Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2018, 18:30

Үткән ғүмер

Беҙҙең колхоздың исеме “Ҡыҙыл юл” ине. Бер ауыл ғына булһа ла, 2 бригадаға бүленгәйнеләр. Зиннур Яхин, Фәрит Ғәлиев икенсе, ә үръяҡтан Әхмәт Яхин, Сәхибгәрәй бабайҙар беренсе бригадаға инде. 50-се йылдар башында Бикес, Прогресс, Рязановкалар берләшкәс, хужалыҡ “Наҡаҫ” тип аталды. Ул йылдарҙа мәктәптәрҙә уҡыу бөтөү менән малайҙарҙы эшкә ҡуштылар. Урман ҡырҡҡанда ирҙәр ағастарҙы тейәп ебәрә, малайҙар ат менән ауылға ташый, һөйәнен арба, ридуан яһарға ҡалдыра, һалабашын йүкә һуйыр өсөн быуаға һала торғайнылар. Бөтә сбруйҙар - арҡалыҡ, бауырлыҡ, дилбегә һ.б. йүкәнән ишелә ине. Хатта тәзегә тиклем йүкәнән булды. Ат һарайы хәҙер Сәлиха Ҡаразбаева йәшәгән урында урынлашҡайны. Сбруйҙарҙы мулла Солтанәхмәт Әбдрәхимов йүкәнән ишеп эшләне, хатта сәкә сөйөнә тиклем тиклем әҙер ине.

Аттарҙы айырым көтмәгәндәрҙер, шулай ҙа иртәнсәк екке аттар бер калдала, тайҙар һәм ҡолондар айырым-айырым икенсе ерҙә тора торғайны, уларҙы нисек айырғандарҙыр инде... Ат ҡараусылар булып Рәхмәт һәм Ғөбәйҙулла Әбдрәхимов ағайҙар эшләне.
Миңә 1956 йылда ғына эшкә әйттеләр. Ни өсөн тигәндә, минән өлкәндәр күп ине: Миңнулла Исхаҡов, Тәлғәт һәм Фәрғәт Әлмөхәмәтовтар, бер туған Мансур һәм Марат Әбдрәхимовтар, Рәфҡәт Рәхимов, Рауил Дәминдәров, Хәбир Иҫәнгилдин, Сәғит Әбдрәхимов ағайҙар.
Шуныһына ҡыуанам, 1957 йылда комбайндан ат менән иген ташыуға эләгеп ҡалдым. Шул комбайндың һыҙғыртыуы матур, сөнки төтөн сыҡҡан торбаһына һыҙғыртҡыс ҡуйылған ине. Бункер тулһа, ул оҙон итеп ҡысҡырта, туҡтар булһа, тракторсыға ҡыҫҡа сигнал бирә. Яҡыныраҡтағы баҫыу булһа, ауылға ишетелеп торор ине.
Ошо йылда беҙҙең картуф баҡсаһы башында яңы ырҙын төҙөлдө, беҙ, комбайндан иген ташыған малайҙар, 31 августа шул ырҙында йоҡлап, иртәнсәк ҡайттыҡ. Хәҙер был урында спорт – һауыҡтырыу үҙәге урынлашҡан. Шул малайҙарҙан Шәфҡәт Әбдрәхимов әлеге көндә Яр Саллыла йәшәй, Юнир Әбдрәхимов Өфөлә төпләнде, профессор.
Күнйәп йылғаһының ике яғын да фермаға бесән эшләргә бирҙеләр, бер туған апайым Люля шунда эшләгәнгәме икән, мине лә шул эшкә ҡуштылар. Мөдир Рәхмәт Әбдрәхимов булһа, Ҡорбан ағай сбруйҙарҙы йүнәтте, Исламғол ағай аттар ҡараны. Йәш көслө егеттәр – Фәрих Шәһәров, Шәйхәттәр Ҡаразбаевтар кәбән һалды. Кәбән башында Минһаж ағай торҙо, ул ваҡытта уға 30 йәш кенә булып, көслө, матур ағай ине, уға открытка һымаҡ тиеп һоҡланып ҡарай торғайныҡ..
Бер шулай Ҡазихан Әбдрәхимов менән Валерий Ишемғолов көтөүгә ат алып барған. Валерий Ҡазихандың атын тышаған булып, йүгәнен алған да, тегегә нуҡта биргән. Иртәнсәк фермаға барһаҡ, Ҡорбан ҡарт: “Үәлерей, килтер йүгәнде”, - тип тормаһынмы...
1960 йылда Хөснулла Хәсәнов менән “Сталинец - 6” комбайнының күбәләгесендә эшләргә тура килде. Комбайнсы - Гәрәй ағай Рәхимов, ярҙамсыһы - Хәбир ағай Иҫәнгилдин. Кобайнды “ДТ - 54” тракторында Исмәғил еҙнә һөйрәй.
Бер көндө Мандыр буйында киске аштан һуң ял итеп алырға уйлап, һалам төбөнә ултырҙым, “ДТ - 54” комбайнды һөйрәп саҡ өҫкә менеп китмәне, ярай йоҡламағанмын. Исмғәғил еҙнә ҡапыл туҡтап, ап-аҡ булып киткән... Тура үтһә һаламға теймәҫ ине, загон башы боролған ер ине шул.
Ошо йылдың көҙөндә Алтынғужа Ғафаров, Рәфҡәт ағай һәм мин ҡарарға тип һәр беребеҙгә 80-шәр баш бәрән һарыҡ алдыҡ. Аҙыҡ ташыр өсөн дә, тиреҫ түгер өсөн дә өсөбөҙгә бер ат, күңелле итеп эшләнек. Алтынғужа менән миңә 18-әр йәш кенә ине, хәҙерге йәштәр шулай йөрөр инеме икән?!
Оло һарыҡтарҙы ҡатындар ҡараны. Ҡышты сығартып, 1961 йылдың апрелендә Бикескә ҡыуып алып барып тапшырҙыҡ. Шул йылда бригадир Рауил Шәһәров миңә оло көтөүселәр менән Наҡаҫ буйына һауын һыйырҙарҙы көтөргә ҡушты. Мин армияға китергә йөрөгән егет инем, өй эшләйем, тигәс, нисектер ныҡышманы. Нурия апайҙың өйөн һатып алғайныҡ, яҙғы сәсеүҙән һуң һүтеп ташып, өмә менән күтәрҙек. Митрофан тауынан мейескә таш сығарҙыҡ, Люля апайым менән аттың артҡы тәгәрмәсенә тормоз ҡуйып, ул таштарҙы тауҙан төшөрҙөк. Һөт ташыған машина менән (уны Теләүембәт ауылынан Зиннур ағай йөрөттө) килтерҙек.
Йәй урталарында тағы алмаш көтөүсе кәрәккәс, сығып 2 ай самаһы эшләнем. Иптәштәр Һибәт Әбдрәхимов менән Сәрүәр Яхин ағайҙар булды. Митрофан тауында Бәхет исемле ҡаҙаҡ ҡартын осраттым. Был ҡарт беҙҙең ауылда көтөү көткән һәм беҙгә ҡоҙағый тейешле Хөбәйбә әбейҙе алып торған, беҙгә килеп, Аһылбикә ҡоҙағый, ярты бот ашлыҡты алырға килдем, тип ултырғаны хәтерҙә. 1961 йылда иһә ул Бикес ауылының көтөүен көтә ине. Кемдең улы, тип һорағас, Аһылбикәнеке, тип яуап ҡайтарҙым, сөнки атай һуғыштан ҡайтманы.
28 сентябрҙә өй башына тупраҡ һалып йөрөһәк, Әхәт ағай повестка килтергән. Тағын бер айҙан Йомағужаға комиссия үтергә барҙыҡ, өҫтәлдәге документҡа күҙ һалғас, ВВС тигән яҙыуҙы күреп, әһә, авиацияға алалар икән, тип уйланым. Ҡайтҡас утын ташыным, ул утын 2 ҡышҡа етте, тинеләр. Әрмегә шулай өй һалып, утын хәстәрләп киттем.
1961 йылдың 10 ноябрендә мин, Фирҡәт, Алтынғужа, Ғәфүр ағай машина кузовында “Хуш, ауылым” йырын йырлап, теүәл 3 йылға ауылдан сығып киттек. Уныһы инде икенсе тарих...
Ишмөхәмәт ШАҺИВӘЛИЕВ,
Хеҙмәт ветераны.
Тәүәкән ауылы.
Читайте нас: