Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 19:00

Башҡорт журналисы - милләтебеҙҙең рухиәт һаҡсыһы ул

Үткән аҙнала Хоҙайбирҙин ауылы тағы ла журналистар премияһы лауреаттарын ҡаршыланы. Быйыл был мәртәбәле премияға республиканан билдәле журналист, яҙыусы, “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе Миләүшә Ҡаһарманова, “Юлдаш” радиоһы комментаторы, “Башҡорттар”, Рухиәт”, “Яҙмыштарҙа- ил тарихы” тапшырыуҙары авторы Венера Ситдиҡова, иҡтисади фәндәр кандидаты, “Ватандаш” журналы эксперты Энгель Зәйнетдинов, ә райондан яҡташыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалар һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Әхәт Сәлихов лайыҡ булды.

Тантана һәр йылдағыса ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алыуҙан башланды. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева,
БР журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев та бар ине.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев лауреаттарҙы тәбрикләп, Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек күренекле шәхестәрҙең эшмәкәрлеге тотош республикабыҙ өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләп, уның халҡыбыҙ мәнфғәтенә башҡарған эштәренең бөгөн дә замандаштарыбыҙ тарафынан дауам ителеүен, халҡыбыҙ өсөн ауыр һынылыш осорҙарында Күгәрсен ере Шәһит Әхмәт улы кеүек көслө рухлы, ҡыйыу шәхестәрҙе сығарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһының район кимәлендәге лауреаты Әхәт Сәлиховҡа танытма тапшырҙы.
Әхәт Ғөбәй улын районда ғына түгел, республикала, хатта Төркиәлә белмәгән кеше юҡтыр. Уның тарихи-публицистик яҙмалары, төрки халыҡтар әҙәбиәте өлгөләренең тәржемәләре, бихисап хеҙмәттәре бар.
- Яңыраҡ Күгәрсен районында боронғо китаптарҙы, ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы, боронғо яҙыулы ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеп, экспедиция менән йөрөнөк.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 14 ауылда булдыҡ. Мәҡсүт, Сапыҡ, Сәйетҡол ауылы зыяраттарындағы боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы өйрәндек. Унан башҡа ла ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле, бай мәғлүмәттәр тупланыҡ, материалдар йыйҙыҡ. Уларҙы белгестәр менән ныҡлап өйрәнеп, баҫтырып сығарасаҡбыҙ, - ти Әхәт Ғөбәй улы.
Быйылғы лауреаттарҙың эшмәкәрлеген, хеҙмәт биографияһын байҡағанда шуға иғтибар иттек: улар бөтәһе лә халҡыбыҙ өсөн, башҡорт журналистикаһы, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт һүҙ сәнғәте өсөн һөҙөмтәле эштәр башҡарған шәхестәр.
Уларҙың журналистика өлкәһендә башҡарған эштәренең һөҙөмтәле һәм халҡыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле булыуын беләбеҙ. Лауреаттарҙы тәбрикәлгәндә был хаҡта Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы ла билдәләп үтте.
- Яҙыусы һәм журналист ул икеһе ике һөнәр. Бөтә шағирҙар ҙа, яҙыусылар ҙа журналист була алмай. Журналист яҙыусы булып китеүе бик ихтимал, әммә бөтә яҙыусылар журналист була алмай. Ә Миләүшә Ҡаһарманова (үҙемдең хәбәрсем булғас, әйтмәй үтә алмайым) ошо ике һөнәрҙе лә берҙәй тигеҙ итеп тартҡан, берләштергән һәләтле шәхес. Бындай талант эйәһе булыу барыһына ла бирелмәй.
Ә Венера Ситдиҡованы иһә беҙ радиолағы иң рухлы тапшырыуҙарҙың авторы булараҡ беләбеҙ. Бөтә булмышы, күңеле менән башҡорт халҡы өсөн янған, уның тарихи үткәненең ҡәҙерен белгән, аңлаған, шуны бөтә дөрөҫлөгөндә беҙгә еткерергә тырышҡан журналист ул, - тине Гөлфиә Янбаева.
- Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы беҙҙең журналистарҙың берҙән-бер генә премияһы. Шуның өсөн дә ул беҙгә бик ныҡ ҡәҙерле.
Ниндәй булырға тейеш бөгөнгө башҡорт журналисы? Башҡорт журналисы иң тәү сиратта милли мәнфәғәттәргә хеҙмәт итергә тейеш.Әгәр ҙә ул үҙенең милләтен күтәрмәһә, милләтенең ҡыҙыҡһыныуҙарын, ихтыяждарын яҡтыртмаһа, нимә яҙырға тейеш башҡорт журналисы? Шунлыҡтан, минең фекеремсә, башҡорт журналисының милли мәнфәғәттәргә таянған үҙенең позицияһы булырға тейеш тип иҫәпләйем. Әгәр ҙә уның милли позицияһы юҡ икән, донъяла барған теге йәки был ваҡиғаны милли күҙлектән сығып баһалай белмәй икән, мин уны журналист тип әйтмәҫ инем.- Миләүшә Ҡаһарманованың әйткән һүҙҙәре ҡәтғи яңғыраһа ла, бик тә урынлы һәм хаҡлы. Көн һайын үҙгәреп торған талаптарға оператив рәүештә яуап биреү, власть менән халыҡ араһындағы алтын урталыҡты тотоу, үткер ҡәләмле, ҡыйыу, төплө фекер йөрөткән һәм һүҙҙең көсөн, ҡәҙерен белгән журналистар – заман талабы.
Шуныһы ҡыуаныслы- башҡорт журналистикаһында йылдан-йыл яңы исемдәр барлыҡҡа килә, шулай ҙа иң беренсе нәүбәттә эшләгән эшеңдең һөҙөмтәһе һәм сифаты булырға тейеш икәнлеген иҫтән сығарырға ярамай.
Төп һөнәре буйынса нефтсе булған Энгель Зәйнетдинов иһә журналистикаға көтмәгәндә-уйламағанда килә.
- Бынан 40 йыллап самаһы элек башҡорт нефтенең илле йыллығына китап сығарыу мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Ярайһы уҡ киң авторҙар коллективы туплап, уларға ошо йүнәлештә эшләргә һәм юбилейға китап баҫтырырға тигән бурыстар, маҡсаттар ҡуйыла. Ярты йыл тирәһеме ҡалғас, китапҡа тигән материалдар ҙа, китап та юҡ икәнлеге асыҡлана. Шунда инде беҙҙең берләшмәнең генераль директоры мине саҡырып алды ла:”Һиңә өс ай ваҡыт, китап булмай икән – эштән китәһең,”- тип ҡәтғи талап ҡуйҙы. Бына ошолай башланды ла инде минең журналистикалағы эшмәкәрлегем.
Ул китап Мәскәүҙә абруйлы ғына нәшриәттә 20 мең дана итеп баҫтырылды. Шунан инде сәбәпле-сәбәпһеҙ тигәндәй яҙыу-һыҙыу эшен миңә йөкмәтә башланылар.
Бөгөн егермеләп китабым бар. Һуңғы хеҙмәттәрем иһә хәрби темаға йүнәлтелде, хәрби тарих, Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлын өйрәнеүгә арналды, - тип үҙе тураһында ихлас ҡына бәйән итте Энгель Әхмәт улы. Әйткәндәй, ул премияһының яртыһын генерал Шайморатов вафат булған һәм һөйәктәрен тыуған яҡтарын алып ҡайтҡансы ерләнгән төйәктә -Луганск халыҡ республикаһының Штеровка ауылында урынлашҡан мәктәпкә спорт кәрәк-яраҡтары алыуға йүнәлтергә ниәтләй.
“Милли мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат – өс таған. Уларҙың береһе тая икән, милләттең юҡҡа сығыуына бер аҙым, тигән һүҙ” тигәйне бер күренекле башҡорт журналисы. Тимәк, журналистика был тәңгәлдә айырыуса әһәмиәтле урын биләп тора.
Тормоштоң һәр өлкәһенә баҙар мөнәсәбәттәре үтеп ингән заманда халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек “затлы тауар” ( беҙҙең осраҡта инде –уҡымлы яҙмалар, әҫәрҙәр) сығарыу – башҡорт журналисы өсөн төп талаптарҙың береһе булырға тейеш.
Саранан һуң күптәнге йола буйынса лауреаттар мәктәп уҡыусылары менән бергә иҫтәлеккә шыршы ултыртты.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: