Ярышҡа район шахматсылары ғына түгел, күрше Ейәнсура районынан һәм Ырымбур өлкәһенең Нововороженск ҡасабаһынан да килделәр.
Сараны район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Сәйфуллин
һәм район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлегенең баш белгесе Артур Әбдрәхимов асты. Ярыш секретары, “Иртөбәк” физкультура – һауыҡтырыу үҙәге тренеры Айнур Хәйеров уйын ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
9 турҙан торған ярыш һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Иң күп мәрәй йыйған Йәүҙәт Әбдрәшитов (Ырымбур өлкәһе) 1-се, Айнур Хәйеров 2-се (Түләбай ауылы), Шакир Хәсәнов (Ейәнсура районы) 3-сө урындарҙы яуланы.
Турнир тамамланғас шахматсылар сараны ойоштороусыларға – район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәренә, Ишбулды Буранбаевҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Сара аҙағында ИшбулдыБикмырҙа улы һәм уның туғандары ярышсыларҙы мул табын артына саҡырҙы.