Ҡыҙыл яулыҡты яҙып ябынып, туҡ башаҡтар менән көҙгө сәскәләр төшкән күк күлдәген кейеп, күңеленән генә зекер әйтеп, тәсбих тартып, һәр балаһын теүәлләп, доғаларын бағышлап ултырған был инәй тыумышы менән Бикбулат ауылынан. Биш балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуып үҫһә лә, уларҙың ғаиләһендә ике генә бала иҫән ҡала.
- Атайымдың исеме Суфыян, әсәйем Кинйәбикә исемле ине минең. Миңә тиклем ике ир бала донъяға килә. Мин - өсөнсөһө. Унан һуң тағы ике ҡыҙ бала тыуһа ла, улар аслыҡ ваҡытында мандымай, бала ғына килеш үлеп китәләр. Шәкирйән ағайым һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. Шәрифйән ағайым менән мин генә иҫән ҡалғанбыҙ.
Нимәһен һөйләһең инде был тормоштоң? Йәшлегебеҙ этлектә үтте инде. Шулай ҙа зарланмайым. Тормош ошолай була икән тип, бар нәмәгә күнеп йәшәнек. Хәҙер генә уйлаһаң, ул ауырлыҡтарҙы ҡалай күтәрҙек икән тип, үҙебеҙгә үҙебеҙ хайран ҡалабыҙ.
Колхоз эшенә егелдек йәшләй генә. Бесән дә саптыҡ, ураҡ та урҙыҡ, малын да ҡараныҡ, кәбәнен дә ҡойҙоҡ. Һуғыш ваҡытында ауылда ирҙәр булмағас, бөтә ир эштәре лә ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә ине, бөтә ауырлыҡты беҙ күтәрҙек.
Һуғыш һуңынан да ил аяҡҡа баҫҡансы, еңел булманы. Туҡтауһыҙ түләү менән дә аптыраттылар ул осорҙа.
Сельхоз налог, холостой налог түләнек... Бер һыйырға илле кило ит, туғыҙ килоға яҡын май, йөҙ йомортҡа, ике тире. Йомортҡалата түләргә тауыҡ бармы әле...Булмаһа ла, хөкүмәт талап итә. Тире өсөн дә малың булып, уны һуйырға кәрәк. Бер һыйырға ҡарап торғанда, ҡалайтып түләйһең инде уны... Йәшәнек инде ҡалай булһа ла. Бер һыйырҙы туҡһанға түкмәстереп. Ул бахыр һыйырҙы һабанға ла егә торғайныҡ...
Шулай...Үтте ғүмер... - Рәхилә инәй хәтирәләргә бик бирелергә яратмай, ахырыһы. Хәйер, ауырлыҡта үткән ғүмерҙең нимәһен иҫкә төшөргө килеп торһон инде. Бөтә ил күргәнде үҙ иңдәрендә татыған, үҙҙәре күтәргән быуын бит инде улар.
- Хәҙер, шөкөр, матур тормошта йәшәйбеҙ. Ул ваҡыттар менән сағыштырһаң, төш һымаҡ ҡына. Байтаҡ нәмәләр, күп кешеләр онотолған. Оло кеше ни, ярты кеше бит инде. Шулай ҙа һуғыш башланған тигән хәбәрҙе ишетеүебеҙҙе бөгөнгөләй хәтерләйем. Шул хәтлем ныҡ тетрәндергәндер инде ул хәбәр. Эшләп йөрөй инек. Бер малай “Һуғыш башланған! Һуғыш башланған!” тип һөрәнләп һыбай сабып килде... Ә бына һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе ҡайҙа нисек ишеткәнемде хәтерләмәйем... – тип бер талай тын ҡалып ултырҙы ла:- Һикһәнде үттем бит инде, - тип ҡуйған булды туҡһан биш йәшен билдәләгән инәйебеҙ.
Рәхилә инәй тәүге никахы менән оҙаҡ тора алмай. 2-3 йәшлек балалары ла үлеп киткәс, юлдары айырылып ҡуя. Унан бер аҙыраҡ үткәс, өс бала менән тол ҡалған Шәһит исемле ир кеше һората Рәхилә инәйҙе. Уртаҡ балалары Гөлдәр донъяға килә.
Бөгөн Рәхилә инәй ҡыҙы Гөлдәр менән бергә тора. Хоҙайбирҙин мәктәбенең элекке данлыҡлы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рауил Ноғоман улы Болғаировты районда яҡшы беләләр (хәҙер инде мәрхүм), бына шул дан кешенең ҡәйнәһе лә инде ул Рәхилә инәй.
Балаларының балаларын ҡарап, хәҙер инде бүлә-бүләсәрҙәрен күреп ҡыуана инәй.
- Аллаға шөкөр, ошо йәшкә тиклем йәшәп, балаларымдың ҡәҙер-хөрмәтен күреү – үҙе бер бәхет. Ятһам-торһам да, балаларыма иҫәнлек-һаулыҡ, тәүфиҡ теләйем, - ти ул.
Рәхилә инәй гәзит-журнал уҡырға ла ярата. Тәсбихының эргәһендә генә район гәзиттәре ятҡанын күреп, беҙ ҙә ҡыуандыҡ.
- Гәзит-журнал, китап уҡырға электән бик яраттым. Хәҙер генә күҙ күрмәй. Шулай ҙа ошо йәшкә еткәндә лә, эрерәк яҙыулыларын уҡып алам. Донъя хәлдәрен, ил хәстәрен инде телевизорҙан белеп торам. Гәзиттә баҫылған тапшырыуҙар программаһын эргәмә һалып алам да, үҙемә оҡшағандарын барлап, һайлап ҡына ҡарайым. - Шәплегенә күҙ генә тейә күрмәһен - хәтере лә яҡшы, зиһене лә үткер, үҙе лә теремек кенә. Ике йыл элек ныҡ ҡына ауырып алғансыға тиклем инәй биш намаҙын ҡалдырмай, теүәл уҡып барған. Хәҙер ҡартлығы етеп, намаҙҙы туҡтатырға тура килһә лә, доғалар уҡый, тәсбихын тартып, зекер әйтә, Аллаһы Тәғәләгә һыйынып йәшәй. Ә оҙаҡ йәшәүенең сәбәбен инде ул сәләмәт тормошҡа, туҡтауһыҙ хәрәкәттә, эш өҫтөндә булыуы менән бәйләй.
Йөҙгә етеүгә биш йыллап ҡына ваҡыт ҡалғанда үҙ аҡылыңда булып, үҙ аяғыңда йөрөү, балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде, бүлә-бүләсәрҙәреңде һөйөп яратыу рәхәтлеген кисереүҙән бик күптәр мәхрүм. Ә Рәхилә инәй был йәһәттән ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше.
Сөнки уның тормошо батырлыҡта (һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙы күтәреүҙе башҡа ҡалай атайһың...) үткән, үҙе матур ҡартайған. Рәхилә инәй кеүек сыуаҡ көндәргә етеп, ҡартлыҡ көнөбөҙҙә күңел тыныслығы кисереп йәшәргә яҙһын ине барыбыҙға ла, ғүмеркәйҙәребеҙҙең көҙө лә ошолай йомарт булһын ине...