Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2018, 18:00

Ололарҙы ололап

Йылдар үтә тиеп борсолмағыҙ, Йылдар үтеү бер ни түгел ул. Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшәү – Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ ул...- “Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел” тиеүсе апай-ағайҙар, өләсәй-олатайҙарға берсә матур теләктәр, берсә йыуатыу һүҙҙәре кеүек яңғыраған ошондайыраҡ аһәңле шиғри юлдар менән асылды район мәҙәниәте һарайында уҙған ололар көнөнә бағышланған байрам концерты.

Тантананың төп сәбәпселәрен тәүҙә район хакимиәте башлығы исеменән Эльвера Фәйрушина ихлас тәбрикләне, тормош юлдары намыҫлы хеҙмәт юлында үткән өлкән быуын вәкилдәре йәштәргә, киләсәк быуынға һәр саҡ өлгө булып торасаҡ, тип фекерен белдерҙе.
Һандуғастай моңло тауышлы Нәғим Нуриманов, Мәҙинә Рәхмәтуллина, Руслан һәм Ленар Абдуллиндар, Гүзәлиә Миңлебаева, Илдус Юнысов, Шәирә Әлимғужиналарҙың моң-һағышлы йырҙары тәүге йәшлек яҙҙарына алып ҡайтһа, Рәфис Мәүлетҡолов менән Салауат Наҙарғоловтарҙың дәртле йыры йөрәктәрҙе елкендерҙе. Ленар Сәйфетдинов - ҡурай моңдары, ә Ришат Бәҙретдинов тальян моңдары менән күңелдәргә бөтмәҫ наҙ яҡты. Евгения Усова һәм Елена Киршиналарҙың сығышын өлкән тамашасы ихлас ҡабул итте, дәртле һәм шаян “Баранки” бейеүен башҡарыусы Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙы көслө алҡыштарға күмде. Алып барыусы Альбина Григорьева менән Исмәғил Ғилмановтар концерт программаһын ололарға ҡарата тәрән ихтирам-хөрмәт, яҡты хистәр тулы шиғыр юлдары менән биҙәне.
Фойела өлкән йәштәге оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылғайны. Көҙҙөң бар сағыу төҫтәрен туплаусы Миңзифа Ғәлина, Зинаида Архипованың биҙәкләп бәйләнгән аҡҡоштары, сәскәләре, Таисия Рябованың сигеүҙәре күҙҙең яуын алды.
Матур сара моңһоу көҙҙә ололарға ҙур бүләк булып, күңелдәренә яҙ бөрккәндәй итте. Күтәренке кәйефтә, ихластан: “Әртистәребеҙ йәштәр, береһенән-береһе матурҙар”, - тиешеп, мәҙәниәт эшсәндәренең хеҙмәтенә оло баһа бирҙе улар. Байрамдың төп ҡунаҡтарын артабан сәй табыны көтә ине.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
А. КАЗАКОВ фотолары.
Читайте нас: