Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2018, 18:10

Виртуаль донъяла...

30 сентябрь – Бөтә донъя интернет көнө Интернет көнө 1998 йылдың 30 сентябренән билдәләнә. Ул көндә рунетта беренсе хатлашыу теркәлгән. 20 йыл элек интернет киңлектәрендә бер миллион ҡулланыусы булһа, 2016 йылғы күрһәткестәр буйынса был һан 3 миллиардтан ашҡан... Ә быйылғы статистика тураһында яҙыуы ла ҡурҡыныс...

Хәҙер интернет бөтә өйҙә тиерлек бар. Мәктәптәр ҙә, уҡыу йорттары ла юғары тиҙлекле интернетҡа тоташҡан. Ойошмалар, предприятиелар араһында электрон документ әйләнеше системаһы ла интернет ярҙамында көйләнгән.
Интернеттың көндәлек ҡулланышҡа килеп инеүе, һис шикһеҙ, эшебеҙҙе күпкә еңелләштерә. Кәрәкле мәғлүмәтте лә, теге йәки был яңылыҡтарҙы ла “һә” тигәнсе интернет селтәренән эҙләп табырға була. Телевизорҙа берәй яратҡан тапшырыуыңды, кино йә концертты ҡарай алманың икән, рәхим ит интернет селтәренә. Ҡағыҙ тотоп, тупһа тапарға ла кәрәкмәй, кәрәкле документыңдың электрон күсермәһен бер төймәгә баҫып ҡына кәрәкле ергә ебәреү мөмкинлеге ер аяғы-ер башында йәшәгәндәр өсөн генә түгел, бер ауыл, ҡала, район эсендә йәшәгәндәр өсөн дә ҡулай. Аралашыу, хәбәрләшеү өсөн һәр төрлө ысулы бар был заман ғилләһенең. “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Минең донъя”, “Фейсбук”, “Эшлекле донъя”, “Инстаграм” һәм башҡа ят-ят исемле сайттарҙа теркәлеп күптән күрмәгән дуҫығыҙ, класташығыҙ, сит илдә йәшәгән, сит төбәктә эшләгән балаларығыҙ, туған-тыумасаларығыҙ менән хатлашып торорға мөмкинлек бар. Хатта интернет аша кәрәк икән аҡса ебәрергә лә, айлыҡ түләүҙәрегеҙҙе лә атҡарырға мөмкин. Шулай ҙа интернет менән артыҡ мауығыу, шул сәбәпле төрлө “тоҙаҡтарға” юлығыу осраҡтары ла юҡ түгел. Айырыуса йәш быуында күҙәтелә бындай күренеш. Бигерәк тә социаль селтәрҙәр аша мутлашыусылар, енәйәтселәр ауына эләгеү ҙә нәҡ интернет арҡаһында килеп сыға.
Бала тәрбиәләүгә лә индерелеп бөттө интернет. Ул видео-уҡытыусы, ул видео-тәрбиәсе... Баланы, йәнәһе, алдынғы ҡарашлы итеп үҫтерә, тәрбиәләй. Тик ата-әсә йылыһын, наҙын алмаштыра аламы улар? Юҡтыр...
Интернет селтәрен тырышып-тырмашып индерҙеләр ҙә, хәҙер килеп интернеттан аралау сараларын да уйлап таба башланылар. Ни өсөн тигәндә уның ауына эләгеүселәр көндән-көн арта ғына бара. Бәйлелектән аралау, контролдә тотоу маҡсатында төрлө махсус программалар уйлап табыла, ә ихтыяр көсө һынғандарға психологик тренингтар ойошторола (һынылыш кисергәндәр көндән-көн артҡанда был заман афәтенән килем алып ҡалырға теләүселәр ҙә быуа быуырлыҡ булып китте).
Бер танышым хатта улын комьютер уйындарынан, социаль сайттарға бәйлелектән аралау өсөн көслө муллаға алып барып, өшкөртөп тә алып ҡайтты. Нимә көслө - доға көслө тигәндәй, ул егет хәҙер матур итеп уҡып бөттө, өйләнде, ике бала атаһы булды, компьютерға әйләнеп тә ҡарамай.
Интернеттың файҙаһы
Интернет ҡулланыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек уның кешелектең иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе булыуын билдәләй. Төрлө кәрәкле мәғлүмәттәр туплаған селтәрҙе дөрөҫ файҙаланғанда уның ысын мәғәнәһендә киң мәғлүмәт сығанағы булыуын билдәләргә була. Унан башҡа, үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, ил һәм ҡитғаларҙы “тоташтырып” тора, кешеләр бер-береһенән меңәрләгән саҡрым алыҫлыҡта булһалар ҙа, рәхәтләнеп аралашыу мөмкинлегенә эйә. Хатта ғүмерлек мөхәббәтен дә нәҡ интернет киңлектәрендә осрата бәғзеләр.
Интернет белем камиллаштырыу өсөн дә, эшһеҙҙәргә эш эҙләү өсөн дә, аҡса эшләү өсөн дә ҡулай. Онлайн уҡыуҙар, вебинарҙар ярҙамында һөнәр ҙә үҙләштерергә була. Һуңғы йылдарҙа интернет менән бәйле һөнәрҙәр бигерәк тә күбәйҙе. Теге йәки был әйберҙе уның аша һатып ебәреү уңайлы. Ҡуллана белгәндәргә интернет кәрәкле мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, өҫтәмә килем алыу өсөн ҙур мөмкинлек тә ул.
...зыяны
Әлбиттә, зыяны ла бар был замана хикмәтенең.
Шуның иң ҡурҡынысы, хатта иң үлемеслеһе – интернет бәйлелек. Интернетта ултырыусыларҙың сама менән 20 проценты ошо социаль сиргә юлыҡҡан. Донъяның алдынғы илдәре булып һаналған Ҡытай, Тайван, Көньяҡ Кореяла был күренеш милли масштабтағы проблема булараҡ баһалана. Кореяла, мәҫәлән, интернетҡа шул хәтлем башкөлләй сумғандар, хатта тере кеше менән осрашып, кафела ултырып сәй эсеү, аралашыу өсөн дә саҡырған кешеһен һыйлауҙан тыш өҫтәп 100 доллар күләмендә аҡса түләйҙәр...
Виртуаль донъялағы танышыу сайттары ғына ни тора! Аралашыуға, йылы һүҙгә мохтаж ( мохтаж була инде көн-төн тере әҙәм күрмәй экранға текәлеп ултырғас) йәндәр күпселек мутлашыусылар ҡулына эләгеп, һемәйеп тороп ҡала. Күрше районда ғына булған бер хәлде, моғайын, ишеткәнһегеҙҙер ҙә әле. Интернет аша танышып китә улар. Ҡыҙҙың уй-ниәте яҡшынан булмай сыға. Ирҙең ышанысына инеп, уны үҙенә ғашиҡ иткәс, яман сиргә юлығыуын, шул сирҙе дауалауға дүрт йөҙ мең аҡса кәрәк булыуын әйтә. Күҙе тоноп ғашиҡ булған ир, әле бер тапҡыр ҙа осрашмаған-күрешмәгән ҡыҙға тота ла кәрәкле сумманы күсереп тә ҡуя. Шуны ғына көткән ҡыҙ эҙһеҙ юғала, сәхифәһендә исемен үҙгәртә, мәғлүмәттәрен юйып ташлай. Шулай ҙа ир аңына килеп, тейешле органдарға хәбәр итә. Ә ул ҡыҙ һин дә мин бурыстарын түләп, тыныс ҡына йәшәп ятҡан була...
Интернеттың зыяны әле был ғына түгел. Компьютер мониторы алдында оҙаҡ ултырыу күҙҙе боҙһа, сәғәтләп ҡымшанмай ултырыу организмға нисек кире йоғонто яһағанын былай ҙа беләһегеҙ.
Интернеттағы төрлө, айырыуса кире йөкмәткеле мәғлүмәттәр кешенең психикаһына ла зыян итә. Мутлашыусылар өсөн дә ҡуйлай интернет селтәре. Улар үҙҙәренә кәрәкле кеше тураһында мәғлүмәтте лә бик тиҙ таба, туплай, бысраҡ маҡсатта файҙалана ала.
Компьютер системаһын боҙоу өсөн дә “вирустар” нәҡ интернет аша таратыла.
Әле билдәләнгән кире яҡтары өҫтән генә һанап үтелгән. Төбөнә төшөп уйлай китһәң, осо-ҡырына сығырлыҡ түгел. Шулай ҙа, әгәр нимә эҙләһәң, шуны табырһың, тигәндәй, матур йөкмәткеле мәғлүмәттәр эҙләһәгеҙ, матурлыҡҡа юлығырһығыҙ...
...балалар өсөн
Балалар интернет менән өлкәндәргә ҡарағанда күберәк ҡуллана. Дөрөҫ йүнәлеш күрһәткәндә интернет балалар өсөн белем алғанда ҙур ярҙамсы.
Өйгә эш эшләгәндә лә үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте, хатта әҙер яуапты һис ҡатмарлыҡһыҙ эҙләп табырға мөмкин. Тик әҙерҙән-әҙергә өйрәнеп, уйлау, фекерләү һәләтен генә ҡаҡшата бала был осраҡта.
Нығынып етмәгән бала зиһене интернетҡа тиҙ бирешеүсән. Бөтә донъя селтәре балаларҙың психикаһына тиҫкәре йоғонто яһаған “бысраҡ” мәғлүмәт менән тулған.
Виртуаль донъяла көн үткәреп, ысынбарлыҡ тормоштан күңеле ҡайтыуы, ышанысы кәмеүе, тере кешеләр менән аралашыуҙа ҡатмарлыҡтар кисереүе, дуҫтарын юғалтыуы ихтимал.
Оҙон көндө компьютерға йә телефонға текәлеп үткәргәс, бала саф һауала йөрөмәй, хәрәкәтләнмәй. Һөҙөмтәлә умыртҡа һөйәге ҡыйшая, күреү һәләте кәмей, йоҡоһоҙлоҡ яфалай, нервы системаһы ҡаҡшай.
Ошондай кире һөҙөмтәләрҙе булдырмаҫ өсөн ата-әсәләргә балаларҙы контролдә тотоу фарыз. Хәҙер интернетта ултырыуҙы көйләүсе, контролдә тотоусы махсус программалар ҙа бар. Бала нимә уҡый, ниндәй сайттарға инә, нимә ҡарай – бөтә мәғлүмәттәр махсус базала тупланып барасаҡ. “Бысраҡ” сайттарға иһә фильтр ҡуйырға була.
Интернетһыҙ нисек йәшәнек?
Ә интернет булмаған ваҡытта нисек йәшәнек икән?
Заман алға киткән һайын артҡа әйләнеп ҡарауҙар, әлбиттә, булып тора. Шулай ҙа...
Кис ултырып хаттар яҙҙыҡ, ҡосаҡ-ҡосаҡ китап алырға китапханаларға, концерттарға, спектаклдәргә, төрлө кисәләргә, осрашыуҙарға йөрөнөк; милли матбуғатҡа яҙылып, почта килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп, кем алдан өлгөрә – шул эләктерә һалып, йәшереп гәзит-журналдар уҡыныҡ; түләүҙәрҙе иһә банкта йә почтала түләнек, сират көткән арала замандаштарыбыҙ менән аралаштыҡ, кеше күрҙек, донъяны күҙәттек; хәл-әхүәл белешергә ер аяғы-ер башы булһынмы, йыйынып оҙон юлға сыҡтыҡ; интернеттағы виртуаль кешегә түгел, ә ысын, тере кешегә ғашиҡ булдыҡ; эс серебеҙҙе сайттар аша “сер итеп, бөтә донъяға” ҡысҡырманыҡ, аралашыр яҡын әхирәттәргә, әсәй-апайҙарға һыйҙы серебеҙ; фотоға төшөү ҙә “кемдер өсөн” түгел, ә иҫтәлек, хәтирә өсөн булды (фотографҡа барыу иһә үҙе бер оло ваҡиғаға әйләнер ине); ҡышын рәхәтләнеп тау шыуҙыҡ, саңғыла йөрөнөк, яҙ етеп тау битләүе ҡарҙан әрселгәс тә, тиҫтерҙәребеҙ менән ҡоро ерҙә туп тибеп уйнаныҡ; көндәр йылынып, үлән ҡалҡҡас, йыуаға, ҡуҙғалаҡҡа ҡырға йөрөнөк, йәйҙе йылға буйында үткәрҙек...Сәләмәт булдыҡ. Тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә. Иң мөһиме – рухыбыҙ сәләмәт ине, кешелек ҡиммәттәребеҙ күпкә, бик күпкә өҫтөн ине, кешегә кеше кәрәк ине...
Заман технологияларының алға китеүенә бер ҡыуанһаҡ, уның артынан эйәргән кире эҙемтәләрен күреп, мең көйәбеҙ.
Дөрөҫ, интернеттан бөтөнләй баш тартып та булмай.
Шулай ҙа уның ҡолона әүерелмәйек әле, һаҡ булайыҡ, кеше булайыҡ...
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас: