һөйләне. Улар араһында 1-се урынға Арина Попова сыҡһа, 2-селә – Руфина Абсалиҡова, 3-сөлә – Иҙел Ихсанов.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре, балалар баҡсаһының күп сараларында иң әүҙем ҡатнашыусылар, шиғырҙың тәмен белеп, ихлас итеп һөйләү һәләтенә эйә икәнлектәрен тағы ла бер ҡат иҫбатланы. 6-7 йәшлектәр төркөмөндә 1-се урынды Залина Илсеғолова яуланы. 2-се урында - Данил Харламов, 3-сө урында - Полина Гладкова. Иҙрис Даянов, Давид Рауилов, Алмас Лоҡманов, Полина Сиванова, Азалия Замановалар төрлө номинациялар еңеүселәре булараҡ бүләкләнде. Сарала ҡатнашыусы башҡа тәрбиәләнеүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
Бәйге юғары кимәлдә үтте, тамашасылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр кескәйҙәр менән бергә тулҡынланды, янды-көйҙө. Конкурсанттар шиғыр һөйләгән саҡта тамашасы, бер һүҙҙе лә төшөрөп ҡалдырмайым тигәндәй, тынып ҡала, ә инде сығыш тамамланыу менән зал тағы ла көслө алҡыштарға күмелә.
Был күңелле һәм фәһемле осрашыуҙа балалар йырлап-бейеп күңел дә асты, музыкаль инструменттарҙа уйнау буйынса үҙ һәләттәрен дә күрһәтте. Ата-әсәләрҙең үҙ балаларының сығыштарын ҡарарға килеүе лә сараға йәм өҫтәне. Конкурсты юғары кимәлдә ойоштороуға тәрбиәселәр, музыка етәкселәре, ата-әсәләр күп көс һалған.
Бәйге тамам, балалар конкурста үҙҙәренең һәләттәрен асып ҡына ҡалманылар, ә сығыштары менән тиңдәштәрен матур шиғри әҫәр өлгөләре менән таныштырҙылар, күңелдәргә матурлыҡ өҫтәнеләр. Тыуған ергә, ата-әсәләренә булған һөйөү, ғорурлыҡ хисе улар күңелендә бер ҡасан да һүнмәһен ине.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Анастасия ВАСИЛЬЕВА фотоһы.
Читайте нас: