Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 19:30

Бергәлектә беҙҙең көсөбөҙ

Ҡалдар ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Республика көнөнә тап килтереп, әүҙем клуб миҙгелен “Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ” тип аталған ҙур байрам концерты менән асып ебәрҙе.

Мәҙәни сара өс өлөштән торҙо. Тәүгеһендә Башҡортостан Республикаһында төрлө милләт халҡының дуҫ йәшәүен, рухыбыҙҙы һәм милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙы сағылдырған тамаша күрһәтелде. Икенсе өлөш Башҡортостандағы Ғаилә йылына арналды, ошо уңайҙан барлыҡ ғаиләләргә муллыҡ, бәрәкәт теләп, музыкаль бүләктәр тапшырылды. Ә инде Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирекмәндәр йылына арналған өсөнсө өлөш заманса флешмобтан, күңелле йыр һәм бейеүҙәрҙән торҙо.
Шуны әйтеп китмәй булмай: Ҡалдар ауылында шул тиклем дәртле һәм сәнғәткә ғашиҡ кешеләр йәшәй икән. Концертты алып барған Римма Фәтҡуллина менән Наҙгөл Түләкова халыҡҡа һис тә моңайып ултырырға ваҡыт бирмәне,үҙҙәре йырланы ла,бейене лә, хатта интермедияларҙа ла ҡатнашып өлгөрҙө. Ләйсән Байгилдинаның өҙә баҫып бейеүе барлыҡ тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде. Мәҙәниәт йорто уҙғарған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөгән моңло тауышлы
Рәйлә Байбулатова менән Мәүлиҙә Ҡайбирҙинаны халыҡ бер нисә тапҡыр сәхнәгә һорап сығарып йырлатты. Профессиональ артистарҙан һис тә ҡалышмаған көслө тауышлы Зәкиә апай Ҡоломбаева менән Кәрим Буҫтыбаевтың йырлауҙары ла тамашасыларҙы һәр ваҡыттағыса хайран ҡалдырҙы. Күңелле тамаша Лиана Түләкова, Юлиә Байгилдина, Аделина Хәйруллина, Рәлиә Кәримова, Гөлсирә Ғафарова, Алһыу Хәмитовалар башҡарыуында әҙерләнгән “Башҡортостан” флешмобы менән тамамланды. Ошо ҙур сараны урын еренә еткереп әҙерләгән Ҡалдар ауыл мәҙәниәт йортоноң мөдире Радик Мәхмүтовҡа ошондай концерттарҙы йышыраҡ уҙғарырға тигән теләктәрен еткереп, ауыл халҡы һәм килгән ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт һәм күтәренке кәйеф менән таралышты.
Мөслимә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА.
Читайте нас: