Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 19:20

Хеҙмәттә үткән ғүмер –алтын ғүмер

- Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк?! Элек республика, ил матбуғатына күпләп яҙылһаҡ, хәҙер “Мораҙым” менән “Башҡортостан”ды ғына алдырабыҙ. Хаҡтары арта барыуы бер аҙ көйөндөрһә лә, йыл да яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ, ә был ауылда шулар йәшәй икән, был битендә теге танышыбыҙҙы яҙғандар,тегенеһендә ҡалай ҡыҙыҡ хикәйә сыҡҡан, тип кинәнә-кинәнә уҡыйбыҙ. Күҙ күргәндә, гәзиттән айырылыу юҡ, - ти Мәҡсүт ауылында йәшәүсе, “районка”быҙҙың иң тоғро дуҫтары булған Илешевтар.

Ихласлығы, тура һүҙлелеге менән шунда уҡ күңелде яулаған Ишбикә Рәхмәтулла ҡыҙы тыумышы менән Туйөмбәт ауылынан. Илде ҡара ҡайғыға һалған һуғыштан бер йыл алда ғына тыуған геройыбыҙҙың бала сағын шул осорҙоң михнәттәренән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Атаһы һуғышта ятып ҡалған бала нисек тә көн итер өсөн иртә йәштән колхоз эшенә егелергә мәжбүр була. Үҙе әйтмешләй, ат ҡойроғона ла, һыйыр ҡойроғона ла тағып эшләтәләр.
Ике бала менән яңғыҙ ҡалған әсәһенең көнитмеше үтә лә ауыр була, өйҙәренә яғыр утын ( уны әҙерләү өсөн ваҡыт та, хәл дә ҡайҙа инде?!) булмағанлыҡтан, общий двор тип аталған өйҙә торорға мәжбүр булалар.
Шул йылдарҙа хөкүмәт илдең киләсәген уйлап, йәш быуынды һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән, яуҙа һәләк булғандарҙың һәм фронтта булғандарҙың балалары өсөн балалар йорттары асыу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм
Башҡорт АССР-ы халыҡ мәғарифы комиссариатының 1944 йылдың 30 июнендәге 122/2 –се һанлы ҡарары менән беҙҙең райондың Мәҡсүт ауылында ла 100 урынлыҡ балалар йорто асыла. Уларҙың ауылдашы - яңы асылған балалар йортона директор итеп тәғәйенләнгән алдынғы уҡытыусы, З.Биишеваның бер туған ағаһы Ғибаҙулла Бейешев ауылдаштарының хәлен еңеләйтергә тырышып, Ишбикә инәйҙең әсәһенә ике ҡыҙын шунда тапшырырға кәңәш итә. Апаһы ваҡытлыса унда китә. Геройыбыҙ, аслыҡ үҙәгенә үткәндә хәйер һорап йән аҫрарға мәжбүр булһа ла, әсәһенән айырылып тороуҙан ҡырҡа баш тарта. Уҡыу ҙа, әлбиттә, таҡы-тоҡо ғына эләгә. Уның ҡарауы, эштән бәхете була Ишбикә инәйҙең: 13 йәштән инде ул, күп кенә тиҫтерҙәре кеүек, колхоздың ныҡлы эшсе көсөнә әйләнә. Тәүҙә иген келәтенә эшкә әйтһәләр, тора-бара урман ҡырҡыу кеүек ауыр эштән дә ҡалдырмай башлайҙар. Таналар, һарыҡ бәрәстәре ҡарарға ла, һауынсы булырға ла тура килә уға.
- Атайһыҙ – терәкһеҙ кешеләргә барыбер ҙә ауырғараҡ төштө шул йәшәү, эткән кеше күп булһа ла, тартҡан кеше булманы, - ти Ишбикә инәй ауыр уҙғандарын һыҙланып иҫкә алып.
Фатир бирәбеҙ тигәндәренә өмөтләнеп, Түбәнге Сирбайҙа сусҡа ҡарарға ризалаша ул. Әммә әйткәндәре буш һүҙ генә булып ҡала. Күңеле тартмаған эш арҡаһында аллергия, астма ауырыуҙарына дусар була.
Тормош ауыр тип тормай, күңел үҙенекен итә, көнө-төнө колхоз эшендә йөрөгән ҡыҙ эш араһында үҙенең ғүмерлек тормош иптәшен – Туйөмбәт ауылы егете Әмир Илешевты осрата. Ул да һуғыш балаһы, атаһы хеҙмәт армияһында – Белорет ҡалаһындағы хәрби заводта эшләп, миктәп, эшлектән сығып ҡайтҡан.
Ғүмер буйы хат ташыусы булып эшләгән Әмир Йәмил улы Туйөмбәт, Ай-Һай Мөрсәләй, Түбәнге Сирбай, Октябрьский (хәҙер ул ауыл юҡ инде) ауылдары халҡына гәзит-журналдарҙы тоҡлап-тоҡлап ташый.
- Ул йылдарҙа һәр ғаилә 5-6-шар гәзит-журнал алдырыр ине. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы өҫтәгеләр ҙә һәр саҡ контролдә тотто, план бирелер, уны үтәмәгәндәргә ныҡ ҡына эләгер ине.
Халыҡтың ул йылдарҙа хат яҙышыуы! Һәр байрам һайын открыткаларҙың да иҫәбе-һаны булманы. Ярай ҙа ул хәҙерге һымаҡ машина булһа, ауыл араларын 30 градус эҫелә лә, 40 градус һыуыҡта ла велосипед менән үтә торғайным. Төрлө хәлдәргә лә тарып бөттөм, бер Мөрсәләйгә етәрәк ике бүре болан ҡыуып, юлға килеп сыҡты. Миңә, күп булһа, 10 метрҙай ғына арала теге боланды килтереп йыҡтылар, ней алға, ней артҡа китә алмай, байтаҡ торҙом. Ҡабан сусҡаларына тап булып, улар менән 5 саҡрымдай араны бергә барырға ла тура килде, ярай атлы кеше килеп сыҡты.
Өйләнешкәс тәүҙә Назаркинда торҙоҡ, 2003 йылда Мәҡсүткә күсеп килдек. Инәйеңдең дә эштән башы сыҡманы, көнбағыш, кукуруз утаны, сөгөлдөр ҙә үҫтерҙе, хатта Рәсәй ауыл хужалығы министры ҡул ҡуйған дипломға ла лайыҡ булды.
Нисек кенә ауыр булһа ла, шул йылдар барыбер һағындыра, һаулығың булһа, геүләтеп эшләп йөрөүе бер ни ҙә түгел, - ти намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған бәйләнеш хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған, бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты булып һайланған Әмир бабай.
Хеҙмәттә үткән ғүмер – алтын ғүмер, тиҙәр. Көндән-көн рухи ҡиммәттәр осһоҙая, кешеләр күңеле торған һайын бер-береһенән нығыраҡ алыҫая барған осорҙа өлгө алырлыҡ, күңелгә дәрт өҫтәрлек кешеләр табыуы ауыр һымаҡ. Әммә был тәү ҡарашҡа ғына шулай, һәр ауыл һайын бар ундайҙар. Ихласлыҡтары менән күңелгә үтеп ингән, ғүмерҙәре намыҫлы хеҙмәттә үткән Илешевтар үҙҙәре генә ни тора!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: