Ауылыбыҙҙың актив уҡыусы балаларын йыйып, клуб мөдире Рәхимә Сәмиғуллина ”Айыу һәм ҡыҙ” исемле әкиәтте сәхнәләштергән. Фирзәнә һәм Рания Исҡужиналар, Алмас Мусин, Әминә, Зәлиә исемле уҡыусылар бик оҫта итеп үҙ ролдәрен башҡарҙылар.
Байрам табын артында өлкәндәрҙе ҡотлау, сәй эсеү менән дауам итте. Күңелдәре булып, рәхмәттәр әйтеп таралышты ауылыбыҙ өлкәндәре. Тағы ла шулай иҫәнлек-һаулыҡта байрамдарҙы ҡаршыларға яҙһын тигән теләктәре тормошҡа ашһын ине.