Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2018, 19:00

Тыуған еренә ереккән

Районыбыҙҙың ауыл хужалығында үҙ көсөн, һаулығын йәлләмәй, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп күп йылдар эшләгән һәм ошоноң менән хеҙмәт геройы исеменә лайыҡ ябай ауыл эшсәндәре бихисап. “Тәүәкән” йәмғиәтендә оҙаҡ йылдар эшләүсе Әнүәр Ғәббәсов та ана шундайҙар рәтендә.

Үҙе күрше Көйөргәҙе районында йәшәүенә ҡарамаҫтан Тәүәкәнгә йөрөп эшләргә бер ҙә ҡыйынһынмай ул. Йылдың һәр миҙгелендә тәбиғәт көйһөҙләктәренә ҡарамай, ул яратҡан эшенә ашыға.
- Предприятиеның уңышлы эшләүе ундағы тырыш һәм эш һөйгән кешеләргә бәйле. Алдынғы механизатор Әнүәр Ғәббәсовты башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырға була. Тырыш, техника йәнле, - ти йәмғиәттең баш агрономы Азамат Хисмәтуллин һәм хеҙмәттәштәре уның хаҡында. Механизатор бер ваҡытта ла һынатмай – уңыш йыйыу ваҡытында ең һыҙғанып комбайнда йөрөй, ҡыш көндәре “тимер ат”ын йүнәтеп, көйләп-майлап яҙын картуф ултырта. Уны йәй буйы тәрбиәләй – культивациялай, ҡоротҡостарға ҡаршы препараттар һиптерә, көҙ еткәс, игенде урып-йыйыу эштәре тамамланғас, картуфты ҡаҙыуға тотона. Тырышлығы ҡанында булған механизатор ҡыш көнө мал аҙығы таратыуҙа ярҙам итә.
- Эшемде яратам, - ти ул. Әнүәр ағай кеүек тырыш һәм егәрле ауыл эшсәндәре булғанда тыуған яҡтың бәрхәт кеүек йәйрәп ятҡан бәрәкәтле ерҙәре көҙөн һәр саҡ мул уңыш биреп ҡыуандырыр.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Анатолий КАЗАКОВ фотоһы.
Читайте нас: