Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2018, 19:00

Хыялдар тормошҡа ашҡанда

Кемдер бала саҡта космонавт булырға хыяллана, кемдер –һатыусы; кемдер матур күлдәк тураһында хыяллана, кемдер ... дөйәғоштар хаҡында.Шулай ул кеше. Кешене хыял йәшәтә. Ҡаран ауылында йәшәгән Людмила Верясова ла бала саҡтан экзотикаға тартыла. Йәнһүрәттәрҙән, йәнлектәр тураһындағы фәнни тапшырыуҙарҙан күреп үҫеүеме – ул дөйәғоштарҙы ҡулға эйәләштерергә хыяллана. Үҫеп, буй еткәс, тормош ҡорғас, бала саҡ хыялдары өлкәнәйгәс, тормошҡа ашмаҫтай һымаҡ тойоламы - бер аҙ баҫылып тора. Балалары ҡул араһына инеп, инде үҙҙәре үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, Людмила шул хыялын иҫкә төшөрөп, яна башлай. Ете ҡат уйлағас, дөйәғош алырға тигән ҡәтғи ҡарарға килә улар ире Павел менән ( ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужаның үҙен ул көндә тап итә алманыҡ, эш кешеһе эштә ине).

Шулай итеп, улар Стәрлебаш районында дөйәғоштар үрсеткән ферма барлығын белеп ҡалып, ике дөйәғош себеше һатып ала. Ул ваҡыттағы хаҡтар менән әтәс ҙурлыҡтағы дөйәғош себеше һигеҙ мең һум тирәһе була. Ул йән эйәләре тураһында беҙ яҙғайныҡ инде. Ун биш йыл самаһы йәшәгәс, дөйәғоштар ҡазаланып, үлеп ҡуя.
Уларҙың үлемен хужабикә бик ауыр кисерә һәм, әмәлгә ҡалғандай, Мәләүездә йәшәгән бер егеттең эму һатҡанын белеп ҡала. Алты айлыҡ ҡына ҡоштарҙың тейешле хаҡы илле меңгә торош була. Әммә ул егеткә ашығыс рәүештә һатырға кәрәк булғас, ярты хаҡҡа риза була. Шулай итеп, Верясовтар эму тигән тағы ла бер ят ҡошҡа эйә була.
Сәйер ҡош ул эму
Ят тип, әллә ни ят та түгел инде. Эму ла шул ул дөйәғоштоң бер төрө, әммә ул кәүҙәгә унан ҡайтышыраҡ (һүрәттә). Улар ҙа үлән, ҡатнаш аҙыҡ менән туҡлана. Икмәк, кәбеҫтәне лә яратып ашай. Беҙ ҡулдан һыйларға ҡыйманыҡ инде, шулай ҙа рәхәтләнеп күҙәттек эму- ҡоштоң хужабикә ҡулынан ҡарһаланып-ҡарһаланып икмәк суҡығанын. Был ҡоштарҙың тағы ла бер сәйер яғы бар- улар эстән барабан һуҡҡан һымаҡ тауыш сығара. Төндә ул тауыш хатта саҡрымдар аша ишетелә икән. Гөрһөлдәп торған тауышҡа күрше-тирәләре лә күнеп бөткән, ҙур ҡоштарҙы улар ҙа ярата, ихтирам итә. Тәүге осорҙа теге дөйәғоштарҙы бөтә ауыл менән килеп ҡарағандар. Хужаларға ла, ҡоштарға ла күстәнәстәр тотоп күрше ауылдарҙан да килеүселәр булғылаған. Тәүҙә ят итеп күргән ҡоштарҙы урындағы халыҡ хәҙер ғәҙәти күренеш итеп ҡабул итә.
Был ҡоштар Ҡаранда бер йыл ҡышлап та өлгөргән. Төп сығышы менән Африка, Австралия яғынан булған йән эйәләре былай беҙҙең климатҡа күптән яраҡлашҡан. Ҡышҡы һыуыҡтарҙы ла ярайһы уҡ яҡшы ғына үткәрә. Уңған хужалар улар өсөн йылылыҡ, эсәр һыу үткәрелгән кәртә лә эшләп ҡуйған. Шуныһы ҡыҙыҡ: был ҡоштарҙы ла улар килем алыу өсөн түгел, ә күңел өсөн, үҙҙәре өсөн һатып алған. Әйтәйек, аквариумдағы балыҡтар йә ташбаҡалар, йә ситлектәге кәнәри ҡош һымаҡ инде.
- Ике ҡошто бер хаҡҡа һатып ебәргәне өсөн теге егет үкенмәнеме икән?- тип һорашабыҙ.
Людмила Сәйет ҡыҙы йылмайып ебәрә:
- Юҡтыр, ул эмуларын юғалтманы. Ҡыҙыбыҙ менән аралашып китеп, дуҫлашып, Петр хәҙер беҙҙең кейәүебеҙ, ҡыҙыбыҙ Елена менән ғаилә ҡорҙолар, уларҙың үҙ донъяһы, өс балаһы бар. Шундайыраҡ “осраҡлы иҫәп” килеп сыҡты.
Бына бит, яҙмыш тигәнең ҡайһылай боролоп та ҡуя! Хайран ҡалырлыҡ! Ә ундай бөтмөр егеттең кейәү булыуына Верясовтар ҡыуанып бөтә алмай. Мәләүез эргәһендәге ауылда торған йәштәр һыйыр алып ебәреп, малсылыҡҡа тотонған. Әле улар күпләп һөт тапшырып килем ала, тора-бара мал һанын тағы ла ишәйтергә уйлайҙар икән. Әйткәндәй, Петр һөнәре буйынса ветеринар. Шуға ла уға был йүнәлеш ят түгел.
Һәүетемсә генә, хыялланып ҡына...
Экзотикаға ылыҡҡан Людмиланы беҙ биолог-фәләнме икән әллә тип уйлағайныҡ. Ә ул филолог булып сыҡты. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып йөрөгән ҡыҙ Павел Алексеевич әрменән ҡайтҡас, уға кейәүгә сыға. Уҡыуын ташлағанға бер ҙә үкенмәй Людмила. Ауылдаштарын ғына түгел, райондаштарын хайран итеп, бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырып, һәүетемсә генә йәшәп ята улар. Ишек алдында эму-ҡоштарҙан тыш ҡорһаҡтары ергә тейә яҙып йөрөгән ҡап-ҡара вьетнам тоҡомло сусҡалары ла бар. Унан башҡа тағы бер үҙенсәлекле йән эйәһе – мейн-кун тоҡомло бесәй. Кейәүе бүләк иткән икән уны. Һеләүһенгә оҡшап торған был йорт хайуаны ябай ауыл бесәйенән ике –өс тапҡырға ҙур (һүрәттә). Ҙур булһа ла, ҡурҡыныс түгел. Бесәй –бесәй инде, иркәләнергә ярата. Тоҡомло бесәй булғас, тышта бик йөрөмәйҙер тип уйлаһаҡ, юҡ икән, ҡойроғона дегәнәк йәбешеп, ғәҙәти бер ауыл бесәйенә әйләнгән дә ҡуйған ул. Уныһы ла Людмила Сәйет ҡыҙының бер хыялы булған икән. Кем әйтә хәҙер хыялдар тормошҡа ашмай тип?
Кәртә-ҡураны һаҡлаған эттәре лә тоҡомло. Лайка тоҡомонан икән ул Тарзан.
- Йорт һаҡлауға бик барымы юҡ. Һунар эте бит инде, бәйгә сыҙамай, ирек көҫәй. Уның әсәһе ваҡытында айыуға ла һунар иткән. Ә бына был бәләкәс сәүек иһә шәп һаҡсы ( шәп икәнен күрҙек былай, ләүкелдәп өрөп, ырылдап, беҙҙе үткәрмәне, хужабикә сыҡмайынса ишек алдына инеп булманы –авт.), көтөүгә лә йөрөй, мал да уны “тыңлай”,- ти Людмила уйнаҡлап һикергеләгән этенә лә ҡоштарҙан ҡалған икмәк һынығын ырғытып.
- Тағы ниндәй хыялдарығыҙ була торғайны бала саҡта?- тип ҡыҙыҡһынам. (Кем белә, бер нисә йылдан Ҡаранды йә юлбарыҫ, йә фил, йә башҡа берәй йәнлек төйәк итер. Уларҙың өйөндә ваҡытында тутыйғоштар ҙа, алйырҙан (хомяк) да йәшәгән).
- Тоҡомло һыйырыбыҙ ҙа бар ине, тотоноп ҡуйҙыҡ. Бик ныҡ үкендем инде аҙаҡ. Хәҙер бына тағы шундайыраҡ һөтлө һыйыр алырға ине...
Былай хыял уҡ булмаһа ла, тағы ла бер теләгем бар инде. Нисек килеп сығыр. Гигант ҡусҡарҙар -ахатина алырға уйлайым, - тип йылмая Людмила.
Әйткәндәй, был ҡусҡар ҙа сығышы менән Африканан. Уны япондар ризыҡ өсөн махсус фермаларҙа үрсетә. Ә Африкала, Америкала, Көньяҡ- көнсығыш Азияла ул ҡоротҡос бөжәк иҫәбендә, имеш. Рәсәйҙә улар тәбиғи шарттарҙа йәшәй алмай, шунлыҡтан уларҙы махсус аквариумдарҙа ғына тоталар. Уны косметологияла ла ҡулланалар, лайлаһы бит тиреһен йәшәртә торған файҙалы матдәләргә бай.
Тимәк, Ҡаранға юл өҙөлмәй әле. Кәм тигәндә берәр йылдан гигант ҡусҡарҙарҙы барып күрербеҙ, насип булһа.
Булһа була шул шундай кешеләр. Людмила үҫтергән сәскәләрҙең дә ят-ят төҫлө булыуына иғтибар иттек. Петунияларҙың “Йондоҙло күк” сортлы сыбары ла, ҡараһы ла, аҡлы-күкле буйлыһы ла күкрәп сәскә ата.
Матурлыҡ тураһында хыялланып, хыялдарыңды тормошҡа ашырып йәшәү үҙе бәхет инде.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: