Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2018, 17:00

Беҙ - сәләмәтлек яҡлы

Уҙған шәмбелә Мәҡсүт урта мәктәбендә сәләмәт тормош алып барыу, спортҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында “Һаулыҡ көнө” иғлан ителде, уның сиктәрендә “Көҙгө кросс - 2018” уҙғарылды.

Физкультура уҡытыусылары Сәғитова Рәфидә Әхтәм ҡыҙы һәм Әбүбәкеров Риф Миңлеғәле улы ойошторған сарала уҡыусылар иртәнге зарядкаға теҙелде. Һуңынан иһә стартҡа уҡытыусылар баҫты.
Финиш һыҙығына иң алда килеп етеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар менән бүләкләнде. Ғөмүмән, еңелеүселәр булманы: ҡояш нурҙары, саф һауа, күтәренке кәйеф үҙе үк ҙур бүләк бит!
Еңеүселәрҙе мәктәп директоры бүләкләне. 2-3-сө кластар араһындағы ярышта 1-се урынға 3-сө класс уҡыусыһы Вәлитов Райман, 2-се урынға Халиҡов Имил, 3-сө урынға Иҫәнғолов Илназ лайыҡ булды. Ҡыҙҙар араһында 3-сө класс уҡыусыһы Әдрәхимова Фәнилә 1-се, уның класташтары Михайлова Снежана 2-се, Корчагина Яна, 2-се класс уҡыусылары Вәлитова Әлфинә һәм Виктория Корчагина 3-сө урындарҙы алдылар. 4-се класс уҡыусылары араһында Ростова Валентина 1-се, Арыҫланова Азалия 2-се, Столярова Дарья 3-сө, малайҙар араһында Вәлитов Адель 1-се, Тюрин Кирилл 2-се, Идрисов Илназ 3-сө, 5-6-сы класс ҡыҙҙары араһында Ростова Жанна 1-се , Кащеева Анастасия 2-се, Мортазина Милена 3-сө, малайҙар араһында Мусин Дамир 1-се, Низамов Ғәләүетдин 2-се, Мәжитов Алмас 3-сө, 7-8-се класс ҡыҙҙары араһында Тайғунова Азалия 1-се, Кипирова Елизавета 2- се, Ноғоманова Элина 3-сө, малайҙар араһында Рафиҡов Вадим 1-се, Исҡужин Даниель 2- се, Мелентьев Евгений 3-сө, 9-11 се класс ҡыҙҙары араһында Иҙрисова Вероника 1-се, Һатыбалова Розалия 2-се, Хөсәйенова Алһыу 3-сө, егеттәр араһында Мырҙабулатов Рамаҙан 1-се, Әбдрәхимов Ильнар 2-се, Кузнецов Алексей 3-сө урындарҙы яуланы.
Уҡытыусылар араһында 1-се урынды рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Смирнова Лениза Фәйзулла ҡыҙы, 2- се урынды география уҡытыусыһы Хөсәйенов Фәнил Хөрмәт улы һәм математика уҡытыусыһы Климкович Сергей Олегович, 3- сө урынды Алсынбаева Физәлиә Рәфҡәт ҡыҙы алды. Еңеүселәр грамоталар менән бүләкләнде.
Физалиә АЛСЫНБАЕВА, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.
Читайте нас: