Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 19:22

Иҫтәлекле миҙал тапшырылды

Ваҡыт ҡануны аяуһыҙ: кемдер килә ергә, кемдер китә... Һуғыш ветерандары һәм тыл эшсәндәре генә түгел, дәһшәтле йылдарҙа тыуғандар һаны ла йылдан-йыл кәмей бара. Һуғыш балалары тип беләбеҙ беҙ уларҙы...

Түкәт ауылында йәшәгән Тамара инәй Байморатова һуғыш башланырҙан 3 йыл алда донъяға килгән. Тиҫтерҙәре кеүек уға ла ауыр йылдарҙың бар михнәттәрен татып, аслыҡ-яланғаслыҡ аша үтергә һәм быуындары нығыныр-нығынмаҫтан колхоз эшенә егелергә тура килә.
Матур тормош юлы үтә һуғыш балаһы. Эш бәхете генә түгел, ғаилә бәхете лә бирә уға Хоҙай. Тормош иптәше Хәләф Ғизелхаҡ улы менән 6 балаға ғүмер бирә. Ата-әсәһенә иш булған ул-ҡыҙҙарҙың алтыһы ла бына тигән кешеләр булып буй етә: Мөхәмәттәре Силәбелә хәрби госпиталдә эшләгән, отставкалағы майор; Фәрҙиәләре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөтә, Күмертауҙа йәшәй; шул уҡ ҡалала төпләнгән Вәлимәләре шахтала эшләй, уның да атҡаҙанған исеме бар; Шафиҡтары менән Фирүзәләре Себерҙә тир түгә; Салауаттары Белоретта йәшәй, урмансылыҡ эше менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, инәйҙең ике улы менән бер ҡыҙы тыуған ауылында йорт күтәргән.
Ошо көндәрҙә инәй йән бер ҙур ҡыуаныс кисерҙе: олпат юбилейын ҡаршылаған көндәрҙә уға Коммунистар партияһының һуғыш балаларына арналған иҫтәлекле миҙалы тапшырылды.
- Ауыр йылдарҙа тыуып, бала сағым менән йәшлегем михнәттәргә бай булһа ла, тормошҡа һис зарланманыҡ, йәшәү шулай була икән тип уйлағанбыҙ, күрәһең. Ғүмеребеҙ хеҙмәт менән үтте, эштән йәм таптыҡ. Бөгөн дә шөкөр итеп йәшәйбеҙ, үҙ аңымда, үҙ аяғымда йөрөйөм, балаларым мин тип өҙөлөп тора, күрше-тирәм менән татыубыҙ. Донъялар тыныс торһа, һаулыҡ булһа, ҡарт кешегә тағы ни кәрәк, - ти Тамара инәй.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: