Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2018, 16:00

Ауыр ҙа, яуаплы ла, изге лә һөнәр эйәләре тәбрикләнде

Йыл һайын октябрҙең 5-ендә иң изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Быйыл да нәҡ ошо көндө район мәҙәниәт һарайына үҙ эшенә бар күңелен һалған, ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәшкән, ошо өлкәгә ғүмерҙәренең байтаҡ өлөшөн бағышлаған мәғариф эшсәндәре, тармаҡ ветерандары йыйылды.

Илде биҙәгән һөнәр... Балаларға белем һәм тәрбиә биреүселәргә үҙенең иң изге теләктәрен юллаған район Советы рәйесе Айрат Болғаиров был изге һөнәрҙе нәҡ шулай нарыҡланы һәм уҡытыусыларҙың ил үҫешендә тотҡан урынын юғары баһалап, бер төркөм уҡытыусыларға – Әлиә Садиҡоваға (Мораҡ башҡорт гимназияһы), Фирүзә Сәғәҙиеваға (Йомағужа 2-се урта мәктәбе), Светлана Сережинаға (Мораҡ 1-се урта мәктәбе), Рәсимә Ғимрановаға (Йомағужа 1-се урта мәктәбе), Гөлнара Ғафароваға (З.Биишева исемендәге мәктәп), Елена Гуменюкҡа (Әлмәс мәктәбе), Әминә Хөснөтдиноваға (Йомағужа балалар йорто тәрбиәсеһе), Галина Филатоваға (Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы), Любовь Пестехаға (Воскресенский ауылындағы “Березка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе) райондың маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Уҡытыусының эшен уҡыусыларының уңыштарына ла ҡарап баһалайҙар. Мәғлүм булыуынса, йыл һайын, әүҙем, яҡшы уҡыған “иң-иң”дәргә район хакимиәте башлығы стипендияһы тапшырыла. Быйыл да 9 уҡыусы – Рита Әбделмәнова (Яңы Хвалын мәктәбе), Екатерина Арестова (гимназия), Гөлназ Вәлишина (Теләүембәт мәктәбе), Есения Гордеева (З.Биишева исемендәге мәктәп), Тимур Иванов (Мәҡсүт мәктәбе), Ралина Иҫәнбаева (Воскресенский мәктәбе), Александр Толкун (Йомағужа 2-се урта мәктәбе), Лилияна Хәлитова (Мораҡ 1-се урта мәктәбе) һәм Артемий Агарков ай һайын билдәле күләмдә дәртләндереү аҡсаһы аласаҡ. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Сәйфуллин ҡулынан стипендиат булыу тураһында таныҡлыҡ алған был уҡыусылар яҡшы уҡыуҙан тыш, район, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Азамат Зәкәриә улы шулай уҡ эшенә ижади ҡараған, һөнәри оҫталыҡ күрһәткән Азамат Алламоратовҡа (Яңы Хвалын мәктәбе), Инна Чепенкоға (Воскресенский мәктәбе), Лениза Смирноваға (Мәҡсүт мәктәбе), Йәмил Ҡаразбаевҡа (Тәүәкән мәктәбе), Радик Мәжитовҡа (Сәйетҡол мәктәбе), Динә Үҙәнбаеваға (Ҡалдар ауылындағы балалар баҡсаһы), Ләйсән Фәизоваға (З.Биишева исемендәге балалар баҡсаһы), Алһыу Фәхретдинвоаға (“Уралҡай” балалар баҡсаһы), Елена Дмитриеваға (Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе), Ләйсән Герасимоваға (Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе) район хакимиәтенең маҡтау грамоталарын, Ғаилә йылы айҡанлы икеһе лә мәктәптә эшләгән ғаилә парҙарына – Гүзәл һәм Азат Бикбовтарға (Тәүәкән мәктәбе), Гөлсинә һәм Илназ Буранбаевтарға (Воскресенский мәктәбе), Ирина һәм Дмитрий Ефсеевтарға (Мораҡ 1-се урта мәктәбе), Рита һәм Ришат Ғайсиндарға (Йомағужа 1-се урта мәктәбе), Фәнилә һәм Рефат Килсенбаевтарға (Йомағужа 1-се урта мәктәбе), Любовь һәи Сергей Кошкиндарға (Исем мәктәбе), Фәнилә һәм Салауат Рәхмәтуллиндарға (З.Биишева исемендәге мәктәп), Гәүһәр һәм Фәнил Хөсәйеновтарға (Мәҡсүт мәктәбе), Фәниә һәм Рафиҡ Хәсәновтарға (Сапыҡ мәктәбе) рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ҡалдар мәктәбенән Рәсимә Юскаева менән Түбәнге Һапаш ауылының балалар баҡсаһынан Зөмәриә Инсеғолова БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына, З.Биишева мәктәбенән Гүзәл Кинйәбулатова һәм Теләүембәт мәктәбенән Флүрә Ҡыҙрасова “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” түш билдәһенә лайыҡ булдылар. Ғөмүмән, бүләкләнеүселәр бик күп булды - йәнә бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре район мәғариф бүлеге Рәсүл Әхмәтйәнов ҡулынан маҡтау грамоталары алып ҡыуанды.
Тәбрикләү тантанаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре сығыштары менән үрелеп барҙы.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: