“Башҡортостанға килеп инеү менән йырлап ебәрҙе атайым. Ниндәй йыр ул тип һораһам, “Сибай” тигән йыр тине” тип һөйләгән улы. Үлер йылы, алдан һиҙенгәндәй, ҡышҡы кейемдәрен төрөп, эсенә күстәнәскә бер ҡап кәнфитен һалған булып, ҡартатайыма посылка итеп һала. Шунан күп тә үтмәй, улдарынан уның вафаты тураһындағы хәбәр килә. Тыуған яғынан нахаҡҡа ғәйепләнеп, себер һөрөлөүселәр ул заманда, әлбиттә, бер ул ғына булмаған. Ғүмере буйына сит ерҙә йәшәргә мәжбүр булған олатайыбыҙҙың нимәләр кисереп, нимәләр уйлағанын да әйтеүе еңел түгел. Шулай ҙа, “Сибай” йырының “Үҙ илемә ҡайтып торор ҙа булһам, ирешер инем, Фатимам, моратҡа...” тигән һүҙҙәрен тыңлағас, ниндәй әсе һағыш, мәңгелек һағыныу тойғоларын кисереп йәшәргә тура килгәнлеген аңларға була...
Беҙҙең бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ ҙә тыуған яғын, ерен, илен һағыныу тойоғоларын үҙ йөрәге аша үткәргән, кисергән кешеләр. Кемдәрҙер яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтһа, кемдәрелер әле булһа сит ерҙә йәшәй. Мәжбүр тип әйтке килмәй. Сөнки, йәшләй генә сит төбәктә төйәкләнеп, шул ят ерҙә лә үҙ милләтен танытып йәшәүселәр байтаҡ беҙҙең арала.
Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА, Татарстандың “Дулкын” радиоһының “Мораҙым” тапшырыуын алып барыусы:
- Беҙ ғаиләлә алты ҡыҙ үҫтек. Мин бишенсеһе. 17 йәшемдә генә ата-әсәйем: “Ауылда һыйыр һауып йөрөгәнсе, берәй ҡалаға китеп аҡса эшлә”, - тип сығарып ебәрҙеләр. Ул ваҡытта йәшлек менән ауырһынһам да, хәҙер рәхмәт кенә әйтәм. Сит ергә ерегеп китеүе олоғайғас ҡыйын булыр ине, ә йәшлек менән ул һиҙелмәй.
Ҡайҙа ғына төбәкләнһәң дә, тормошҡа, йәшәүгә йәбешеп ятырға, үҙеңде күрһәтә белергә кәрәк. Ә яраҡлашырға тырышыу, ялағайланып, шул халыҡ араһына инеп китергә ынтылыу һинең бәҫеңде генә төшөрәсәк. Үҙең йәшәгән төбәктә лә милләтеңде таныта алһаң, үҙ моңоңдо, ғөрөф-ғәҙәттәреңде, йолаларыңды һандап, башҡорт булыуың менән ғорурланып, шул халыҡтың аңына еткерә алһаң, юғалып ҡалмаясаҡһың. Юғалып ҡалмаясаҡһың ғына түгел, ә сит милләт араһында ла хөрмәтле, абруйлы буласаҡһың.
Әлбиттә, йылдар үтә килә тыуған яҡтар ҙа һағындыра. Ә һағына белеү, һағыныу тойғоларын кисереү – үҙе бер бәхет бит ул! Тыуған ереңде, илеңде, ауылыңды, атай нигеҙен, бала саҡта еләк йыйған ялан-туғайҙар, сейә тиргән тау битләүҙәре, икмәк еҫе таратып тулҡынланған иген ҡырҙарын һағыныу тойғоларын сит ергә китмәйенсә кисереүе мөмкин дә түгел.
Атай-әсәйҙәрем күптән баҡыйлыҡта, хәҙер мине тыуған ауылымда апайҙарым, һыуылым көтә. Атай нигеҙендә Мөслимә һеңлем йәшәй. Һәр ваҡыт шул йортҡа ҡайтам. Атай-әсәйебеҙҙе матур итеп ҡараны, ҡәҙерләп мәңгелек донъяға оҙатты. Мин ул йортто һаман үҙемдең өйөм тип һанайым, һағынам. Ҡайтҡан һайын ҡапҡанан:” Ҡыҙым ҡайтып килә бит!”-тип әсәйем ҡаршы алыр төҫлө...
Сит илдәрҙә лә күп йөрөнөм. Алжирҙа бер ай булып ҡайттым. Нисек итеп аңлатырға икән ул хисте? Күҙ менән матурлыҡты күрәһең, ә күңел йоҡлай. “ Бында нишләп йөрөйөм икән ул мин? Ауылға ҡайтып, апай-һеңлеләрем менән шыжлап торған самауыр янында һөйләшә-һөйләшә сәй эсһәм, ниндәй күңелле булыр ине бит...” тип уйланып бөттөм. Шунан үҙемсә һығымта яһап ҡуйҙым: мөмкинлек булған һайын тик ауылға, тыуған яҡҡа ҡайтырға, нимә ҡалған ул миңә сит илдә...
Тыуған республикамдан ситтә йәшәһәм дә, мин халҡымды яратам, ихтирам итәм, һағынам. Хисле, моңло, һағышлы бала итеп үҫтергәне өсөн башҡорт халҡыма, тыуған төйәгемә рәхмәтлемен!
Сәмиға ҒАФАРОВА, тәржемәсе ( эш сәфәре менән оҙайлы ваҡыт Төркиәлә була):
- Сит илдә йәшәмәһәм дә, күп йөрөргә тура килде. Ваҡытлыса икәнлеген белгәс, артыҡ юҡһыныу кисермәйем. Бары яҡындарым, әсәйем өсөн борсолоу тойғоһо ғына ялмап ала торғайны. Шулай ҙа, тәржемәсе булараҡ оҙатып йөрөгән кешеләрҙең һөйләгәндәрен еткерә алам. Шулай бер танышымдың атаһы Башҡортостанда бола ваҡытынды тыуған яғын мәңгелеккә ташлап китә. Сит илдә өйләнә, балалары тыуа, шунда ҡартайып вафат була. Уның балалары Башҡортостанды белмәй олоғая. Шулай ҙа ғүмере буйы һағыныу тойғоһо менән йәшәйҙәр улар. “Ғүмеребеҙ буйы әллә ниндәй аңлатып бирә алмаҫлыҡ һағыш оҙатып йөрөнө, уның нимә, ни өсөн икәнлеген Башҡортостанға килеп, ҡурай моңон ишеткәс кенә, аңланыҡ” тинеләр. Тимәк, ҡасандыр бола арҡаһында тыуған илен, ерен ташлап китергә мәжбүр булған кешенең үҙ тупрағын, ерен һағыныуы балаларына ла күскән. Бөтөнләйгә тыуған тупрағыңдан яҙыу быуындан-быуынға һағыш тойғоһон һалалыр...
Сит илгә ҡунаҡҡа ғына барып ҡайтыу хәйерлерәктер, күрәһең.
Айзилә ВАҺАПОВА, Воркута ҡалаһы:
- Бынан бер йыл самаһы элек ғаилә менән алыҫ Себер яҡтарына сығып китергә тура килде. Тәүге осорҙа бигерәк ҡыйын булды: атай-әсәйҙе, туғандарҙы ныҡ һағындыҡ, ауыл һауаһын һулап, һалҡын шишмә һыуҙарын эске килә. Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте генә ни тора! Ул мәғрур тауҙары, ҡуйы урмандары, саф һауаһы, һыуҙары, ихлас күңелле кешеләре! Йәйгеһен ял алып, ҡайтып килдек. Тыуған яҡ – тыуған яҡ инде. Һағындырған. Матурланып, күркәмләнеп киткәндәй тойолдо. Шул арала ғына үҙәк майҙанда парк ҡалҡып сыҡҡан.
Яныңда ышаныслы кешеләрең булғанда ҡайҙа йөрөһәң дә күңелең тыныс инде ул былай. Себер яҡтарында ваҡытлыса ғына беҙ. Киләсәктә матди яҡтан нығынып, тыуған яҡҡа ҡайтырға иҫәп тотабыҙ. Район үҙәгендә өй күтәреп ултырттыҡ. Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып, үҙ илебеҙгә, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып, лайыҡлы балалар үҫтереп, иртәгәһе көнөбөҙгә ышаныслы ҡарап йәшәге килә. Ҡайҙа йөрөһәк тә, донъялар тыныс булһын тип теләйбеҙ.
Әминә ӘҘЕЛҒУЖИНА( Мысырҙа алты йыл йәшәй):
- “Беҙ булмаған ерҙә яҡшыраҡ” тигән әйтемде иҫкә төшөрәм. Әлбиттә, сәйәхәт итеү кәрәк, сөнки пәйғәмбәребеҙ ҙә “Сәйәхәт итегеҙ, һауығырһығыҙ” тигән. Ысынлап та, сит ерҙә йөрөп ҡайтҡас, күңел күтәренкелеге һиҙелә, донъяға ҡарашың, даирәң дә үҙгәреп, үҫеп киткәндәй булаһың. Әммә үҙ төйәгеңдә, тыуып үҫкән ерҙәрҙең һыуын эсеп, һауаһын һулап йәшәүгә бер ни етмәй. Быға тик Сәғүд Ғәрәпстаны ерендәге изге ерҙәр генә инмәйҙер, сөнки унан хатта ҡайтҡы килмәй, донъя онотола, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу ғына күңелде ялмап ала. Ләкин унда ла Башҡортостандан барған апайҙарыбыҙҙан ”Өйөмә ҡайтып, һыуҙа ғына картуф бешереп, майлап ашағы килә” тигән һүҙҙәрен ишетергә тура килде.
Сит ерҙәрҙе күреп һоҡланырлыҡ, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенә инанырлыҡ нәмәләр күп ул ер йөҙөндә. Сүллектә үҫкән пальмалар ғына ни тора. Ҡояш аҫтында тейгеһеҙ булып ҡыҙған ҡомда төп-төҙ бағана кеүек үҫеп ултырыуы - Аллаһы Тәғәләнең йылы яҡтарға биргән хикмәтле бүләгелер инде. Пальмалар булмаһа, ул яҡтар күрер күҙгә күрекһеҙ генә булыр ине. Ҡомлоҡто йәмләп ултырыусы йәшеллек бит ул. Мөхәммәт улымдың Мысырҙа тыуып үҫкәнен белгән иптәштәре:”Нишләп бында ҡайттығыҙ, рәхәтләнеп унда йәшәмәй?”- тип һорайҙар икән. Йәмле яҙҙар етеп, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелеп, муйыл сәскә атҡан ваҡыттар етһә, тыуған яғыбыҙҙы һағынып, илай торғайныҡ. Ә ҡайтыр мәл етһә, беҙҙең бәхетебеҙҙең сиге булмай ине. Был хис-тойғоларҙы яҙып аңлатып ҡына булмай. Уны тик тыуған төйәгенән айырылып, сит ерҙә йәшәргә мәжбүр булғандар ғына аңлайҙыр.
Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте шул хәтлем бай, беҙгә шул байлыҡтың ҡәҙерен генә белергә кәрәк. Урман тиһәң, урмандары, ялан тиһәң, шифалы үләндәргә бай киң яландары, ҡыр сейәһенә бай тауҙары, саф һыулы шишмәләре, балыҡлы йылғалары, күлдәре, саф һауаһы! Аллаһы Тәғәлә биргән ошо оло ниғмәтте аңлап, ҡәҙерләп, шөкөр итеп, ғибәҙәт ҡылып йәшәү – кешенең төп бурысы ул.