Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2018, 19:00

Сая ла, көслө лә, оло йөрәкле лә

Ауыл ҡатын-ҡыҙы! Төп эшендә йөҙгә ярылып, бер юлы әллә нисә бурыстарҙы еренә еткереп атҡарыу менән, өйөндә лә тәртип булдыра. Балаларын тупылдатып яратып, уларҙың тамағын, өҫ-башын хәстәрләргә, иренә лә йөрәк наҙын бүлергә өлгөрә. Көслө заттар менән бер рәттән бесәнен саба, картуфын утай, утынын яра... Ҡыҫҡаһы, мең мәшәҡәтле донъя йөгөн тарта, ир тапҡанды ғына көтөп ултырмай, өҫтәүенә ғаиләнең матди хәлен дә ҡайғырта.

Һүҙем дә бөгөн бер юлы яуаплы эшсән, хәстәрлекле һәм тоғро хәләл ефете, изгелекле әсә - Бикбулат ауылында йәшәүсе Гөлсәсәк Ғәббәсова тураһында.
“Бәләкәстәрем – минең ҙур ғаиләм”
Гөлсәсәк апай менән яҡындан танышыуым 2009 йылдың йәйҙәренә тура килә. Мәләүездән Мораҡҡа күсеп ҡайтып, яңы ергә, яңы эш урынына өйрәнә алмай йөҙәгән сағыбыҙ, өҫтәүенә район үҙәгендә балалар баҡсаһына сират. Ана шул ваҡытта ул, Бикбулат ауылындағы “Гүзәл” балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәсе, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙы ла инде. Дөрөҫ, тәүҙәрәк үҙем дә һағайып, икеләнеп ҡалғайным. “Илаҡ ҡына, иркә ҡыҙым өйрәнә алырмы икән”, - тиеүемә туғаным көлөп: “Белһәң икән, унан да изге күңелле кеше юҡ, уға бәләкәстәр үҙҙәре атлығып тора”, - тип йыуатты. Аҙна үткәс, яңы әсәһе итәгенән төшкән сабыйымдың сит ауылдағы баҡсаға ҙур теләк менән атлап түгел, ә талпынып йүгергәнен күреп, хайран ҡалдым.
Ысынлап та, эс-бауырыңа төшөп артыҡ һүҙ ҡуйыртырға яратмаған тәрбиәсе “апайыбыҙ” тыштан ғына үтә лә етди күренә, ә ғәмәлдә даръялай киң күңелендәге йылы ҡарашының наҙы менән һәр сабыйҙың йөрәген иретә. Быға инде көҙгө бысраҡ, һыуыҡ ҡыштар тип тормайынса ата-әсәләрҙең бәләкәстәрен етәкләп баҡсаға килтереүҙәре генә лә тере миҫал булып тора.
Гөлсәсәк Миңнулла ҡыҙы мәктәптә уҡыған осоронда уҡ үҙенән кесерәктәргә хәстәрлекле, кеселекле була. Киләсәктә тәрбиәсе булыу хыялын бойомға ашырыр өсөн дә 1993 йылда Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Ә Бикбулат ауылы мәктәбе бинаһында урынлашҡан “Гүзәл”балалар баҡсаһында (хәҙерге Мораҡ башҡорт гимназияһы филиалы мәктәп яны баҡсаһы) 2001 йылда эш башлай.
- Бәләкәстәр – минең ҙур ғаиләм. Сабыйҙарҙың шат йөҙөн күреп дәртләнәһең, йәшәүгә илһам алаһың, бәләкәс кенә коллективыбыҙ ҙа берҙәм, татыу. Эшемдә Гөлнара Баймырҙина – ҙур ярҙамсым, ашнаҡсыбыҙ ҙа оҫта ҡуллы, - ти ул ихласлап.
Әлеге мәлдә төркөмдә төрлө йәштәге 15 бала тәрбиәләнә. Иң кескәйенә 2 йәш, иң өлкәненә – 6. Район үҙәгендәге кеүек үк бында ла балаларҙың ялы ҡәтғи көн тәртибенә ярашлы үтә. Иртәнге зарядка, математика, һүрәт төшөрөү дәрестәре уйын рәүешендә уҙғарыла. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, балаларҙы кесе йәштән үҙаллылыҡҡа өйрәтеү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, йәғни уларға мәктәпкә ныҡлы әҙерлек базаһын һалыу төп бурыстары булып тора. Туҡланыу тәбиғи ризыҡтарҙан ғына, тейешле кимәлдә булғанғалыр ҙа, балалар теремек, һау-сәләмәт. Тәмле аштарҙы Лилиә Сафина бешерә. “Айырыуса туҡмаслы аш, рис бутҡаһын, иҙелгән картуф, балыҡ кәтлиттәрен яратабыҙ”, - ти бында тәрбиәләнеүсе Арыҫлан Тимербаев менән Ғәзиз Байрамғолов. Арыҫлан бигерәк тә телгә әүәҫ булып сыҡты. “Гөлсәсәк Миңнулла ҡыҙы - беҙҙең иң матур, иң яҡын кешебеҙ”, - тип тәрбиәсе апаһына ҙур баһа ла бирҙе ул. Килешәһегеҙҙер, бәләкәстәр алдаша белмәй, тәрбиәсе хеҙмәтенә был – иң юғары баһа!
“Сабыйҙар сит була алмай”
Мәҡәләбеҙ геройы – үҙ ғаиләһендә хәстәрлекле әсәй, һөйөклө ҡатын.
Тамырҙары менән Төпсән ауылы ҡыҙы 1996 йылда Бикбулат ауылы егете – Ғәзиз Ғәли улы менән ҡауышып, ошо ауылға килен булып төшә. Ата-әсәнең оло ҡыуанысы булып тыуған өс мөхәббәт емештәре – ике ҡыҙы һәм улдары ғаилә ептәрен тағы ла нығыта, йорттарының йәмен арттыра. Хәҙер инде Ынйы һәм Айгүзәлдәре – студенттар, кинйә улдары Асҡар Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡый. Бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алып, шифалы Эйек һыуында ҡойоноп, сынығып үҫкән балаларҙың да, ата-әсәләренә оҡшап, киләсәктә эшһөйәр буласаҡтарына шигебеҙ юҡ.
Үҙҙәренең өс бәхетенән башҡа, татыу Ғәббәсовтар ғаиләһендә былтыр балалар йортонан алынған ике бала тәрбиәләнә.
- Сит балалар юҡ, бер-беребеҙгә шул ҡәҙәр өйрәнгәнбеҙ. Ауылға ла күнектеләр, мәктәпкә ашҡынып торалар, уҡырға әүәҫтәр, Камила 1-се, Илнарыбыҙ 2-се класта уҡый. “Әсәй”, “атай” тип өндәшеүҙәрен ишетеү – үҙе оло бәхет. Әммә бөтә балаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырғас, һөнәрле, башлы-күҙле иткәс кенә: “Үҙ бурысыбыҙҙы үтәнек”, - тип иркен һуларға мөмкин булыр, - ти был хаҡта оло йөрәкле әсә.
Һүҙемде йомғаҡлап....
Эйе, һәр сабый йылы өйҙә,ғаиләлә тәрбиәләнергә, һәр береһенең ел-ямғырҙан ҡурсалаусы ата-әсәһе булырға тейеш тип иҫәпләп ҡыйыу һәм яуаплы аҙым яһаған Ғәббәсовтар. Алтын ҡуллы балта оҫтаһы, хужалыҡ һәм тәрбиә эшендә ныҡлы терәк булған тормош иптәше Ғәзиз Ғәли улы менән, һис шикһеҙ, алдарына алған маҡсаттарҙы, бурыстарҙы атҡарырға көсө етер Гөлсәсәк апайҙың. Сабыр холоҡло әсә, булмышы менән ысын тәрбиәсенең ҡанаттары талмаҫ, йөрәгендә сабыйҙар өсөн ҡабыҙған йылы усағы һүнмәҫ әле. Ни тиһәң дә, бар йөктө күтәрә, тарта сыҙамлы ла, сая ла, көслө лә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас в