Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2018, 19:12

Беҙ – ер кешеһе

Беҙҙең хужалыҡ хеҙмәтсәндәре өсөн ауыл хужалығы йылы насар булманы. Яҙғы сәсеү эштәрен ваҡытында йырып сыҡтыҡ, культураларҙы кондицияланған орлоҡтар менән генә сәстек, ашланыҡ, ужым тулыһынса һаҡланды. Беренсе тапҡыр ҡышлау игендең Һамар өлкәһенән килтерелгән “Новоершовская” тигәнен, яҙғы бойҙайҙың “Ватан”, һолоноң “Рысак” сорттарын һынап ҡараныҡ.

Майлы етен, аҡ әсе борсаҡ кеүек маржиналь культураларҙы эшкәртәбеҙ, 250 гектарҙа ужым шипкәне сәстек, картуфтың “Зекура” һәм “Амур” тигән яңы сорттарын ултырттыҡ.
Хеҙмәтсәндәрҙең тырышлығы бушҡа китмәне, ужым арышы айырым баҫыуҙарҙа гектарынан 42 центнерғаса уңыш бирҙе, 23350 центнерҙан ашыу “икенсе икмәк” ҡаҙып алынды.
Ҡыҙғанысҡа күрә, йәйге ҡоролоҡ арҡаһында һуңғы сәскәндәр насарыраҡ сыҡты һәм уңдырышлылыҡҡа тәьҫир итте.
Дизель яғыулығына, бензинға һәм дизель майҙарына хаҡтар ай һайын артып торһа ла, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек күләмдә булды, техника буш торманы һәм беҙҙең егеттәр иртәнән төнгә тиклем баҫыуҙа тир түкте. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡулынан килгән тиклем дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Алдынғылар рәтенә Әнүәр Ғәббәсовты, Ишбулат Шаһивәлиевты, Ришат Рыҫмөхәмәтовты, Шакир Кинйәбаевты, Азат Әбдрәевты индерергә була. Мал аҙығын, бөртөклө, ҡуҙаҡлы культураларҙы сабыуҙа Йомабай Хайсаров, Руслан Фазлаев улдары Ислам һәм Инсаф менән, Юрий Кобзев, Реваль Әбдрәхимов ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Механизаторҙар Юлай Көсөкбаев, Илшат Мусин, Михаил Агарков, Андрей Хренов ер эшкәртеүгә, мал аҙығын йыйыуға Ринат Ғәҙләев оло яуаплылыҡ менән ҡараны.
Ауыл хужалығы продукцияһын “КамАЗ” машиналарында ташыған республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Нурмөхәмәт Әбдрәхимов, Марат Әлмөхәмәтов, Азамат Хәйбуллин, Салауат Аҫылбаев, Сергей Белюшов, Валерий Плаксин, Константин Породькин, Александр Кошкин, Ғәйфулла Вәлитов һ.б. хаҡында ла тик йылы һүҙҙәр генә әйтке килә.
Матур һауа торошо үҫтерелгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға мөмкинлек бирҙе. Игенселәр эште уңышлы йырып сыҡты һәм киләәһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалды.
Азамат ХИСМӘТУЛЛИН,
“Тәүәкән” йәмғиәтенең баш агрономы.
Читайте нас: