Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2018, 19:00

Йөҙҙәре алсаҡ булғанға, аштары ифрат тәмле

“Йәш барһа ла, йөрәк һаман 18-ҙә әле”, - тип өлкән йәштә лә ер емертеп донъя көткән, кешеләргә, йәмғиәткә бер аҙ файҙа килтерәйем тип хөкүмәт эшендә йөрөгән ауыл уңғандарын күреп гел һоҡланаһың. Улар булғанда, йәшерәктәр үҙҙәренә һүлпәнләнергә юл ҡуймай. Улар булғанда, ауылдарыбыҙҙың да йәме һәм йәне бар. Һеҙ фотола күргән,“Тәүәкән” йәмғиәтенә ҡараған, оло ҡунаҡтарҙы һәм хужалыҡ эшсәндәрен, ябай кешеләрҙе тәмле аштары менән берҙәй һөйөндөргән “Биш ҡайын” кафеһы мөдире Гөлнур Әлмөхәмәтова ла:

- Хәҙер алтынсы йыл инде хаҡлы ялдамын, әммә 60-ты үтһәм дә һис ҡартайғы килмәй, - ти. – Эшебеҙ тынғыһыҙ, тик яратып башҡарғас, ауырлығы һис тойолмай. Беләктә көс, йөрәктә дәрт барҙа әлегә эшләргә була... Хужалыҡ эшсәндәре лә, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа эшебеҙҙән ҡәнәғәт, сөнки тәбиғи ризыҡҡа, милли аштарға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Ул Тәүәкәнгә Яңауыл ауылынан 1975 йылда килен булып төшә. Дәртле йәшлектә ни, күңел ҡошо ситкә талпына, яңы төҙөлгән ғаилә лә Үзбәкстанға сығып китә. Оҙаҡ йылдар шунда йәшәп, аҙаҡ Ырымбур өлкәһенә күсенеп ҡайталар. Илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Гөлнур Сөнғәт ҡыҙы эшләгән керамик заводының да ишектәре ябыла. Хеҙмәттә сыныҡҡан ҡатын эшһеҙ ултырамы һуң? Ашханаға ашнаҡсы булып эшкә урынлашып, был өлкәлә ете йыл тәжрибә туплай.
Алтын-көмөш тамған ерҙән тыуып-үҫкән ер яҡшы тигәндәй, ҡырҙа йәшәү йәмен, күңел йылыһын табыу мөмкин түгеллегенә инанғас, Әлмөхәмәтовтар Тәүәкәнгә, ғаилә башлығының ата-әсәһе нигеҙенә ҡайтып, яңы йорт һалып инә. Нәҡ тыуған төйәктәрендә төпләнгәс, уңған хужабикәгә ашнаҡсы һөнәре буйынса ситтә алған хеҙмәт тәжрибәһенең кәрәге сыға ла инде.
...Үҙ эшенә мөкиббән намыҫлы эшсәндең кафены етәкләүенә хәҙер яҡынса 10 йыл. Етәксе тигәс тә, ҡайһы бер йылы урындағылар кеүек уға ҡулы аҫтындағыларға “тегене эшлә”, “быны эшлә” тип фарман биреп кенә ултырмай, сөнки үҙе баш ашнаҡсы булғас, меню төҙөү, уны төрләндереү, ярҙамсылары менән бергә йәшен тиҙлегендә тегеһен-быныһын әҙерләп, бешереп өлгөртөү... – бөтәһе лә уның иңендә.
- Ярҙамсыларым-ашнаҡсыларым Гөлнур Ҡотлогилдина, Таңһылыу Ғәҙләева, Зәлиә Ишемғолованан торған коллективым менән бер татыу ғаилә һымаҡ матур эшләйбеҙ, сөнки нимә генә бешермә – ябай ашмы, бишбармаҡ, өлөш кеүек байрам ашымы, һәр ваҡыт уны яҡшы кәйефтә әҙерләү мөһим, - ти йылмайып һөнәрмән.
Эйе, күңел йылыһын һалып бешергән тәмле аштар менән бында туҡланыусы эшсәндәргә, “Тәүәкән”уңғандарына тағы ла көс-ҡеүәт, эшкә дәрт өҫтәй “Биш ҡайын”ашнаҡсылары. Ә алтын ҡуллы, өҫтәүенә йәшлек һөйкөмлөлөгөн һис юймаған алсаҡ йөҙө (61 йәште уға һис бирмәҫһең! - авт.) менән дә тирә-яҡты арбаусы Гөлнур Сөнғәт ҡыҙының ғаиләлә өлгөлө әсә һәм һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә икәнлеген дә ишетеп беләбеҙ. Үҙе тәрбиәләп үҫтергән сәскәләй генә матур ҡыҙҙарына, иңгә-иң терәшеп 40 йылдан ашыу бергә-бергә ғүмер йомғағын һүтеүсе тормош иптәше, донъя терәге – Фуат Закир улына ла наҙлы ҡарашын йәлләмәй, яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән әленән-әле һөйөндөрөп тора ул. Тәүәкән ауылына йәм биреп, яңы “хеҙмәт емештәре”геҙ менән уңған эшсәндәргә көс-ҡеүәт өҫтәп, артабан да йәшнәп-күкрәп йәшәгеҙ әле һеҙ!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: