Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2018, 19:06

Көҙгө саҡырылыш башланды

Рәсәй Федерацияһының “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһындағы” Законы, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 28 сентябрендәге 552-се һанлы Указы, Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәтенең 736-сы һанлы ҡарары нигеҙендә Күгәрсен районы территорияһында 1 октярҙән 31 декабргә тиклем Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш кампанияһы үтәсәк. Саҡырылыш нормаларына ярашлы, быйыл 120 гражданды хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡаралған.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу өсөн райондың саҡырылыш пунктына хеҙмәткә саҡырыу ваҡытына 18 йәше тулған 2000 йылда тыуған һәм хеҙмәтте кисектереп тороуға бирелгән ваҡыты үткән йәки ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында хәрби хеҙмәткә саҡырылмаған 1991-2000 йылдарҙа тыуған граждандар килергә тейеш.
Рәсәй Ҡоралла көстәренә саҡырылырға тейешле бөтә граждандар саҡырылыш комиссияһына - Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6 адресы буйынса повесткала күрһәтелгән көн һәм ваҡытҡа килергә кәрәк. Повестка алмаған граждандарға хәрби комиссариатҡа 1 октябрҙән 10-на тиклем сәғәт 8-30-ға, артабан октябрҙең һәр дүшәмбеһе саҡырылыш комиссияһы үтер өсөн килергә кәрәк. Үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ алырға.
Район территорияһына ваҡытлыса килеүсе хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле призыв йәшендәге граждандар даими йәшәгән урындарына ҡайтырға һәм призыв комиссияһын үтер өсөн хәрби иҫәптә торған хәрби комиссариатҡа барырға бурыслы.
Ә бына хәрби комиссариатҡа ваҡытында килмәүселәр, бер ниндәй сәбәпһеҙ комиссариатҡа килеүҙән һәм медицина тикшереүе үтеүҙән ҡасып йөрөүселәргә закон алдында административ һәм енәйәти яуап тоторға тура киләсәк. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 21.5-се статьяһы – хәрби иҫәп буйынса яуаплылыҡты үтәмәү һәм 26.6-сы статьяһы - медицина тикшереүенән ҡасып йөрөү өсөн 5 минималь эш хаҡының ½ өлөшө күләмендә административ штраф ҡаралған. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 328-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, законһыҙ нигеҙҙә хәрби хеҙмәттән ҡасҡандарға 200 мең һумға тиклем штраф йәки 2 йылға тиклем мәжбүри эштәр, йә иһә алты айға тиклем ҡулға алыу йәки 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Килеүҙе тәьмин итмәүсе ойошма, предприятие, учреждение етәкселәре лә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Рәсәй Федерацияһының “Хәрби яуаплылыҡ һәм хәрби хеҙмәт тураһындағы” Законы нигеҙендә райондың предприятие, учреждение, ойошма, фермер хужалыҡтары һәм уҡыу йорттары етәкселәре хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы саҡырылыш комиссияһын үтер өсөн уҡыуҙан, эштән бушатырға, уларҙы командировкаларҙан ҡайтарып, призыв пунктына килеүҙәрен тәьмин итергә тейеш.
Саҡырылыш мәсьәләләре буйынса “Ҡыҙыу линия”
Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссары – йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе (консультатив-хоҡуҡи пункт) – 8(347)228-02-92, эш көндәрендә көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем, ял көндәрендә иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем.
Хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге – 8(347)253-13-48, 228-43-59, иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем;
Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8(347)250-05-10 эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем;
Ашығыс психологик ярҙам – 8(800)7000-183, тәүлек әйләнәһенә.
Р.ҠАДИРОВ, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары.
Читайте нас: