Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2018, 18:10

“Уҡытыусы – ул кешелеккә нур өләшеүсе”

Аҡ ҡайындар ергә ал тәңкәләрен ҡойған, миләш-баландар балланып татланған мәлдә донъяға килгән ул. Нәҡ уңышҡа бай алтын көҙҙәр уны киң, йомарт күңелле итеп яралтҡан да инде. Уның менән аралашыу – үҙе бер ғүмер, һәр кемгә асҡыс ярата, йыуатһа ла, шелтәләһә лә, гел ғәҙеллек яғында... Һүҙем Тәүәкән ауылында йәшәүсе, күптәргә мәғариф алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе, изгелекле әсә булараҡ билдәле Педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Асылбаева Наилә Мөхәмәт ҡыҙы хаҡында.

Оялсан ҡыҙҙан - старостаға
Үҙе Татарстанда тыуһа ла, тамырҙары менән ул Яңауыл ауылынан. Ғаиләһе Күгәрсенгә күсеп ҡайтҡанда, ҡыҙға бер йәш кенә була. Яңауыл мәктәбендә 8 класс белем алғас, әсәһе уны рус телен матурлап өйрәнерһең тигән теләк менән Исем ауылы мәктәбенә уҡырға бирә. “Теүәл фәндәр еңел бирелһә лә, урыҫ мөхитендә әллә нишләп барыбер русса һөйләшергә оялдым”, - ти ул йылдарҙы иҫләп, уҡытыусы. Шулай ҙа 9 класты уңышлы тамамлай, әсәһенә бәләкәстән ярҙам итеп өйрәнгән, ауыр эштән ҡурҡмаған ҡыҙ Яңауыл ауылы фермаһында эшләгән апайы эргәһендә һауынсы булып йөрөй. Аҡса эшләп өҫтөн бөтәйтеп алғас ҡына, 1969 йылда Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡасандыр рус телендә һүҙ әйтергә оялған ҡыҙға математиканан маһирлығы ярҙам итә, үҙ көсөнә, белеменә ышанысын арттыра, русса һөйләшергә лә оҫтарып ала ул. Үҙен төплө белемле, әүҙем, ярҙамсыл итеп күрһәткән студентты комсорг һәм староста итеп һайлап ҡуялар.
Оло юлдың башы
1973 йылда ҡулына диплом алған ҡыҙ Нуҡай 8 йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып педагогик хеҙмәт юлын башлай.
- Миңә кескәйҙәр менән эшләүе нығраҡ оҡшаны. Нәҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы иңдәренә иң ауыр, яуаплы бурыстар йөкмәтелә. Төп белем башланғыс класта һалына, артабан бары тик шул дауам ителә. Һәр бала һәләтле, сабый йөрәгенә асҡыс яратып, ана шул һәләтен асыу, үҫтереү өҫтөндә эшләү мөһим. Ауылдарҙа әсә-атаһына ҡарап балаларҙы айырып ҡарау күренеше лә электән йәшәп килә, хәҙер бигрәк тә, мин үҙем бөтәһен дә тигеҙ күреп, ғаиләһендә наҙ етмәгән балаға йөрәк йылыһын нығраҡ бүлергә тырыштым, - тип ошо юҫыҡта фекерен белдерҙе оло йөрәкле, кеселекле уҡытыусы.
Ил ағаһын үҫтергән төбәктә
Тәүәкән ауылы менән яҙмышын бәйләгәндә бында 8 йыллыҡ мәктәп була. Йәш уҡытыусыға тәүҙә физкультура дәрестәрен алып барырға, вожатый йөгөн тартырға тура килә. Артабан уға биология һәм химия фәндәре йөкмәтелә, училищеның төплө биргән белеме ярҙамында һис ауырһынмай, һәр дәрескә етди әҙерләнеп, 12 йыл буйы балалар йөрәгендә был фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уята. Тик күңеле менән бәләкәстәргә нығраҡ тартыла, ахырҙа йәнә башланғыс кластар менән эшләргә булған теләген бойомға ашыра.
Әммә тыныс ҡына үҙ һөнәре буйынса эшләп, хаҡлы ялға сығыу бәхете теймәй. Тәүәкән ауылы мәктәбенә реконструкция талап ителә, ә был иһә мәктәп етәкселегенә тауҙай эш, икеләтә яуаплылыҡ өҫтәлә тигән һүҙ. Һәр кеше менән уртаҡ тел таба белеүсе, тәүәккәл дә, ҡыйыу һәм талапсан мәғариф эшсәне Асылбаева атҡара алырлыҡ йөк тип, өҫтәгеләр тарафынан уның иңдәренә директор вазифаһы йөкмәтелә. Реконструкция тип әйтеүе генә еңел, бер нисә ай буйы эш барышын контролдә тотоп, һәр аҙымың өсөн район етәкселегенә “отчет” тапшыр, бер рәттән хеҙмәт коллективы, уҡыусы балалар, мәктәп документацияһы өсөн яуап бир... Йоҡоң туямы-юҡмы, сәләмәтлегең нисек, ғаиләңдә бөтәһе лә иҫән-именме – былар мөһим түгел, директор икәнһең, һалдат һымаҡ һин һәр саҡ “сафта” булырға тейешһең. Район үҙәгенән, Өфөнән, ситтән килгән ҡунаҡтар алдында (республикабыҙҙың тәүге президенты ауылы электән гел иғтибар үҙәгендә булды – авт.) алсаҡ йөҙөң, татлы телең булыуы мөһим. (Юҡ, оло түрәләр алдында ғына ай ҙа ҡояш түгел, мәктәптәрендә үткән ябай ғына сараларға барған мәлдә лә, Наилә Асылбаеваның кешеләргә үтә иғтибарлы, хәстәрлекле булып ҡала белеү һәләтенә гел һоҡландыҡ. Әле лә, үҙе кеселекле, кешелекле булғанға күрә, ихтирам менән уға:”Наилә апай”, - тип мөрәжәғәт итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ-авт.)
2001 йылдан 2011 йылға тиклем был вазифаны атҡарған сағында икенсе туған өйөнә әүерелгән мәктәбенә, Тәүәкән ауылына килтергән файҙаһын уның һанап бөткөһөҙ. Уның хәстәрлеге менән 9 йыллыҡ мәктәп урта белем биреү учреждениеһына әйләндерелә, балалар һаны етмәгәс хатта ул үҙе яңы уҡыусыларҙы йәлеп итә, өгөт-нәсихәт менән дә кластарҙы һаҡлап ҡалыу ниәтендә балаларҙы ситкә ебәрмәҫкә тырыша. Мәктәп өлкәһендәге мәсьәләләрҙе сисеү менән бер рәттән “Сәңкем” территорияһында 30 йыл буйы депутат эшмәкәрлеген дә уңышлы үреп бара. Ауылда үткән бер мәҙәни сара, йәмәғәтселек эше унһыҙ үтмәй. Хәҙер ҙә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да мәктәп һәм ауыл яҙмышы өсөн йән атып тора, йәш быуын уҡытыусыларына өлгө, яҡшы кәңәшсе булып ҡала.
Татыу ғаиләһе – рухи терәге
Әүҙем йәмәғәтселәрҙең йыш ҡына асылда күңеленең бер сите китек булыусан. Ә бына мәҡәләбеҙҙең геройына, шөкөр, Хоҙай эш, ҡатын-ҡыҙ һәм әсә бәхетен дә күмәртәләп биргән. Йәшлек яҙында Тәүәкән егете – хәҙер инде олатай, ҡартай булған Винер Ҡаразбаев менән осраштырып, ҡауыштырғаны өсөн яҙмышына сикһеҙ рәхмәтле ул.
- Бейемем – Ғәфүрә, 75 йәштә генә яҡты донъяларҙан китте. Иптәшемде бер яңғыҙы ғына эшлекле, эшһөйәр итеп үҫтерә алған, Аллаһтың рәхмәтендә булһын тип иҫләп алам, - ти, үҙе лә тормош иптәше менән бер һүҙҙән булып, дүрт улына матур тәрбиә биргән изгелекле әсә. – ҡасандыр эстән генә сабыйым ҡыҙ булһын тип теләһәм дә, дүрт улыбыҙ ҙа, шөкөр, ҡыҙҙарға алмаштырғыһыҙ булып үҫте. Артыҡ иркәләргә ваҡытымдың ҡалмауы, уларға ҡарата талапсанлығым, бәләкәстән аталарына эйәреп эшкә өйрәнеп үҫеүҙәре тормошта тик файҙаға булды.
Мөғәллимәнең ябай ғына һүҙҙәрендә 40 йылдан ашыу парлап ғүмер һуҡмағынан атлаған йән-йәренә, үҙе ғүмер бүләк иткән, күңел наҙын түккән балаларына ҡарата тәрән һөйөү ярылып ята. Ғорурланырлыҡ та шул! Дүрт бөркөтө лә булдыҡлы, һөнәрле, ғаиләле. Таһир менән Дамиры юғары белемле, “НПС”-тың намыҫлы эшсәндәре, өсөнсөһө – Шамил, Тәүәкән мәктәбендә оператор, кинйәләре – Йәмил, шул уҡ ауыл мәктәбендә география уҡыта.
- Дүрт киленем дә үҙемдең ҡыҙҙарым кеүек, өҫтәүенә мәғариф эшсәндәре, - ти ул ҡыуанып.- Уҡытыусы һөнәрен һайлағаныма ла, яҙмышыма ла һис бер үкенергә тура килмәне. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем эргәмдә, ҙур татыу ғаилә булып бергә-бергә йәшәйбеҙ. Ошо оло бәхеттән, рухи терәгемдән берүк айырмаһын Хоҙай!
Намыҫ ҡушҡанса
- Наградаларға килгәндә, хеҙмәтемде баһалай белгәндәре өсөн рәхмәтлемен, әммә үҙ эшемде маҡтау өсөн түгел, ә ғүмер баҡый ысын йөрәктән, яратып, намыҫ ҡушҡанса еренә еткереп башҡарырға тырыштым. Балаларҙы, кешеләрҙе, эшеңде яратмаһаң, уҡытыусы һөнәренә эйә булыуыңдан ни фәтеүә?!. Уҡытыусы бит ул белем туҡыусы ғына түгел, ә кешелеккә аҡлыҡ, нур өләшеүсе.
Ана шул кешелекте һөйөүе менән дә тирә-яҡта ихтирам ҡаҙанған, күпме сабый йөрәгенә изгелек орлоғо һалған, нисәмә балаға йылы һүҙе, яҡшы кәңәштәре менән ҙур тормош аҡланында үҙ һуҡмағын табырға ярҙам иткән бала йәнле, рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр уҡытыусының ихлас әйткән һүҙҙәрендә - уның бар булмышы.
Гөлшат ВӘЛИЕВА
Фото – ғаилә архивынан
Читайте нас: