Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2018, 18:30

Уҡытыусы булыу – мәртәбә

Уҡытыусы булыу өсөн юғары белемгә эйә булыу, үҙең уҡытҡан фәнде биш бармағың кеүек яҡшы белеү генә етәме? Был һорау бынан бер нисә йыл элек сираттағы мәҡәлә яҙылғанда хаҡлы ялдағы уҡытыусы апайға бирелгәйне.- Белем дә, үҙ фәнеңде яҡшы белеү ҙә бик мөһим, әлбиттә. Әммә баланы белемле генә түгел, ысын кеше итеп тәрбиәләү өсөн уларҙан да мөһимерәк сифатҡа эйә булырға тейеш мөғәллим. Ул да булһа – баланы һәм үҙ һөнәреңде яратыу. Уҡыусылар күңеле аҡ ҡағыҙ менән бер, үҙҙәренә бар күңелен биргәнде улар бар йөрәге менән тоя һәм рәхмәтен һин уҡытҡан фәнде төптән өйрәнеү, яҡшы билдәләргә ынтылыу аша ҡайтара, - тип яуап ҡайтарҙы ул. Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыларына рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Баймырҙина Гөлнур Әхтәм ҡыҙына ла яҡшы таныш был хәҡиҡәт – уҡыусыларын да, һөнәрен дә бар йөрәктән яратҡан уҡытыусы балалар менән бер ҡатарҙан атлар һәм уларға юлды күрһәтер остаз булыр өсөн үҙ өҫтөндә даими эшләй һәм белемен камиллаштыра.

- Был һөнәрҙе осраҡлы ғына һайламаным, бәләкәйҙән ошо юлдан китергә хыялландым.
Ауыр ҙа, яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта хөрмәтле лә был һөнәр. Ысын педагог баланың аң-белем кимәленә генә түгел, шәхес булараҡ формалашыуына ла ғәйәт ҙур йоғонто яһай, тип уйлайым. Мәктәптә эшләү өсөн балаларҙы эскерһеҙ яратыу, шул уҡ ваҡытта талапсан да булыу мотлаҡ. Уҡытыусы менән булған ихлас мөнәсәбәт уҡыусыларҙың тәртибендә лә, тырышып уҡыуҙарында ла сағыла.
Уҡытыусылыҡты һайлап яңылышмауыма иманым камил, - ти тәжрибәле уҡытыусы.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: