Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2018, 18:20

“Рәсәй почтаһы” 4 октябр¬ҙән 14-нә тиклем 2019 йылға ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса декада иғлан итә.

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ...

Ошо арауыҡта теләге булған һәр кем “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә, республика, Рәсәй баҫмаларына яҙылып, байтаҡ аҡсаһын яндарында ҡалдыра ала. Гәзиттәргә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының корпоратив порталы (www.rbsmi.ru) аша ла яҙылырға була
Корпоратив (коллектив менән) яҙылыусылар өсөн уңайлы мәл, ун көнлөк ваҡытында “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 523 һум 80 тингә яҙылып буласаҡ. Мораҡта урынлашҡан предприятие һәм ойошмаларҙан коллектив заявкалар Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең подписка һәм реклама бүлегендә ҡабул ителә. Телефоны: 2-11-85.
Һеҙҙән - яҙылыу, беҙҙән – бүләк!
Күркәм йола буйынса гәзиттәргә яҙылыу кампанияһы барышында “Аҙна һайын - бүләк” акцияһы старт ала. Декада ваҡытында гәзиттәребеҙгә яҙылыусылар араһында ла бүләктәр уйнатасаҡбыҙ. Кем дә кем 4 октярҙән 14-нә тиклем район гәзиттәренә яҙылып, беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса квитанцияһын ебәрә, шулар бүләк отасаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Тағы ла бер хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был ташлама 14 октябргә тиклем генә. Мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге
Читайте нас: