Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2018, 18:05

Бөтә документтар – бер урында

Күп функциялы үҙәккә иң тәү тапҡыр юлым үткән йылда төшкәйне. Яңы өйҙө рәсмиләштереү өсөн документтарҙы тапшырыу оҙайлы процесс булды, сираттарҙа ултырып күп кенә ваҡытты сарыф итергә, етешмәгән ҡағыҙҙарҙы ҡат-ҡат килтереп тапшырырға тура килде. Күп функциялы үҙәк һуҡмаҡтарын тапауҙар алда булған икән әле - йәй уртаһында район халҡын халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе комплекслы үҙәктең ябылыуы тураһында “ҡыуаныслы” хәбәр еткерҙеләр. Ығы-зығылы сираттарҙан иҫән-һау үтеп, балаларға тәғәйенләнгән айлыҡ пособиемды юллап, артабан ҡулыма кәрәкле справканы эләктергәс, шатлығымдың сиге булманы. Теге йәки был документ юллап йөрөгән кешегә был тойғо яҡшы таныш, уның өсөн бында ҡара таңдан килеп сират торалар. Дөрөҫ, сентябрь аҙағына сират бер аҙ кәмене-кәмеүен, төштән һуң ҡайһы бер саҡта сиратһыҙ инеү мөмкинлеге лә тыуып ҡуя, әммә бик һирәк. Сираттар нимәгә бәйле, ғөмүмән, күп функциялы үҙәк тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙе һорап уның урындағы бүлексәһенең идарасыһы Йәрмөхәмәтова Римма Миңлейәр ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

- Тәүҙә үҙәктең төп бурыстары, эш йүнәлеше тураһында әйтеп үтегеҙ әле. Һеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәтелә?
- Күп функциялы үҙәк 2015 йылдың ноябрендә асылды. Бүлексәнең төп бурысы – граждандарға һәм юридик шәхестәргә комплекслы, сифатлы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен күрһәтеү. Үҙәк эш башлағандан алып беҙгә бөтәһе 51 мең кеше мөрәжәғәт итте. Район халҡына беҙҙә 282 төр буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә, шуларҙың 83–ө халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәткән комплекслы үҙәк ябылғас өҫтәлде. Күп функциялы үҙәктә “Минең документтар” бүлексәһенә күптәр торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация юллау, милеккә хоҡуҡты теркәү, күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәт алыу, һалым иҫәбенә тороу, “Әсәлек капиталы”на сертификат юллау, пенсия страховкаһы таныҡлығы, РФ гражданы һәм сит ил паспорттарынын алыу буйынса мөрәжәғәт итә.
- Күптәр һис бөтмәгән сираттарға, хеҙмәткәрҙәрҙең оҙаҡлап ҡабул итеүенә зарлана...
- Беҙҙә бөтәһе 4 тәҙрә эшләй. Документтарҙы ҡабул итеү ваҡыты хеҙмәттең төрөнә, тапшырылған документтар пакетының күләменә һәм бер хеҙмәт буйынса мөрәжәғәт итеүселәрҙең һанына бәйле. Документтарҙы ҡабул итеү тәртибе норматив хоҡуҡи акттар менән регламентланған. Халыҡты Мораҡ ауылындағы бүлексәлә 5, Йомағужа ауылындағы территориаль айырымланған подразделениела 2 эшсән хеҙмәтләндерә. Белгестәребеҙҙең бөтәһе лә - универсал, үҙ эштәрен белеп башҡара, аҙна һайын үҙәктә күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса уҡып, тәжрибәләрен арттыра. Документтар ҡабул итеү ваҡыты күрһәтелгән хеҙмәттең төрөнә, тапшырылған документтар пакеты күләменә һәм бер хеҙмәт буйынса мөрәжәғәт итеүселәрҙең һанына бәйле. Сираттарға килгәндә, улар, ҡағиҙә булараҡ, хеҙмәт күрһәтеүҙе һррап бер үк ваҡытта мөрәжәғәт итеүселәрҙең күплегенә бәйле. Көндөң беренсе яртыһында ысынлап та кеше күп була, төштән һуң һирәгәйә, ҡайһы бер саҡта хатта сәғәт 6 – лар тирәһендә бөтөнләй кеше булмаҫҡа мөмкин. Бүлексә етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәр тарафынан сиратта оҙаҡ ултырыуҙы кисектереү өсөн төрлө саралар күрелә. Мәҫәлән, сиратҡа тороп тәҙрәгә мөрәжәғәт иткәнсегә тиклем теге йәки был документты тапшырыу, рәсмиләштереү тәртибен белер өсөн алдан беҙҙә консультация алырға, үҙегеҙгә уңайлы теүәл ваҡытҡа яҙылып ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ мөрәжәғәт итеүселәр хеҙмәттәрҙең электрон төрөн һайлай ала, уның өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында теркәлергә кәрәк, теркәлеү үҙәктә башҡарыла.
Эйе, күп функциялы үҙәктең урындағы бүлексәһенә тау-тау бурыстар өйөлгән шул, ә тауҙай хеҙмәттәрҙе башҡарыу, һыу буйы сираттағы кешеләрҙе хеҙмәтләндереү урыны - ҡыҫынҡы ғына бина. Быға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәс, БР-ҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, киләсәктә мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк һәм эштәр яйға һалынасаҡ, тигәйне. Эшсәндәрҙең сыҙамлығы етһә, әлбиттә, халҡыбыҙ түҙер, көтөр...
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: