Сапыҡ мәктәбе Мәҡсүт ауылы белем усағының тармағы. Элек гөрләп торған мәктәп бөгөн дә шул һулышта йәшәүен дауам итә. Әлбиттә, балалар һаны күпкә кәмегән. Бөгөн унда 5 класс-комплектта 41 бала белем ала. Был мәктәпкә Буҫтыбай, Ишбирҙе, Ҡаран ауылынан да йөрөп уҡыйҙар. Балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә.
Мәктәп мөдире Эльза Сәйетҡолова әйтеүенсә, киләһе йылда балалар һаны артып китеүе лә ихтимал. Быйыл беренсегә 2 бала килһә, киләһе йылға 8-9 бала исемлектә тора. Туғыҙынсы класты 8 бала тамамлаған. Уҡытыусылар һаны иһә быйыл етәүгә ҡалған. Шулай ҙа кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ,ти Эльза Васильевна.
Сапыҡ мәктәбендә үҙ һөнәренең оҫтаһы булған мөғәллимдәр эшләгәнен күптән беләбеҙ. Уларҙың уҡыусылары әленән әле һәр төрлө бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында ҡатнашып, еңеү яулап, мәктәп данын күтәрә.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Сәлимйән ҡыҙы Ибраһимова ла балаларға төплө белеп, матур тәрбиә биреү өлкәһендә һөҙөмтәле эшләй. Беренсе- дүртенсе класс балаларын бер класта бер юлы уҡытһа ла, өйрәнеп бөткән. Уҡытыусы өҫтәле ҡаршыһындағы тәүге ике партала беренселәр ултыра. Уларға уҡытыусының иғтибары күберәк талап ителә, шуға улар иң алдан урын алған. Уларҙың артында тағы дүрт парта – унда иһә икенсе класс балалары. Икенсе рәттең тәүге ике партаһында өсөнсөләр ултырһа, иң артҡы ике партала – дүртенселәр. Улар менән шөғөлләнеү күптән яйға һалынған, улар хәҙер үҙаллы.
Дәрес башланыуын хәбәр итеп ҡыңғырау шылтырағас та, кем уҙарҙан йүгерешеп, парта артына ултырышып, китап-дәфтәрҙәрен асып, уҡытыусы апай бөгөн нимәләр өйрәтер икән тигәндәй ҡыҙыҡһынып баҡҡан балалар ҡарашында һөйөүме, наҙмы сағыла.
Бала саҡ хыялына илткән һуҡмаҡ
27 йыллыҡ мөғәллимлек эшендә Альбина Сәлимйән ҡыҙы нисәмә балаға башланғыс белем биреп, уҡырға-яҙырға өйрәткәндер – уныһын ваҡыт ҡына белә. Әммә шуныһы хаҡ: уның уҡыусылары араһында ла уҡытыусылыҡ юлынан киткәндәр байтаҡ.
- Балаларҙы шул хәтлем яратам! Уларға булған һөйөү бала саҡтан уҡ һалыналыр тип уйлайым. Дөрөҫөрәге, остаз итеп ҡабул иткән уҡытыусыбыҙҙан киләлер.
Башланғыс класта уҡығанда уҡытыусыбыҙ Ғәлиә апайҙ оҙон “указка”һына күҙ ҡыҙа торғайны. Дәрес башланғас, “Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны яҙабыҙ” тип таҡтаға яҙып ҡуя. Мин инде өйгә ҡайтҡас, әсәйҙең орсоғон тотоп, “уҡытыусы” булып уйнайым. Бына шул уйындан киткән хыял бөгөн мине 27 йыллыҡ стажы булған уҡытыусы итеп ҡуйған. Үҙемдең балаларым бәләкәй саҡта Башҡорт дәүләт педагогия институтын ситтән тороп тамамланым. Эшемде шул хәтлем яратам, хатта шул эш менән үҙ балаларыбыҙҙың үҫкәне лә күрмәй ҡалынған, - тип йылмая Альбина Сәлимйән ҡыҙы.
Икең бер булып, ҡыҙыҡһыуҙарың, донъяға ҡараштарың бер булып, бер төптән тартҡанда ғына донъяң алға бара тигәндәре хаҡтыр.
Уларҙың ғаиләһе ауылда абруйлыларҙан һанала. Йомарт Баймаҡ яғынан бер аҙ ҡырыҫыраҡ, хатта ҡатыраҡ төбәккә килен булып төшөп, шул ергә ерегеп, холҡона яраҡлашып, үҙ яйына яйлап, көйөнә көйләп йәшәп китеүҙәре килен кешегә, әлбиттә, ваҡытында, ауырыраҡ та булғандыр. Шулай ҙа, ир тартҡанды мир тарта тигәндәй, үҙ ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ғаилә башлығы булғанда, иркәләнер, иңең терәр ирең булғанда ҡатын-ҡыҙға ҡайҙа ла бәхет инде.
Тормош иптәше Наил Булат улы менән улар ике ир балаға ғүмер биргән. Әлегә өйләнеп, үҙ донъяларын ҡормаһалар ҙа, һәйбәт эшкә урынлашып, уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр. Әйткәндәй, Ибраһимовтарҙың ғаиләһе быйыл көмөш туйын да билдәләгән. Ғаилә байрамының ғаилә йылына тура килеүе – үҙе бер мәртәбә. Наил Булат улы бына нисәмә йылдар инде Ишбирҙе ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй. Уның етәкселегенә ҡараған ауылдарҙың төҙөк, етеш, матур булыуына аптырарға ла түгел. Үҙе лә өлгөлө йорт хужаһы ул. Әллә ҡайҙан ҡот уйнатып торған сыңъяһау йортто улар үҙ көсө менән төҙөп сыға. Альбина инде баймаҡтарға хас ихласлыҡ менән эшен дә, донъяһын да берҙәй алып бара. Ишек алдында үҫкән аллы-гөллө сәскәләргә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Аш-һыуға ла оҫта ул. Ир-егеттәр өҫтөнлөк иткән ғаиләлә тәмле итеп ашарға бешереү бер үҙенең иңенә төшһә лә, бер ҙә зарланмай.
- Ашаусы булғанда төрләндереп, зауыҡлы итеп бешереү үҙе бер кинәнес. Улдарым да гел әсәйҙән генә көтөп ултырмай, кәрәк икән ашын да тәмле итеп бешереп ҡуя, башҡаһын да оҫта итеп эшләп ҡуя, - ти хужабикә.
Әйткәндәй, Альбина Сәлимйән ҡыҙы ауылда ғына түгел, ауыл биләмәһе күләмендә үткән бөтә йәмәғәт сараларында ла ҡатнашырға ваҡыт таба: ҡатын-ҡыҙҙар советы булһынмы, ағинәйҙәр ҡорон етәкләү булһынмы, спорт ярыштарымы, байрам-тантаналармы – барыһының да уртаһында ҡайнай, ҡыш етеү менән саңғыға баҫып, үҙе һымаҡ тиңдәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы, килендәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә лә йәлеп итә. Ә Наил Булат улы иһә волейбол уйындарын ир-аттар араһында йәйелдереп ебәргән.
Альбина Сәлимйән ҡыҙының маҡтаулы исемдәре лә, наградалары ла юҡ. Уның өсөн иң мөһиме – күңеленә ятҡан эше, уның дәрестәрен көтөп алған, уның юлын дауам иткән уҡыусылары. Әгәр ул биргән белем, тәрбиә кемгәлер киләсәктә кәрәкле һөнәр һайлауға ғына түгел, ғөмүмән тормошта үҙ урынын, үҙ һуҡмағын табырға бер этәргес, бер сәбәпсе булып тора икән – уҡытыусы өсөн ошонан да юғары баһа юҡтыр. Ябай ауыл уҡытыусыһының булмышын, тормошон Альбина Сәлимйән ҡыҙы Ибраһимованың яҡташы, шағирә Фирүзә Абдуллина бер шиғырында былай тип һүрәтләгәйне бит әле:
Ул – кәңәшсе, ул - терәк.